Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Бөрөлә үткән республика уҡытыусылары кәңәшмәһендә белдерҙе. Бынан тыш, биш йыл эсендә 525 йәш уҡытыусы 690 мең һумлыҡ грант алған. 1 сентябрҙән ауыл мәктәптәре директорҙарына ошондай мөмкинлек бирелә.
2024 йылда балалар баҡсаһында эшләгән 75 педагог гранттарға лайыҡ булған (һәр береһе 575 мең һумлыҡ). Быйыл иһә тағы 50 тәрбиәсегә грант тапшырылған.
Уҡытыусыларға бындай ярҙам саралары “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.