Мәғариф
30 Май 2025, 08:00

Яңы уҡыу йылына – яңыртылған 35 мәктәп

Башҡортостанда 35 мәктәп, 2 балалар баҡсаһы һәм 3 колледж үҙ уҡыусыларын-тәрбиәләнеүселәрен яңырып ҡаршы аласаҡ. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Яңы уҡыу йылына – яңыртылған 35 мәктәпЯңы уҡыу йылына – яңыртылған 35 мәктәп
Яңы уҡыу йылына – яңыртылған 35 мәктәп

Был мәғариф объекттарын капиталь ремонтлау дәүләт программаһы сиктәрендә эштәрҙең дөйөм хаҡы 2,174 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк, шуның 1,9 миллиард һумы — федераль бюджеттан бүленәсәк.

Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса республикабыҙ Волга буйы федераль округында — 1-се, Рәсәйҙә федераль средстволар күләме буйынса 3-сө, шулай уҡ программа буйынса ремонтланған объекттар һаны буйынса илдә 2-се урынды алды – алты мәктәп 2024 йылда төҙөлөп бөттө, тағы ла 25 учреждениела ремонт эштәре тамамлана.

Ике йыл эсендә модернизация программаһы буйынса бөтә Башҡортостан буйынса 140 мәктәпте тәртипкә килтерҙеләр — 2022 йылда - 63, 2023 йылда - 77, тип уртаҡлашты төбәк башлығы. Дөйөм алғанда уларҙа 37,6 мең бала уҡый.

Быйылғы уҡыу йылын Асҡар ауылының Көнсығыш биҫтәләрендә йәшәүсе уҡыусылар ҙа яңы мәктәптә ҡаршылаясаҡ.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас