201 уҡыусы бала йылы аш менән тәьмин ителгән. Ашханала 48 урын бар, һәр тәнәфестә балалар график буйынса туҡлана. Рационда тулыһынса дөрөҫ туҡланыу өсөн бөтә нәмә лә бар. Аҙнаһына ике тапҡыр итле аштар ҙа була. Һәр мәктәптәгесә социаль ашатыу категориялары булғандар бушлай ашай.
Ашхана бөхтә йыйыштырылған, тәмле аш еҫтәре сыға.
Тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Р. У. Собханғолова:
– Мәктәп ашханаһында йыһазландырыу заманса, һауыт-һаба етәрлек, яҡшы сифатта. Ай һайын ата-әсәләр комитеты ағзалары тикшереү үткәреп торалар, улар аштың сифатын тәмләп ҡарай, ошоға тиклем гел риза булдылар. Артабан да эш ойошҡан, яҡшы сифатта алып барыласаҡ. Ата-әсәләрҙән дә, балаларҙан да ашатыуға бәйле ризаһыҙлыҡ ишеткәнебеҙ юҡ, бөтәһе лә ҡәнәғәт. Күптән түгел район Советы рәйесе Айбулат Хәйбуллин килеп хәл белешеп китте, ашхана эше менән ҡыҙыҡһынды, аҙыҡ түлек буйынса проблемалар булһа бергәләшеп хәл итербеҙ, тип вәғәҙә итте. Әлегә барыһы ла яҡшы. Республика һәм район етәкселеге яғынан балаларға булған иғтибары өсөн рәхмәтлебеҙ.
Ашнаҡсылар һәр тәнәфескә ризыҡтарҙы өҫтәлгә теҙеп ҡуя, балалар меню буйынса тамаҡ ялғағас һәр береһе үҙенең һауыт-һабаһын тейешле урынға тапшыра. Ашнаҡсылар үҙ эшенең оҫтабикәләре, аш-һыуға маһир, ҡунаҡсыл, мөләйемдәр. Улар бешергән аштың тәмлелеге балаларҙың ҡабаттан өҫтәмә порция һорап килеүҙәренән күренеп тора. "Икмәк - бөтә нәмәгә баш", тигәндәй, ашханалағы һәр нәмә икмәктән башлана. Икмәк бигерәк тә тәмле, уны ун йылға яҡын инде күрше Учалы районы Миндәк ауылынан килтерәләр икән. Һәр иртән ашханала яңы мейестән сыҡҡан икмәк була.
Радий Хабиров, Башҡортостан республикаһы Башлығы:
“Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан мәктәп туҡланыуы сифатын ярайһы уҡ яҡшыртты. Мәҫәлән, мәктәп менюһында республикала етештерелгән аҙыҡ-түлек өлөшө артҡан: 2019 йылда ул 54 процент тәшкил итһә, хәҙер 78 процентҡа етә. Айырыуса ит ҡулланыу Башҡортостан етештереүселәренән 7,7 проценттан 92 процентҡа тиклем артҡан”.
Мәктәп ашханаһы, ысынлап та, балалар өсөн көс һәм дәрт усағына әүерелгән. Бында һәр кемде өйҙәгеләй йылы ҡабул итәләр, һәр кемгә тәмле ризыҡ тәҡдим ителә.
Ата-әсәләрҙең күҙәтеүе, район етәкселегенең иғтибары - былар барыһы ла мәктәп ашханаһының юғары кимәлдә эшләп килеүенең төп гаранты. "Бала саҡ - ул бәхет иле", тигәндәй, мәктәп ашханаһы һәр баланың бәхетле бала сағының бер өлөшө булып ҡала.
Ошо матурлыҡ, таҙалыҡ, муллыҡ артында ашнаҡсыларҙың тырыш хеҙмәте ята. Улар – тылсымсылар, сөнки һәр ризыҡты мөхәббәт менән бешереп, балаларҙың күңеленә шатлыҡ орлоғо сәсәләр.