Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Декабрь 2025, 16:35

Полилингваль мәктәп уҡытыусыларына өҫтәмә аҡса түләнә

Башҡортостан Башлығы башланғысы менән 2024 йылда республиканың полилингваль мәктәптәре хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына 20% күләмендә өҫтәмә түләү индерелде. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Полилингваль мәктәп уҡытыусыларына өҫтәмә аҡса түләнә
Полилингваль мәктәп уҡытыусыларына өҫтәмә аҡса түләнә

Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев хәбәр итте.

Шулай уҡ, уның һүҙҙәренсә, 2023 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең иң яҡшы башҡорт һәм рус теле, әҙәбиәте уҡытыусыларына бирелгән аҡсалата дәртләндереү күләме 50-нән 100-гә тиклем арттырылды.

Республика полилингваль мәктәптәренең 20 педагогы һәм 20 туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы 50 мең һум аҡса алыусылар иҫәбенә индерелде. Өс йыл эсендә полилингваль мәктәптәрҙең 55 уҡытыусыһы аҡсалата дәртләндереүгә лайыҡ булды.

Бынан тыш, йыл һайын полилингваль мәктәптәрҙең етәкселәре һәм уҡытыусылары тәжрибә уртаҡлашыу өсөн башҡа төбәктәргә бара.

Тиҙҙән район үҙәгенең Көнсығыш-1 биҫтәһендә  “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә төҙөлөп ятҡан полилингваль мәктәп үҙ ишектәрен асасаҡ.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас