ИП "Асҡарова" ышаныслы тәьмин итеүсе, уның ярҙамында көн һайын ашхана яңы аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителә.
Уҡыусылар туҡланыу сифаты тураһында йылы фекерҙәр әйтте. 4- се класс уҡыусылары Эмиль Хөснитдинов Һәм Вәсилә Ибәтуллина ашнаҡсыларҙың нисек тәмле әҙерләнеүе тураһында ярышып һөйләнеләр:
– Беҙгә ашханалағы ризыҡтар оҡшай. Мөләйем генә ашнаҡсылар беҙҙе көн дә файҙалы аштар менән һыйлай.
9-сы класс уҡыусыһы Рузалина Ғисмәтуллина:
–Беҙгә, сығарылыш кластарына, дәрестәрҙән һуң өҫтәмә шөғөлләнеү дәрестәренә лә йөрөргә тура килә. Буш ваҡытта һәр саҡ ашханаға йүгереп барып, яңы икмәк менән ҡайнар сәй эсергә мөмкин, – тип уртаҡлашты.
Өлкән ашнаҡсы Гүзәлиә Ғәйфиева тәьмин итеүсе менән эшләү уңайлылығы һәм ете кешенән торған коллективтың яйға һалынған эше тураһында йылмайып һөйләй. Улар өсөн төп бүләк – балаларҙың ҡәнәғәт йөҙҙәре.
Хужалыҡ мөдире Розалия Хәйбуллина көн һайын ашханала 1310 уҡыусының туҡланыуы хаҡында ғорурлыҡ менән хәбәр итте. Айырыуса һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына һәм күп балалы ғаиләләргә иғтибар бирелә – улар өсөн туҡланыу бушлай ойошторолған. Башланғыс мәктәп уҡыусылары тулыһынса социаль туҡланыу менән тәьмин ителгән.
Ашхана техник яҡтан яҡшы йыһазландырылған, күптән түгел ике яңы аш бешереү ҡаҙанлығы ҡуйылған. Төп ризыҡтарҙан тыш, ашнаҡсылар көн һайын балаларҙы үҙҙәре әҙерләгән яңы бешерелгән ризыҡ менән ҡыуандыра. Бөгөн, мәҫәлән, 1350 аппетитлы бәлеш бешергәндәр – бөтәһенә лә етерлек! Беҙ белгес менән һөйләшкән арала ҡайһы бер уҡыусылар тағы ла бутҡа һалдырып алдылар. Ашханала бөтәһенең дә кәйефтәре яҡшы, балаларҙың аппетиттары шәп.
Буфетта һәр ваҡыт яңы бешерелгән икмәк аштары һатып алырға мөмкин. Килем ашхананың хужалыҡ ихтыяждарына йүнәлтелә, мәҫәлән, күптән түгел туңдырғыс ремонтланған. Иртәгә мәктәп мебелен нығытыу өсөн слесарь килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңы ултырғыстар йыш ватыла, һәм нығытмаларҙы даими ремонтлау талап ителә.
Ата-әсәләр исеменән Айһылыу Илһамова:
–Ашхана хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы ҙур баһаға лайыҡ. Улар көн һайын балаларҙы тәмле һәм сифатлы ризыҡ менән тәьмин итеү өсөн тырыша. Ашнаҡсыларҙың оҫталығы, тәьмин итеүсенең ышаныслылығы һәм хужалыҡ мөдиренең яуаплылығы бергә берҙәм коллектив эшен тәьмин итә. Һөҙөмтәлә балалар көн һайын туҡ һәм ҡәнәғәт ҡала. Аҙыҡтың сифатлы һәм файҙалы булыуы мөһим, беҙ үҙебеҙ килеп күреп, ҡыҙыҡһынып торабыҙ, бик ҡәнәғәтбеҙ.
Мәктәптең ашханаһы – ул уҡыусылар өсөн ял итеү, аралашыу һәм көс йыйыу урыны ғына түгел, ә сәләмәт туҡланыу нигеҙҙәрен өйрәнеү майҙансығы ла. Атап әйткәндә, балаларҙа дөрөҫ туҡланыу күнекмәләрен тәрбиәләү, ризыҡҡа ихтирамлы ҡараш булдырыу мөһим. Ашхана был йәһәттән дә ҙур роль уйнай.
Башҡортостан республикаһы Башлығы Радий Хәбиров: "Мәктәп туҡланыуын ойоштороуҙың төбәк тәжрибәһе бер нисә тапҡыр илдә иң яҡшы тәжрибә тип танылды. Беҙ был эште үҙгәртеп ҡора алдыҡ. Әммә был мәсьәлә, мөһим булып ҡала. Шуға, һөҙөмтәле эшләү өсөн республиканың сауҙа министрлығында социаль туҡланыу идаралығын булдырҙыҡ».
Мәктәп етәкселеге ашхананың эшенә ҙур иғтибар бүлә. Ата-әсәләр комитеты менән берлектә туҡланыу сифатын даими күҙәтеү, менюны яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр әйтеү алып барыла.
Асҡар гимназияһының ашханаһы – ул балаларҙың сәләмәтлеге һәм уңышлы уҡыуы өсөн мөһим шарттарҙың береһе. Бында һәр ваҡыт тәмле, файҙалы һәм өйҙәгесә йылы атмосфера хөкөм һөрә. Коллектив алдында – уҡыусыларҙың сәләмәтлеген нығытыу һәм уларҙы тәмле ризыҡ менән ҡыуандырыу кеүек мөһим бурыстар тора.