Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Сентябрь 2025, 15:45

Мәктәп директорҙары - яңырған интернатта

Улар өсөн экскурсия ойошторолдо.

Мәктәп директорҙары - яңырған интернатта
Мәктәп директорҙары - яңырған интернатта

Райондың мәктәп директорҙары Буранғол урта мәктәбенә кәңәшмәгә йыйылды. Улар “Салауат” ЯСЙ-һы ярҙамы менән “Ирәндек” балалар ял лагерында төҙөлгән спорт майҙансығын һәм капиталь ремонттан һуң яңырған интернатты ҡараны.

Кампанияның йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса белгесе Алһыу Мусина спорт майҙансығында воркаут-зона, ваҡ ҡом һибелгән пляж волейболы өсөн майҙансыҡ һәм баскетбол, футбол майҙансыҡтарын күрһәтте. Буранғол интернатында мәктәп директоры Юлай Фәхрисламов экскурсия ойошторҙо. Уңайлы һәм яҡты бүлмәләр, тренажерҙар ҡуйылған ике ҙур спорт залы, бейеү бүлмәһе, музей, тулыһынса йыһазландырылған хеҙмәт дәрестәре өсөн кабинеттар, ашхана, балалар баҡсаһы өсөн төркөм директорҙарҙа ҡыҙыҡһыныу уятты. Буранғол уҡыусылары мәғариф учреждениелары етәкселәре өсөн күрһәтмә сығыштар  һәм концерт номерҙары әҙерләгәйне.

"Балалар өсөн бөтә нәмә уйланылған - спорт менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр бар, бейергә өйрәнергә, ҡул эштәре менән булышырға, төрлө һөнәрҙәр үҙләштерергә мөмкин. Был бик шәп!" -тип һоҡланыуҙарын белдерҙе директорҙар.

Автор: Динара Сафиуллина
Читайте нас