Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Август 2025, 16:37

Әбйәлил мәктәптәренә алты автобус

Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең республика август кәңәшмәһе сиктәрендә белем усаҡтарына өр-яңы автобустар бирелде. 196 автобус һәм 10 еңел автомобиль республиканың ҡала һәм райондарына юлланды. Шулар иҫәбендә Асҡарҙа тиҙҙән ишектәрен асасаҡ “Хазина” полилингваль күп профилле мәктәбе – биш ПАЗ һәм Буранғол урта мәктәбе 32 урынлыҡ бер дизелле автобустарына эйә булды. Был республикабыҙ өсөн дә һәм районыбыҙ өсөн дә бығаса булмаған рекордлы һан.

Әбйәлил мәктәптәренә алты автобус
Әбйәлил мәктәптәренә алты автобус

Асҡыстарҙы тапшырыу тантанаһы баш ҡаланың “Өфө–Арена” боҙ һарайы алдында үтте. Уларҙы төбәк Башлығы Р. Ф. Хәбиров һәм республика Хөкүмәте Премьер-министры А. Г. Назаров мәктәп директорҙары ҡулына тапшырып, уңышлы уҡыу йылы, хәүеф-хәтәрһеҙ юлдар теләне.
Яуаплы эштәренә намыҫ менән ҡараған бер төркөм тәжрибәле водителдәр был көндә икеләтә шатлыҡ кисерҙе, уларға тырыш хеҙмәт өсөн лайыҡлы наградалары бирелде.
Яңы автобустар Башҡортостаныбыҙҙың 54 районынан һәм алты ҡалаһынан 196 мәктәп өсөн тәғәйенләнгән. LADA автомобилдәре иһә республика ҡала-райондарындағы психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам комиссиялары үҙәктәрен һәм филиалдарын хеҙмәтләндерәсәк.
Үрҙә әйтеп үтелгәнсә, әбйәлилдәр иң ҙур өлөштәрҙең береһен “эләктерҙе”. Был, әлбиттә, тәү сиратта тиҙҙән Асҡарҙа асыласаҡ өр-яңы белем усағының транспорт паркын тулыландырыу маҡсатында тормошҡа ашырылды. Үҙ ҡосағына район үҙәгенең ике ҙур – Көнсығыш-1 һәм Көнсығыш-2 биҫтәһе балаларын аласаҡ “Хазина” полилингваль күп профилле мәктәбендә уҡыусыларҙы уҡырға йөрөтөү проблемаһы булмаясаҡ. Республикабыҙ етәкселегенең хәстәрлеге менән был мәсьәлә алдан хәл ителеп тә ҡуйҙы.

В. С. Абсаҙыева, “Хазина” полилингваль куп профилле мәктәбе директоры:
– Ҡыуанысыбыҙ сикһеҙ: Республика етәкселегенә уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм белем алыу өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыу йәһәтенән күрһәтелгән хәстәрлеге өсөн ҙур рәхмәт! Яҡынса иҫәпләүҙәребеҙсә, 3-сө мәктәпкә Көнсығыш-2 биҫтәһенән йөрөп уҡыясаҡ 600 баланы, шулай уҡ Көнсығыш-1 биҫтәһенең мәктәптән алыҫ ятҡан ситке урамдарында йәшәүселәрҙе ташыуҙы ойоштороу талап ителә. Ике биҫтә уртаһынан йәнле трасса үтеүе балалар өсөн ныҡ хәүефле. Шуға күрә Көнсығыш-2 биҫтәһенән уҡыусыларҙы автобуста ташыу мотлаҡ. Әйткәндәй, трассала юл саттарына светофор ҡуйыу буйынса Юл хужалығы идаралығы менән килешеү төҙөлә. Һәр баланың мәктәпкә илткән юлы хәүефһеҙ, ҡаршылыҡтарһыҙ булырға тейеш! Төҙөлөш менән бер рәттән мәктәп биләмәһе тирәләй тротуарҙар һалынды, өс урында бер секциялы һары светофорҙар ҡуйылды, юл билдәләрен урынлаштырырға ҡалды. Эштәр әкренләп тамамланыуға бара. Автобустарға водителдәр һәм гараж кәрәк. Артабан ошо юҫыҡтағы мәсьәләләрҙе хәл итәсәкбеҙ.


Буранғол урта мәктәбе өсөн дә быйыл бәхет ишектәре асылды. “Салауат” ЯСЙ-һының бағымсылыҡ ярҙамы менән капиталь ремонттан һуң танығыһыҙ булып яңырған интернат 1 сентябргә файҙаланыуға тапшырыласағы көтөп алынған һөйөнөслө яңылыҡтарҙың тәүгеһе булһа, икенсеһе – мәктәп яңы автобус алды. Күрше-тирәләге биш ауылдан йөрөп уҡыусыларҙы мәктәпкә ташыу быға тиклем проблемалыраҡ булған. Автобуста урындар етмәүе арҡаһында бер йүнәлештә ятҡан Ишкилде, Һәйетҡол ауылдарына икешәр рейс яһарға тура килгән. Ошо уҡ автобустың көн дә Исхаҡҡа йөрөүен, ял көндәрендә Мәйгәште, Шәрип ауылдарынан интернатта ятып уҡыусыларҙы өйҙәренә һәм кире ташыуын иҫәпкә алғанда бер водитель өсөн бик көсөргәнешле булған. Хәҙер 32 урынлыҡ дизелле автобус бүленеүе бер юлы ике мәьсәләне хәл итәсәк. Берҙән, бер йүнәлештә ҡабат-ҡабат рейс яһарға кәрәкмәйәсәк, икенсенән, уның дизель яғыулығында йөрөүе таулы юлдарҙа үрҙәргә артылыу өсөн дә ҡулайлы.

– Ғәҙәттәгесә, 1 сентябрь алдынан балаларыбыҙ өсөн яңы техника тапшырабыҙ. Республиканың ҡала һәм райондарына 200-ҙән ашыу автобус һәм машина, был рекордлы һан, юлланасаҡ. Тимәк, көн һайын мәктәпкә йөрөгән балалар өсөн өҫтәмә хәүефһеҙлек, уңайлылыҡ булдырыла, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.


Һүҙҙең тура мәғәнәһендә белем асҡыстары булған балаларҙы уңайлы шарттарҙа уҡыу йортона илтәсәк автобус асҡыстарын мәктәп директорҙары В. С. Абсаҙыева һәм Ю. Ә. Фәхрисламов алды. Өр-яңы автобустар баш ҡаланан Әбйәлил- гә тиклемге таулы-бормалы тәүге оҙон юлды яҡшы үтеп ҡайтып етте. Уларҙың районыбыҙ мәғарифына оҙаҡ йылдар боҙолмай, күңелһеҙ ваҡиғаларға тарымай хеҙмәт итеүен теләргә ҡала.

Автор: Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас