Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Сентябрь 2025, 11:20

Белем үрҙәренә әйҙәй көмөш ҡыңғырау

Буранғол урта мәктәбендә быйылғы уҡыу йылында 121 уҡыусы белем аласаҡ.

Белем үрҙәренә әйҙәй көмөш ҡыңғырау
Белем үрҙәренә әйҙәй көмөш ҡыңғырау

Яңы уҡыу йылы менән ҡотларға район хакимиәте башлығы Айрат Әминев, уның беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов, социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Абдуллин, "Салауат" ЯСЙ-һы етәксеһе Таһир Бәхтегәрәев, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова, райондың йәмәғәт палатаһы ағзаһы Динир Әхмәтйәнов килде.

     Тантаналы линейканы асыу һәм байраҡ күтәреү хоҡуғы уҡыу алдынғылары Әлмир Хөсәйенов, Сыңғыҙ Фәттәхов менән Миләүшә Шаһивәлиеваға бирелде. Мәктәп директоры Юлай Фәхрисламов, Буранғол ауыл биләмәһе башлығы Фуат Мәхмүтов һәм педагогик хеҙмәт ветераны Мәрйәм Сәлмәнова уҡыусыларҙы һәм педагогик коллективты белем көнө менән ҡотлап, яңы уҡыу йылында уңыштар теләне.
Байрам сараһында башланғыс кластар уҡытыусыһы Сания Моратованы хаҡлы ялға оҙаттылар. Хөрмәтле педагог балаларға белем биреүгә бар ғүмерен бағышлаған, уның хеҙмәт стажы — 41 йыл. Мәктәп директоры Юлай Фәхрисламов менән профком рәйесе Филүзә Ғилманова уға намыҫлы эше өсөн бөтә коллектив исеменән рәхмәт белдереп, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Тәжрибәле уҡытыусылар урынына алмашҡа йәштәр килә. Буранғол урта мәктәбен тамамлап, белем алып, кире ошонда эшкә ҡайтыуҙары айырыуса шатлыҡлы. Наҙгөл Хәкимова информатика уҡытыусыһы һәм мәктәптең эштәр башҡарыусыһы, Линар Усманов хоккей буйынса тренер буласаҡ. Йәш уҡытыусыларға уңыштар теләйбеҙ.
Линейкала ҡатнашҡан хөрмәтле ҡунаҡтар, хаҡлы ялдағы уҡытыусылар өсөн Буранғол уҡыусылары йырлы-моңло сәләмдәрен юлланы, дәртле бейеүҙәрен башҡарҙы. Уларға матур сәскә гөлләмәләре тапшырып ҡыуандырҙы.
Яңы уҡыу йылы башланыуын белдергән һәм тәүге дәрестәргә саҡырған ҡыңғырау шылтыратыу хоҡуғы алдынғы уҡыусылар — 11-се кластан Рәсүл Сәлмәнов менән 2-се кластан Нәзилә Байрамғоловаға бирелде.
Буранғол уҡыусыларына һәм педагогик коллективҡа яңы уҡыу йылында уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ!

Автор: Динара Сафиуллина
Читайте нас