Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Сентябрь 2025, 12:45

Дәүләт мәктәбе ашханаһында хәлдәр нисек?

Дәүләт урта мәктәбендә өс ауылдан балалар уҡый: күрше Яңауыл һәм Ҡушый ауылдарынан 28 бала уҡырға килә, уларҙы мәктәп автобусы йөрөтә.

Дәүләт мәктәбе ашханаһында хәлдәр нисек?
Дәүләт мәктәбе ашханаһында хәлдәр нисек?

Балалар мәктәп ашханаһында туҡлана. Ашхана бөтәһе 279 баланы ашата. Рацион яҡшы ҡәнәғәтләнерлек, балалар ашарға ихлас йөрөйҙәр.

Башҡортостан республикаһы Башлығы Радий Хәбиров:

"Башҡортостан Башлығы булып эшләй башлағанда, мәктәп туҡланыуы өлкәһендә хәлдәр насар ине.  Балаларҙы туҡландырыуҙа ҡулланылған продукция сығанағы билдәһеҙ, күп мәктәптәрҙә яраҡлаштырылған бүлмәләрҙә, уҡыусылар тороп ашарға мәжбүр ине. Һәм беҙ быны төҙәтә алдыҡ, яҡшы система булдырҙыҡ. Һөҙөмтәлә ата-әсәләр яғынан ялыуҙар юҡ. Берҙәм туҡланыу стандарттарына күстек, әммә шул уҡ ваҡытта уны индивидуалләштерәбеҙ. Ғөмүмән, Башҡортостанда мәктәп туҡланыуы системаһы Рәсәйҙә иң яҡшыһы һанала".

10 класс уҡыусыһы Альберт Ғәлиуллин уҡыу алдынғыһы:
- Беҙгә ашнаҡсылар  әҙерләп бешергән  аштар тәмле һәм төрлөсә, бик оҡшай. Ашханала беҙ тамаҡ ялғап, ял итәбеҙ.

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар, махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткәндәрҙең балалары, күп балалы ғаиләләрҙең, башланғыс кластар уҡыусылары бушлай туҡланалар.
Ашхана заманса йыһазландырылған: өс электр плитаһы, йәшелсә ҡырҡыу аппараты, өс һыуытҡыс, ике туңдырғыс камера, үлсәү, шыйыҡ аҙыҡ-түлек өсөн һауыт-һаба, йәшелсә һәм емеш-еләк йыуыу өсөн ванналар бар. Ҡулдарҙы йыуыу өсөн раковиналар ҡуйылған. Һауыт-һаба етерлек. Ашханаға беҙ барғанда һәр ваҡыттағыса таҙа, бутҡаларҙың хуш еҫе бөтә мәктәп коридорҙарын тултыра, ә икмәктең ҡайнарлығы, йомшаҡлығы балаларҙың йөҙөнә шатлыҡ өҫтәй. Аҙыҡ-түлек етерлек. 

Мәктәп ашханаһы, ысынлап та, балалар өсөн көс һәм дәрт усағына әүерелгән. Бында һәр кемде өйҙәгеләй йылы ҡабул итәләр, һәр кемгә тәмле ризыҡ табыла. Ашнаҡсыларҙың алтын ҡулдарынан сыҡҡан һәр бер аш - уҡыусылар өсөн шифалы дауа, көс сығанағы. 

Ата-әсәләрҙең күҙәтеүе, район етәкселегенең иғтибары - былар барыһы ла мәктәп ашханаһының юғары кимәлдә эшләп килеүенең төп гаранты.

Ошо матурлыҡ, таҙалыҡ, муллыҡ артында ашнаҡсыларҙың тырыш хеҙмәте ята.
Вариатив ашау ойошторолған, балалар үҙҙәре һайлап, ризыҡты өҫтәлгә үҙҙәре теҙеп ҡуя. Ашхана өсөн махсус матур кейемдәре лә бар.
Розалия Ғөбәйҙуллина ата-әсәләр контроле менән килгән.


-Балаларҙың мәктәптә туҡланыуын хәстәрләгән өсөн республика етәкселегенә рәхмәтлебеҙ. Бигерәк тә аш-һыуҙы таҙа, тәмле итеп әҙерләнгән ашнаҡсыларға рәхмәт. Мәктәп администрацияһы ла, беҙ- ата-әсәләр ҙә ашхананы тикшереп, балаларыбыҙҙың туҡланыуын күҙәтеп торабыҙ. Ҡәнәғәтбеҙ, - тине Розалия Ғөбәйҙуллина.

Дәүләт мәктәбе ашханаһында хәлдәр нисек?
Дәүләт мәктәбе ашханаһында хәлдәр нисек?
Автор: Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас