Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Август 2025, 16:43

Иң мөһиме - балалар имен булһын!

Алдан иҫкәртеүгә етмәй, шулаймы? Районда Башҡортостан Республикаһының бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Ольга Панчихина, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығының күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эштәре идаралығы начальнигы урынбаҫары Рөстәм Фәйзуллин, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Ғәзиз Манапов, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығының ирекмәндәр кураторы Александра Таймолкина «Балалар хәүефһеҙлеге» тип аталған эш сәфәре менән булды. Ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов оҙатып йөрөнө. Уларҙың кинәт районға килеүенең төп сәбәбе, әлбиттә, һуңғы ваҡытта интернет селтәрендә таралған видеояҙмалар. Беҙҙең районда булған хәл-ваҡиғаларҙы, йәғни өлкәнерәк класс уҡыусыларының бәләкәс класс уҡыусыһын йәберләүен бөтә республика халҡы күргәндер. Бүтән балалар ҙа ошо юлдан китмәһен, ундай хәлдәрҙе ҡабатлауға юл ҡуймаҫ өсөн уларҙы алдан иҫкәртеү кәрәк. Сараның төп маҡсаты ла шул ине.

Иң мөһиме - балалар имен булһын!
Иң мөһиме - балалар имен булһын!

Шаулай-гөрләй «Ирәндек»

Республика вәкилдәре иң тәүҙә «Ирәндек» лагерына юлланды. Лагерь директоры Ирек Хәсәнов ҡунаҡтарҙы лагерҙың барлыҡҡа килеү тарихы һәм бөгөнгө көндәге эшмәкәрлеге менән таныштыра барҙы. Бында әле дүртенсе заезд бара. Йәйге ялды йомғаҡлаған һуңғы заезға бөтәһе 296 бала килгән, уларҙың 220-һе әле лә ял итә. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренән булған 76 баланың ике аҙналыҡ бушлай ялы тамамланған. Улар араһында алдынғы уҡыусылар, спортсылар, ижади яҡтан һәләтлеләр, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең балалары бар. Уҡыусылар абруйлы ҡунаҡтар алдында һис тә юғалып ҡалманы, һәләттәрен, белемдәрен күрһәтте, республика вәкилдәренә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, һорауҙарына тапҡыр яуаптар ҡайтарҙы.
Бында полиция, һаулыҡ һаҡлау, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм янғын һағы хеҙмәткәрҙәре саҡырылған ине. Ҡоро һүҙ генә булмаһын өсөн, уҡыусыларға юл-транспорт, янғын барышында һәм башҡа һәләкәт ҡорбандарына медицина ярҙамы күрһәтеүҙең ғәмәли алымдары күрһәтелде, улар теге йәки был хәл-ваҡиғала үҙҙәрен практикала һынап ҡараны, ҡағиҙәләргә төшөндө. Сараны ойоштороусылар мәктәп уҡыусыларына махсус машиналарҙың һәм ҡорамалдарҙың ниндәй осраҡта нисек ҡулланылыуы тураһында ентекле һөйләне. Үҙәк дауахана хеҙмәткәрҙәре, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусылары балаларға тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү алымдарын аңлатты. Янғын-ҡотҡарыу часе хеҙмәткәрҙәренең импровизацияланған янғынды һүндереүен балалар иғтибар менән күҙәтте.
Хәүефһеҙлек буйынса белемдәрен тикшергән квест-уйында ла ихлас ҡатнашҡан иң әүҙем отрядтарға бүләктәр тапшырылды.
— Квест-уйында ихлас ҡатнашыуығыҙ, һеҙгә хәүефһеҙлек нигеҙҙәрен төшөндөрөүсе һөнәри хеҙмәткәрҙәрҙең булыуы бигерәк ҡыуаныслы, сөнки хәүефһеҙлек буйынса теория ғына түгел, ә практика ла кәрәк, — тине Ольга Юрьевна.


