Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Июль 2025, 07:10

“Ҡала сәсәндәре” йәйге мәктәбе тамамланды

Йәйге мәктәптә 14 йәштән өлкән 16 уҡыусы ҡатнашҡан. Бер нисә аҙна дауамында улар экскурсия ойоштороу нигеҙҙәрен, ҡаланың тарихын һәм мәҙәниәтен, Башҡортостандың халыҡ риүәйәттәрен һәм легендаларын өйрәнгән, ораторлыҡ сәнғәте серҙәрен үҙләштергән һәм үҙ маршруттарын проектлаған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

“Ҡала сәсәндәре”  йәйге мәктәбе тамамланды
“Ҡала сәсәндәре” йәйге мәктәбе тамамланды

Уҡыу һөҙөмтәһе булараҡ уҡыусылар теләге булған һәр кем өсөн Өфө үҙәге буйлап авторлыҡ экскурсияһын әҙерләгән һәм үткәргән.

"Былтыр уҡ уҡыусылар менән бындай аралашыуҙың файҙалы һәм бөтәһенә лә ҡыҙыҡлы булыуын аңланыҡ. Беҙ мауығып киткән уҡытыусыларҙан һәм студенттарҙан торған команда төҙөнөк, ул йәйге мәктәптең икенсе миҙгеле өҫтөндә эшләй башланы. 2025 йылда йыйылған уҡыусылар үҙенең кимәле менән шатландырҙы – балалар теоретик курстарҙы иғтибар менән тыңланы, һорауҙар бирҙе, нескәлектәр менән ҡыҙыҡһынды, интерактив дәрестәрҙә ҡатнашты. Ә үҙ экскурсияһын әҙерләүгә һәм үткәреүгә улар айырыуса яуаплылыҡ менән ҡараны", - тип билдәләне проект етәксеһе Элина Ғәбиҙуллина.

Өфө дәүләт нефть техник университетының «Ҡала сәсәндәре» йәйге мәктәбе таланттарҙы үҫтереү һәм йәштәр башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән «Йәштәр һәм балалар» милли проектына ярашлы уҙғарылған.

Фото: https://ugntu.ru

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас