Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Март , 08:25

Башҡортостан Рәсәйҙә алдынғы

Рәсәй Мәғариф министрлығының 2025 йылға мониторинг һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостандың Йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге дөйөм Рәсәй рейтингында икенсе урын яуланы. Ә Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Башҡортостан Республикаһы беренсе урынға сыҡты. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостан Рәсәйҙә алдынғы
Башҡортостан Рәсәйҙә алдынғы

Үҙәк – мөһим федераль башланғыстар төбәк операторы. Улар шул иҫәптән “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодежь и дети”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы атҡарыла. Был – һөнәри йүнәлештең “Киләсәккә билет” берҙәм моделе, “Профессионалдар” чемпионат хәрәкәте, “Йыл оҫтаһы” конкурсы, һөнәри уҡыу һәм өҫтәмә белем биреү программалары, шулай уҡ Карьера база үҙәге эшмәкәрлеге. Заманса технологиялар үҫеше – айырым йүнәлеш. Вуз-ара кампус базаһында “Берлога” киберфизик инновациялар оҫтаханаһы асылған.

Республика колледждар оҫтаханаларын яңырта, мәғарифтың сәнәғәте менән бәйләнеше көсәйә, иҡтисадтың реаль һорауҙары буйынса белгестәр әҙерләнә. Бөгөн Башҡортостандың Йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге – республиканың тотош кадрҙар системаһының мөһим элементы. Уның аша берҙәм сылбыр хасил була: уҡыусыларҙың һөнәри йүнәлеше, колледждар студенттарын әҙерләү, белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү һәм уҡыу йорттарын тамамлаусыларға эш табыуҙа ярҙам итеү.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас