Мәғариф
12 Июня 2025, 02:55

Ике физкультурник – Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылар исемлегендә

Мәскәүҙә иң яҡшы 50 физик культура уҡытыусыһын һәм өҫтәмә белем биреү педагогтарын бүләкләү тантанаһы үтте. #Национальныепроектырегпроекты#нацпроектыБашкортостана

Ике физкультурник – Рәсәйҙең иң яҡшы  уҡытыусылар исемлегендәИке физкультурник – Рәсәйҙең иң яҡшы  уҡытыусылар исемлегендә
Ике физкультурник – Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылар исемлегендә

 Башҡортостандың ике уҡытыусыһы “Мәктәптә футбол“ Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә „Футбол Магниты“конкурсының иң яҡшы 11 физкультура уҡытыусыһы һәм өҫтәмә белем биреү педагогы исемлегенә инде. Улар- Салауат районының Янғантау ауылы мәктәбе нән Анатолий Чертов һәм Стәрлетамаҡтың 55 -се балалар баҡсаһынан Екатерина Бүләкҡолова.

Шулай уҡ Башҡортостандан иң яҡшы 250 физкультура уҡытыусыһы һәм өҫтәмә белем биреү педагогы исемлегенә Владислав Коптилин (Советтар Союзы Геройы Нурҡаев Талип Латип улы исемендәге 2-се гимназия, Октябрьский);Татьяна Капшук (12-се балалар баҡсаһы, Стәрлетамаҡ); Андрей Михайлов (10-сы мәктәп, Күмертау); Надежда Ермолаева  (19-сы балалар баҡсаһы, Стәрлетамаҡ); Айрат Фазлиәхмәтов (Дүртөйлө районы, Мәскәү ауылы мәктәбе) инде.

Конкурста бөтәһе физик культура уҡытыусылары һәм өҫтәмә белем биреү педагогтары ҡатнашты улар Рәсәй Спорнт Федерацияһының  «Мәктәптә футбол» проектын, шулай уҡ балалар баҡсаларында пилот проектын тормошҡа ашыра. Проектта Башҡортостандың 148 мәктәбе һәм 10 балалар баҡсаһы ҡатнаша.

Был проекттар “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас