Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Ғинуар , 08:35

Урта махсус уҡыу йорттары яңыртыла

Бер нисә йыл эсендә Башҡортостанда 29 колледж яңыртылды, шуларҙың 15-е 2025 йылда. Быйыл тағы ла 16 колледж сиратта тора. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Урта махсус уҡыу йорттары яңыртыла
Урта махсус уҡыу йорттары яңыртыла

Республикала бөтәһе 92 профессиональ белем биреү учреждениеһы бар.

“Уларҙың күбеһе яҡшы хәлдә түгел — эш сәфәрҙәре ваҡытында мин быны үҙ күҙҙәрем менән күрәм, – тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. - Йыл һайын төбәк бюджетынан колледждарҙы ремонтлауға аҡса бүлеү тураһында һөйләшеп килештек. 29 учреждение тәртипкә килтереләсәк. Дөйөм алғанда уларҙа 30 меңдән ашыу бала уҡый».

Уның һүҙҙәренсә, был мөһим мәсьәләне хәл итергә федераль властар ҙа ярҙам итә. «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Профессионалитет» проекты ярҙамында былтыр Башҡортостандың 5 колледжында капиталь ремонт үткәрелгән. Программа шарттары буйынса республика был эштәрҙе берлектә финанслай. Мәҫәлән, быйыл йәнә 8 махсус белем биреү учреждениеһында ремонт планлаштырыла, улар нигеҙендә яңы һөнәри белем биреү кластерҙары булдырыла. Президент мәктәп мәғариф системаларын яңыртыу программаһынан үҫкән яңы капиталь ремонт программаһы буйынса быйыл тағы ла 6 бинала эштәр тамамлана. Ә 2 колледж «Агропрофи»гранты сиктәрендә Рәсәй ауыл хужалығы министрлығынан субсидия аласаҡ.

"Туғыҙынсы синыфты тамамлаусыларҙың 60 проценттан ашыуы колледж студенттары булып китә. Һөнәри белем биреүҙең йәлеп итеүсәнлеге иҡтисадтың квалификациялы белгестәргә ихтыяжы менән бергә арта. Һәм беҙҙең бурыс — ошо юлды һайлаған балалар лайыҡлы шарттарҙа уҡый алһын өсөн эшләргә», - тип иҫәпләй төбәк Башлығы.

 

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас