Йылдар дауамында лагерь бик яҡшы репутация яулаған. Шулай булмаһа, “Ирәндек” тип республиканың төрлө район-ҡалалары балалары бында килергә ашҡынып тормаҫтар ине. Баймаҡ, Сибай, Белорет, Хәйбулла, Өфө – ял итеүселәрҙең географияһы йылдан-йыл киңәйә бара, ти лагерь хеҙмәткәрҙәре. Ә Әбйәлил уҡыусылары өсөн “Ирәндек”һеҙ йәй – каникул түгел ул! Бер үк балаларҙың йыл һайын лагерҙа ял итеүе, практика үтергә тип килгән тәрбиәсе һәм вожатыйҙарҙың тотош йәйгә тотҡарланыуҙары, киләһе йылдарҙа эшкә урынлашыуҙары, әлбиттә, “Ирәндек”тең күҙгә күренмәгән тартыу көсө тураһында һөйләй. Ә нимәһе менән ул үҙенә магнит һымаҡ йәлеп итә? Ошо һорауға яуап эҙләп беҙ ҙә лагерҙа булдыҡ.
Визитыбыҙ ата-әсәләр көнө тип иғлан ителгән асыҡ ишектәр көнөнә тура килде. Былай ваҡытта лагерь биләмәһенә үтермен тимә. Балалар учреждениеһы тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү һәм һаҡ аҫтында. Балалар вожатый һәм тәрбиәсе апай-ағайҙары менән матур концерт ҡуйҙы. Программаға лагерь тормошонда булған көндәлек сараларҙа отрядтарға еңеү килтергән иң яҡшы номерҙар һайлап алынғайны. Һәр отрядтың төрлө халыҡтар мәҙәниәтен сағылдырыуы үҙенсәлекле булды. Ун ике отряд – 12 милләт! Артабан балалар ата-әсәләренә лагерь биләмәһен, йәшәгән корпустарын күрһәтте. Беҙ иһә өлкән тәрбиәсе Ләйсән Яхина менән лагерҙың ял программаһы менән таныштыҡ.
– “Ирәндек”тә бөтә заездарҙа лә ял илһөйәрлек рухында үтә. Тәрбиәүи, мәҙәни, спорт, күңел асыу саралары – барыһы ла йәш быуында патриотлыҡ тойғоһон үҫтереүгә йүнәлтелгән. I заезд “Рәсәй – минең офоҡтарым”, II смена “Республика тыуған төйәгем” тематикалары аҫтында уҙҙы. Өсөнсө заезд “Халыҡтар дуҫлығы” темаһын яҡтырта. Бөгөнгө концертыбыҙҙа быға шаһит булдығыҙ: төрлө ижади жанрҙарҙа төрлө милләттәр сығышын ҡаранығыҙ, – тине Ләйсән Баязит ҡыҙы.
Һәр заездың ял программаһы башлыса бер үк тиерлек. Әммә смена буйынса “ҡыҙыл еп” булып үткән төп темаға ярашлы сараларға ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле төҫ өҫтәлә. Мәҫәлән, беренсе сменала ял итеүселәр күберәк бөйөк илебеҙ тураһында мәғлүмәт алған, уның тарихына, күп милләтле мәҙәниәтенә туранан-тура ҡағылған, дәүләт символикаһын сағылдырып, байраҡ төҫтәрендә кейенгән. Традицион “Хорҙар алышы” патриотик йырҙар конкурсы булараҡ уҙған, бик сағыу, көслө сара булған. Бейеү фестивале иһә “Рәсәй халыҡтар бейеүҙәре” исеме аҫтында уҙған. “Беренселәр хәрәкәте” Бөтә Рәсәй ойошмаһы программаһынан квиз-уйындар үткәрелгән, Хәтер һәм ҡайғы көнөндә “Хәтер майшәме” сараһы ныҡ тәьҫирле булған. Кино төшөрөү буйынса конкурс “Үткәндәргә ҡайтыу” тип аталған һәм ул үҙенә Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларын сағылдырыуҙы алған.
Икенсе заезға килгән балалар уйындар, ярыштар аша Башҡортостан тарихы, республикала йәшәүсе халыҡтар мәҙәниәте, Еңеүҙең 80 йыллығына ҡарата Бөйөк Ватан һуғышында башҡорт яугирҙәренең ҡаһарманлығы буйынса белемдәрен тәрәнәйткән. Саралар милли рух менән һуғарылған, башҡорт телен популярлаштырыу буйынса маҡсаттар ҡуйылған. Отрядтар матур исемдәр менән нарыҡланған: “Салауатсылар”, “Ҡурай” һ.б. Конкурстарҙы милли бәйгеләр алыштырған. Башҡорт телендә кино фестивале үткән. Традицион йыр-бейеү алыштары “Ирәндек моңдары”, “Байыҡ” конкурстары форматында бик дөргөн уҙған.
