

2026 йылда Башҡортостанда “Йәштәр һәм балалар” милли проекты буйынса урта һөнәри белем биреүҙең тағы ла һигеҙ кластеры асыла. Тейешле килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған да инде, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан.
– 2022 йылдан башлап Башҡортостан “Профессионалитет " проектын башлап ебәреүселәрҙең береһе ролендә сығыш яһай. Быйыл март –апрелдә РФ Мәғариф министрлығы үткәргән конкурс йомғаҡтары буйынса, 2026 йылда беҙҙең төбәктә тағы ла һигеҙ урта һөнәри белем биреү кластерын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Проект колледждар инфраструктураһын яңыртыуҙы, заманса уҡыу-производство базаһын ойоштороуҙы һәм эш биреүселәрҙең ихтыяждарына һәм сығарылыш уҡыусыларын артабан эшкә урынлаштырыу гарантияһына ярашлы һөҙөмтәле маҡсатлы кадрҙар тәьминәте системаһын төҙөүҙе күҙ уңында тота, — тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин.
Яңы кластерҙарҙа яғыулыҡ-энергетика комплексы, төҙөлөш һәм тау-байыҡтырыу тармаҡтары, ауыл хужалығы һәм машиналар эшләү өсөн белгестәр әҙерләнәсәк. Сығарылыш уҡыусылары республиканың 50 предприятиеһына эшкә урынлаша ала.
“Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодежь и дети”) таланттарҙы үҫтереү һәм йәштәрҙең үҙҙәрен тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проект үҙәгендә – мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү, уҡытыуҙың яңы методикаларын һәм уҡытыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Милли проект шулай уҡ Донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм “Приоритет 2030” программаһы буйынса юғары уҡыу йорттарына ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/0905/2025-05-27/belgest-r-respublikany-50-predpriyatie-yna-eshk-urynlasha-ala-4252056