Мәғариф
30 Май 2025, 05:50

Башҡортостанда 35 мәктәп яңы уҡыу йылына яңыртыла

Шулай уҡ 2 балалар баҡсаһы һәм 3 колледж. Ремонт эштәренә контракттар төҙөлгән дә инде. Мәғариф объекттарын капиталь ремонтлау дәүләт программаһы сиктәрендә эштәрҙең дөйөм хаҡы 2,174 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк, шуның 1,9 миллиард һумы — федераль бюджеттан бүленәсәк.

Башҡортостанда 35 мәктәп яңы уҡыу йылына яңыртылаБашҡортостанда 35 мәктәп яңы уҡыу йылына яңыртыла
Башҡортостанда 35 мәктәп яңы уҡыу йылына яңыртыла

Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса республикабыҙ Волга буйы федераль округында — 1-се, Рәсәйҙә федераль средстволар күләме буйынса 3-сө, шулай уҡ программа буйынса ремонтланған объекттар һаны буйынса илдә 2-се урынды алды – алты мәктәп 2024 йылда төҙөлөп бөттө, тағы ла 25 учреждениела ремонт эштәре тамамлана.

Ике йыл эсендә модернизация программаһы буйынса бөтә Башҡортостан буйынса 140 мәктәпте тәртипкә килтерҙеләр — 2022 йылда - 63, 2023 йылда - 77, тип уртаҡлашты төбәк башлығы. Дөйөм алғанда уларҙа 37,6 мең бала уҡый.

Автор:
Читайте нас