Балаларҙың хәүефһеҙлеге —дөйөм хәстәрлек

Көндөң икенсе яртыһында район хакимиәтенең ултырыштар залында район хакимиәте вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм мәктәп директорҙары менән кәңәшмә уҙғарылды. Сараның төп маҡсаты — балаларҙы имен тормош ҡағиҙәләренә өйрәтеү, ә ололарға өйҙә, мәктәптә, юлдарҙа, урамдарҙа уларҙың именлеге өсөн яуаплы икәнлектәрен тағы бер тапҡыр иҫтәренә төшөрөү.
Рөстәм Фәйзуллин 2025 йылда республикала булған янғындар тураһында доклад тотто. Ошоға тиклем төрлө сәбәптәр арҡаһында барлыҡҡа килгән янғындарҙа 12 баланың ғүмере өҙөлгән, 16 бала төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Ғәзиз Манапов янғын һәм һыу инеү хәүефһеҙлектәре буйынса һөйләне. Ул әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа янғындар һаны кәмеһә лә, унда һәләк булыусыларҙың һаны күбәйә бара. Ағымдағы йылда районда янғын буйынса 3478 профилактик рейд уҙғарылған, 6436 йортҡа күҙәтеү яһалған, 1434 күп балалы, 1819 имен булмаған, 1667 яңғыҙ йәшәгән, 334 хәүеф төркөмөнә ҡараған, 269 һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булған ғаиләләрҙә рейдтар үткән. Алдан бирелгән 3346 янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы йүнәтелгән, тағы ла 124 берәмек ҡоролма таратылған.
Быйылғы йылда районда 4 кеше батып үлгән, шул иҫәптән бер бала. Был юҫыҡта һыу инеү урындары булдырыу, ҡотҡарыусыларҙы уҡытып алыу буйынса кәңәштәр бирелде.
Александра Таймолкина «Хәүефһеҙлек лигаһы» ирекмәндәр хәрәкәте тураһында бәйән итте. Ирекмәндәрҙең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, хәүефһеҙлек буйынса уҙғарылған төрлө акцияларға район ирекмәндәрен йәлеп итергә саҡырҙы. Бөгөнгө көндә районда 899 ирекмән теркәлгән

Ольга Панчихина, Башҡортостандың бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле: «Үҫеп килеүсе йәш быуынды төрлө бәлә-ҡазаларҙан аралау – ололарҙың намыҫында. Баланы хәүефһеҙлеккә өйрәтеү бик ҡатмарлы бурыс булһа ла, быны бәләкәйҙән үк башларға кәрәк, сөнки ул ғүмерлеккә формалаша. Әлбиттә, тәү сиратта, уның өсөн ата-әсә яуап бирә тиерһегеҙ. Әммә уларҙан тыш, баланың тәрбиәләнгән һәм уҡыған мөхите, тыуып-үҫкән ерендәге кешеләр ҙә уға йоғонто яһай».

Райондың бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия рәйесе Ләйсән Ғибәҙәтова, опека һәм попечителлек бүлеге начальнигы Эльвира Ниғмәтова, район мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Хәкимов балаларҙың хәүефһеҙлеге буйынса доклад тотто.
Ләйсән Хатип ҡыҙы әйтеүенсә, 2025 йылдың тәүге һигеҙ айында 41 бәлиғ булмаған бала административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, шуларҙың 13-ө — 16 йәшкә тиклемге балалар. Юл хәрәкәте өлкәһендә 28 үҫмергә протоколдар төҙөлгән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙ-мәткәрҙәре ҡатнашлығында 70 ата-әсәләр йыйылышы үткәрелгән. Үрҙә әйтелгәндәрҙең барыһына ла тейешле органдар йәлеп ителгән, бөтә профилактик саралар күрелгән һәм уҡыусыларға шәхси профилактик программалар төҙөлгән.
— Бөгөнгө көндә опека һәм попечителлек үҙәгендә бөтәһе 219 бала иҫәптә тора, шуларҙың 201-е ғаиләләрҙә йә-шәһә, ҡалғандары «Ҡурай» ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәгендә тәрбиәләнә. 2024 – 2025 йылдарҙа балаларҙы тартып алыу осраҡтары теркәлмәгән, — тип һөйләне Эльвира Фәйзрахман ҡыҙы.
Айҙар Салауат улы иһә уҡыусылар араһында уҙғарылған профилактик сараларға туҡталды. Һәр бер мәктәптә тиерлек йәш янғын һүндереүселәр дружиналары, юл хәрәкәтенең йәш инспекторҙары ойошмалары эшләп килеүе тураһында әйтте. Уларҙың район һәм республика кимәлендә үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, шулай уҡ өлкәндәр тарафынан күрһәтелгән профилактик сараларға туҡталды.
Артабан Руслан Ғөзәйер улы балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә алда торған мәсьәләләрҙе әйтеп үтте. Балалар хәүефһеҙлеге дөйөм хәстәрлек икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алып, был юҫыҡта артабан да бар көскә эшләү, ошондай файҙалы фекер алышыуҙар үткәреп тороу зарурлығын билдәләне.

Автор: Гульфия Хасанова 
Читайте нас