Башҡортостан вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов хөкүмәттең 2025 йылдың тәүге ярты йыллығында республиканың социаль-иҡтисади үҫеше йомғаҡтарына арналған ултырышында белдереүенсә, республикала спортсыларға һәм тренерҙарға һөҙөмтәле ярҙам системаһы булдырылған. Быйыл 32 тренер «Ауыл тренеры» һәм «Ҡала тренеры» проекттарында ҡатнашҡан. Уларҙың һәр береһенә 1 миллион һум аҡса тапшырыласаҡ. Былар “” милли проекты сиктәрендә башҡарылған эштәр.
Башҡортостанда 141 спорт төрө үҫтерелә, 129 аккредитацияланған спорт федерацияһы эшләй. Республикабыҙҙан 400-ҙән ашыу атлет Рәсәйҙең йыйылма командалары составына инә. Алты ай эсендә улар меңдән ашыу миҙал яулаған.
Шулай уҡ тренер-уҡытыусыларҙың эш хаҡын уҡытыусыларҙың уртаса хеҙмәт хаҡына еткереү ярҙам сараларының береһе булып тора. Беҙҙең төбәктә иһә 52 мең һумдан ашыу. Был маҡсатҡа муниципаль берәмектәргә 208 миллион һумдан ашыу субсидия бүленгән.