Әлеге ваҡытта барған “Халыҡтар дуҫлығы” сменаһының да исеме есеменә тап килә. Һәр отряд айырым бер милләтте кәүҙәләндерә һәм был тематика шулай уҡ бөтә сараларҙа ла сағылдырыла. Тематик гәзиттәр сығарылған, һәр халыҡтың тормош-көнүреше, милли аш-һыуы, мәҙәниәте, иҡтисады, дәүләт символикаларына бәйле отряд мөйөштәре булдырылған. Ҡыҫҡаһы, балалар мауыҡтырғыс уйын-саралар аша ер шарын гиҙә, төрлө халыҡтар менән таныша һәм дуҫлыҡ тигән оло төшөнсәне күңелдәренә һеңдерә. Әлбиттә, гелән уйын-көлкө менән генә сикләнмәйҙәр, лагерҙа тәрән мәғәнәле тәрбиәүи саралар ҙа уҙғарыла. Мәҫәлән, көслө тәьҫирле кинолар ҡарайҙар. 27 июлдәге саралар Донбаста ҡорбан булған балаларҙы иҫкә алыу көнөнә арналған.
Саҡ ҡына алға китеп Ләйсән Баязит ҡыҙы IV заездың Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы билдәһе аҫтында үтәсәген иғлан итте. Һуңғы сменаға киләсәк мәктәп уҡыусыларын да шәп ял программаһы көтә. Әйтергә кәрәк, дүртенсе заезда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙән булған һәм ғаилә тәрбиәһенә алынған балалар ял итәсәк. Яугирҙәрҙең балаларына шулай уҡ беренсе заезда ла бушлай юлланма бирелгән.
Л. Б. Яхина, өлкән тәрбиәсе:
– “Ирәндек” үҙ традициялары менән йәшәгән лагерь булараҡ тартыу көсөнә эйә. Ҡайһы бер балалар “Ирәндек батыры”, “Ирәндек гүзәле” бәйгеләрендә ҡатнашыу өсөн йыл буйына әҙерләнә һәм еңеү яулай. Йолаға әүерелгән “Бәләкәй Олимпия уйындары” сараһы спортҡа һәләтлеләрҙе аса. Шулай ҙа иң мөһиме беҙҙең лагерь балаларҙа команда рухы, берҙәмлек тәрбиәләй. Отряд-ара ярыштар көн дә экранда яҡтыртылып бара һәм лагерҙы ябыу сараһында дөйөм йомғаҡ яһала. Лагерыбыҙ ул шулай уҡ иҫтәлекле сәфәрҙәре, яңы шөғөлдәргә өйрәткән мастер-кластары, ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса эшләгән түңәрәктәре менән үҙенә йәлеп итә. Программаға ярашлы балаларҙы кинотеатрға, бассейнға алып барыу ҡаралған. Әлеге сменала Дубай шоколады эшләү, шоперҙарға рәсем төшөрөү кеүек оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы.
Лагерҙа креатив фекер йөрөткән фантазияға бай иң шәп вожатый-тәрбиселәр эшләй. Улар бында махсус курс һәм һайлау аша үтеп килә, сөнки балалар менән эшләү ул ҙур яуаплылыҡ та. Бер нисә миҙгел эшләгән тәжрибәле вожатыйҙар бар. Сәләмәтләндереү лагеры булараҡ, физик күнекмәләргә, спортҡа һәм баланслы туҡланыуға ҙур иғтибар бүленә. Балаларҙы көнөнә биш тапҡыр ашатыу ҡаралған. Өҫтәлдән йәшелсә-емештәр, ит-һөт ризыҡтары өҙөлмәй, хуш еҫле яңы ғына мейестән сыҡҡан ҡамыр аштары өй мөхитен тыуҙыра. Һаулыҡ һағында медик уяу тора. Техник персоналдың фиҙәҡәрлеге менән лагерҙә һәр ваҡыт таҙалыҡ һәм тәртип хаким итә. Биләмә гөл-сәскәгә күмелгән. Бында тән дә, йән дә ял итә. Балалар яңы уҡыу йылына көс туплай. Телефон бәйләнеше булмауы, интернет тотмауы йәйге ялды файҙалы һәм әүҙем ритмда ойоштороу мөмкинлеге бирә. Ата-әсәләр иһә балаларының көндө нисек үткәреүе, ниндәй сараларҙа ҡатнашыуы, нимә ашауы тураһында лагерҙың “Бәйләнештә” сайтындағы сәхифәһе аша хәбәрҙар булып тора.
Р. Ф. Хәбиров, БР Башлығы:
“Йәш быуынды илһөйәр итеп тәрбиләү – бөгөн беҙ үтәргә тейешле мөһим мәсьәлә. Тарихыбыҙға, идеалдарыбыҙға һәм әхлаҡи нигеҙҙәребеҙгә таянып, белем һәм тәрбиә биреүҙә өҫтөнлөктө үҙебеҙ билдәләй һәм шәп киләсәк тәрбиәләй алабыҙ”.