Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Сентябрь 2025, 14:50

Ташбулат мәктәбе ашханаһы балалар хаҡында хәстәрлек күрә

Ташбулат мәктәбендә тормош ҡайнай, ә 270 уҡыусының  шат тауыштары коридорҙарҙа яңғырап тора. Был шау – шыулы баласаҡ илендә йомарт һәм ҡунаҡсыл мәктәп ашханаһы айырым урын биләй.  

Ташбулат мәктәбе ашханаһы балалар хаҡында хәстәрлек күрә
Ташбулат мәктәбе ашханаһы балалар хаҡында хәстәрлек күрә

Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнеүсе, аталары Тыуған ил һаҡлағында МХО-ла хеҙмәт иткәндәрҙең балалары, һаулыҡтары сикләнгәндәр һәм башланғыс класта уҡыусылар республика хөкүәмте ярҙамы менән бушлай ашайҙар. Бөтә балалар ҙа бешерелгән ашты яратып ашайҙар, ризалар.  Һәр тәмле төшкө аш артында хәстәрлекле мәктәп ашнаҡсыларҙың тырыш хеҙмәте ята.

Башҡортостан республикаһы Башлығы Радий Хәбиров:

“Аҙыҡ-түлек сифатын яҡшыртыу һәм ҡайнар аш менән тәьмин итеү буйынса тырышлыҡтарға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер балалар тәҡдим ителгән ризыҡтарҙы ашамай, сөнки ҡыҙҙырылған картуф һәм башҡа туҡланыу стереотиптары менән мауыға. Хәлде үҙгәртеү өсөн яңы алымдар, шул иҫәптән хәйриә проекттары индерергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта Роспотребнадзор һәм республика һаулыҡ һаҡлау Министрлығы талаптарын үтәү мөһим".

Рауил Рәхмәтуллин 7 класта уҡый, күп балалы ғаиләлә үҫә.

–Миңә ашханала барыһыла оҡшай, ашнаҡсы апайҙар маладистар. Уларҙың ҡулдары алтын, бешергән аштары бик тәмле,  – ти  Рауил.

Был көндә 6-сы класта уҡыған улының уҡыуын белешергә, бер юлы ашхананы ла күҙәтеп сығырға тип Розалия Хафизова мәктәпкә килгән ине. Уның фекерен дә тыңланыҡ.

Розалия Хафизова:

–Ирем өсөнсө йыл инде махсус хәрби операция зонаһында  хеҙмәт итә. Шунлыҡтан бөтә эштәрҙе лә үҙемә алып барырға тура килә.  Мәктәпкә йыш киләм, улымдың уҡыуын, тәртибен белешеп торам. Бер ыңғайы мәктәп ашханаһына ла күҙ һалам. Унда яҡты, таҙа, улым көн һайын бында ашай, аштарын маҡтай, бик ҡәнәғәтбеҙ. Ике төрлө аш әҙерләйҙәр, һәр кем оҡшағанын һайлап ала, бик уңайлы. Вариатив ашау, бушлай ашау мөмкинлеге биргән өсөн мәктәпкә, республика етәкселегенә рәхмәтлебеҙ. Мөләйем ашнаҡсыларға айырым рәхмәт, ата-әсәләр исеменән уларға һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем.

Ашхананың таҙалығы, яҡтылығы, аштың тәмлелеге – барыһы ла балаларҙың кәйефен күтәрә, энергия бирә.

Ашнаҡсыларҙың һәр береһе – үҙ эшенең оҫтаһы, уларҙың бешергән аштары – балаларға көс һәм дәрт сығанағы. Бөтә ризыҡтың сифаты өсөн шеф-ашнаҡсы Зөбәржәт Баязитова яуаплы.

–Сифатлы продукция менән беҙҙе шәхси эшҡыуар Ләйсән Асҡарова ваҡытында тәьмин итә, шуныһы бик уңайлы. Аш-һыуҙы сифатлы, тәмле, файҙалы итеп бешереү беҙҙең бурысыбыҙ һәм беҙ уны үтәйбеҙ. Ай һайын асыҡ ишектәр көнө үтеп тора, ул көндә ата-әсәләр ашхананы инеп күреп, аштан ауыҙ итеп сығалар,- ти шеф-ашнаҡсы Зөбәржәт Баязитова.

"Аш - көс, аҡыл - нур" тигәндәй, ашхананан көс тә, дәрт тә алалар балалар.

Унда балалар үҙҙәрен ҙур, татыу ғаиләләге кеүек хис итәләр.  Мәктәптең ашханаһы – ул белем усағының йылыһын һаҡлаусы һәм уны тағы ла көсәйтеүсе урын.

Ташбулат мәктәбе ашханаһы балалар хаҡында хәстәрлек күрә
Ташбулат мәктәбе ашханаһы балалар хаҡында хәстәрлек күрә
Автор: Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас