Асҡарҙа яңы полилингваль мәктәп янындағы «Хазина» балалар баҡсаһы асылды. Баҡсаның кескәй хужалары һәм уларҙың ата-әсәләре тәүге тапҡыр бында килде. Балалар баҡсаһы ҙур, майҙаны – 2 мең ярым квадрат метр, ул 160 балаға иҫәпләнгән. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн 10 урынлыҡ махсус төркөм асылған, үҙенсәлекле бәләкәстәр менән махсус белгестәр эшләйәсәк.
Сағыу һәм йомшаҡ түшәмле уйын майҙансығы, спорт һәм музыка залдары, аш-һыу һәм хужалыҡ бүлмәләре бар. Заманса баҡсала бәләкәстәрҙе тәжрибәле тәрбиәселәр генә түгел, психолог, логопед-дефектолог һәм музыка уҡытыусылары көтә, улар балаларҙың һәләттәрен бар яҡлап үҫтерергә әҙер.
Белем көнөндә шәп һәм ҙур баҡсалы булған ата-әсәләр район һәм республика етәкселегенә рәхмәтле.
— “Хазина” балалар баҡсаһына район үҙәгенең “Көнсығыш-1” һәм “Көнсығыш-2” биҫтәһендә йәшәүсе ҡыҙҙар һәм малайҙар йөрөйәсәк. Бөгөн ата-әсәләргә һәм балаларға экскурсия үткәрҙек, баҡса бик оҡшаны, — ти яңы баҡса мөдире Вәсилә Абсаҙиева.