Мәғариф
20 Февраля , 05:15

Буласаҡ педагогтар профилле БДИ тапшырасаҡ

Быйылғы, йәғни 2027-2028 уҡыу йылының ҡабул итеү кампанияһынан башлап, педагогия вуздарына уҡырға инеүселәр өсөн профилле БДИ индерелә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Буласаҡ педагогтар профилле БДИ тапшырасаҡБуласаҡ педагогтар профилле БДИ тапшырасаҡ
Буласаҡ педагогтар профилле БДИ тапшырасаҡ

Мәғариф министрлығы 1 сентябрҙән педагогия вуздарына уҡырға инеүселәр өсөн профилле берҙәм дәүләт имтиханын индерә. Был хаҡта ведомство етәксеһе Сергей Кравцов РИА Новости агентлығына биргән интервьюһында белдергән.

«Хәҙер йәмғиәтте өйрәнеү фәненән БДИ уҡырға инеү өсөн мотлаҡ һынау тип иҫәпләнмәй. Уның урынына абитуриенттарға профилле предметты тапшырырға кәрәк», — тип билдәләне Рәсәйҙең мәғариф министры.

Уның һүҙҙәренсә, был саралар көслө белгестәр әҙерләүгә йүнәлтелгән.

Үҙгәрештәр 2027-2028 уҡыу йылының ҡабул итеү кампанияһынан башлап ғәмәлгә индерелә.Был яңылыҡ шулай уҡ “Кадрҙар” милли проекты үтәлешенә лә үҙ өлөшөн индерәсәк.

ФОТО:bashinform.ru

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас