Кисәнең башланыуын белдереп ҡыңғырау шылтыраны. Уның сыңы бер хәсрәтһеҙ, шаулап-гөрләп үткән бала саҡ, үҫмер йылдарға, аттестат алған мәлдәргә алып ҡайтты. Һәр биш йыллыҡтағы сығарылыш уҡыусыларының сығыштары тыңланылды, уларҙың йылы һүҙҙәре уҡытыусыларына, тыуған мәктәбенә арналды. Сығарылыш уҡыусыларының сығыштары күңелле тәнәфестәр, йәғни балаларҙың, мәктәп коллективының сағыу концерт номерҙары менән сиратлаштырып алып барылды.
Тарихҡа күҙ һалһаң...
Атауҙы мәктәбе 1936 йылда тәүге тапҡыр башланғыс мәктәп булараҡ үҙ ишектәрен аса. 1990 йылда барлыҡ уңайлыҡтары булған, ике ҡатлы хәҙерге урта мәктәп бинаһы төҙөлә. Мәктәп коллективы яңы мәктәптә дәртләнеп эш башлай. Яҡшы йыһазландырылған информатика кабинеты, спорт залы, заманса ашхана, спорт майҙансығы, хеҙмәт кабинеты, китапхана – былар барыһы ла белем биреү сифатын арттырыуға, уҡыусыларға өҫтәмә белем биреүҙе ойоштороуға булышлыҡ итә. Урта мәктәп менән 1997 йылға тиклем Миртимер Әхмәтйәнов идара итә. 1997 йылдан мәктәп директоры итеп Вил Илһамов тәғәйенләнә.
— Ауылда урта мәктәп булдырыуҙы ауыл халҡы ныҡ теләне, ул ваҡыттағы бүлексә управляющийы Рәшит Замалитдинов уны бойомға ашырыуға күп көс һалды. 1 сентябргә бина төҙөлөп бөтмәһә лә, башланғыс кластар уҡый башланы. Урта һәм өлкән кластар икенсе сиректән яңы мәктәпкә аяҡ баҫты. Тәүге йылды 134 уҡыусы уҡыны. Төҙөлөш эшенең һуңғы этабында, мәктәп мебелен ҡороу, кабинеттарҙы йыһазлап, уҡыу процесына әҙерләү һәм башҡа эштәрҙә уҡытыусылар коллективының, өлкән класс уҡыусыларының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Ул ваҡытта Атауҙыла төрлө тарафтарҙан килгән уҡытыусылар татыу, ойошҡанлы коллективҡа тупланды. Белем усағы эш башлағас, юғары уҡыу йорттарына инеүселәр һаны артты. Спорт буйынса ла атауҙылар алдынғылыҡты бирмәне. Әле эшләп килгән коллективҡа уңыштар теләйем, — тине Вил Әсғәт улы.
Урта мәктәптә тәүгеләрҙән булып уҡыусыларға белем орлоҡтарын сәсеүсе мөғәллимдәрҙе лә һанап үтте кисәне алып барыусылар. Бына улар — Мәзүнә Әхмәтйәнова, Зөһрә Хамматова, Зәкир һәм Әнисә Үҙәнбаевтар, Шәүрә Ғәтиәтуллина, Гөлсәсәк Мәхмүтова, Зәкиә һәм Рәшит Нияҙғоловтар, Гөлдәр һәм Таһир Ҡаҙаҡаевтар, Рәшит һәм Римма Рәхмәтуллиндар, Флүзә Сәйетбатталова, Гөлнур Ишмырҙина, Флүрә Сәйфуллина, Ишбулат һәм Таңһылыу Ҡужиндар, Ансар Әбсәләмов, Рәмилә Ғәбитова, Рәмзиә Әбсәләмова, Әнисә Баязитова, Әсмә Ҡужахмәтова, Сәғәҙей Әүбәкиров, Әсмә Мәхмүтова һәм Гөлнара Шакирова.
Йыл артынан йылдар алмашына. Мәктәптә яңы уҡытыусылар, яңы директорҙар эҙҙәр ҡалдыра. 2004 йылдан мәктәпкә директор булып Дим Әйүпов эшкә килә. 2008 йылдан Зөһрә Хамматова етәкселек итә. 2015 йылдан белем усағы Ғаяз Замалетдинов ҡулына күсә.
— Мин Атауҙыға эшкә килгән ваҡытта дәррәү, көслө, коллектив тупланғайны, бөтә кабинеттар ҙа йыһазландырылған, ғөмүмән, эшләйем тигән кешегә бөтә уңайлыҡтар бар ине. Әле лә мәктәп таҙа, яҡты. Коллективтың эшләгәне күҙгә ташлана, — тине Ғаяз Рәшит улы.
Атауҙы мәктәбендә төрлө йылдарҙа бик күп уҡытыусылар эшләп китә. Бына улар — Ләйлә Сырлыбаева, Шафиҡ һәм Рәсимә Хәмитовтар, Гүзәл Илһамова, Гөлнара Әйүпова, Гөлназ Ғүмәрова, Зәйтүнә Моратова, Нәйлә Баязитова, Марина һәм Илдар Ғибәҙәтовтар, Заһир һәм Нурзилә Үҙәнбаевтар, Заһир Ғәбитов, Гөлназ Имәнғолова, Фәниә Ҡайниева, Нәрисә Абдуллина, Зөлфәт Үтәғолов, Фирүзә Атанғолова, Йәүрә Ғәтиәтуллина, Айгөл Хәлилова, Йомаҙил Әүбәкиров, Нәйрә Хөсәйенова, Рәйлә Өмөтҡужина, Шәүрә Әхмәтйәнова, Надежда Жигунова, Надежда Асҡарова, Айнур Һағынбаев, Гөлнур Үҙәнбаева, Фәриҙә Шәмсетдинова һәм Лениза Мөхәмәтдинова.
Шулай уҡ мәктәптең таҙалығы, аш-һыуҙың тәмлелеге өсөн яуап биргән, балалар һөйгән хеҙмәткәрҙәрҙе лә телгә алдылар. Фәриҙә Ишмөхәмәтова, Гөлсирә Вафина, Таңсулпан Ишбулатова, Рәйсә Ғәлина, Мөршиҙә Үҙәнбаева, Вәлимә Баязитова, Йәзилә Сафиуллина, Зөлфирә Нурғәлина, Рәмилә Вафина, Зилә Сәлихова, Флорида Аблаева, Луиза Ҡаһарманова, Люциә Асҡарова, Рәшиҙә Сәлихова, Мәфрүзә Ғәлина, Әҡлимә Ямалова, Рәсимә Әхмәтшина, Әнисә Аблаева, Зөлхиә Минһажева, Венера Асҡарова, Әлмира Исхаҡова, Рәфҡәт Ғәбитов, Вәкил Хамматов, Рафиҡ Рәхмәтуллин, Мөҙәрис Ҡолмөхәмәтов, Ғәлиәкбәр Әхмәтшин, Таштимер Баязитов, Әнүәр Баҡыев, Вәлит Ғәйфиев, Әхмәр Ҡаҙаҡаев, Мирас Вәлиев, Рамил Әминев, Миңзәлә Әбдрәхимова, Наил Вафин, Әлиә Ҡаһарманова һәм башҡалар уҡытыусылар менән бер рәттән Атауҙы мәктәбе уҡыусыларына хеҙмәт һөйөргә өйрәткән һәм тәрбиә биргән.
Мәктәптә эшләп киткәндәр бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелде, ҡунаҡтар мәктәп эшенә ҙур баһа биреп, ғорурланыу хистәрен еткерҙе.
Абруйлы ҡунаҡтар — мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Илнур Илһамов, район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Вил Илһамов, Йәнгел ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Ҡадиров, Йәнгел һәм Таштуй мәктәптәре директорҙары Альберт Ғәлиуллин һәм Динара Һибәтуллина белем усағына теләктәр әйтеп, бүләктәр тапшырҙы.
Мәктәп бөгөн
Әлеге көндә мәктәп менән эшһөйәр, талапсан директор Әлиә Ғәбитова етәкселек итә. Уның ҡулы аҫтында балаларҙы яратҡан, эштәренә яуаплы ҡараған 9 педагог эшләй. Улар — Гөлнара Замалитдинова, Әсмә Ҡужахмәтова, Флүрә Сәйфуллина, Римма Замалитдинова, Юлиә Ласынова, Әлфирә Ҡаҙаҡаева, Гөлдәр Әбсәләмова, Юлиә Ҡужахмәтова. Шуларҙың алтауһы юғары категориялы, ә өсәүһе беренсе категориялы уҡытыусылар иҫәбендә. Мәктәптә 49 бала уҡый. Балалар һаны аҙ булыу сәбәпле, башланғыс кластар һәм 5-6-сы кластар бергә уҡытыла. Мәктәп бинаһын ҡарап, таҙалыҡта тотоусы, балаларҙы тәмле аш менән туҡландырыусы техник персонал хеҙмәткәрҙәре Резеда Әүбәкирова, Нәсимә һәм Азамат Шаһивәлиевтар, Гүзәл Ишмөхәмәтова, Клара Баязитова, Фәүзиә Вафина, Земфира Вәлиева, Әлфиә Ҡаҙаҡаева оҙаҡ йылдар уңышлы эшләйҙәр.
Атауҙы бәләкәй мәктәптәр рәтенә ҡарай, әммә уларҙың уңыштары тос. 2023 йылда «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» проекты буйынса 18 тәҙрә пластикка алыштырылған. 2025 йылдан һәр бер уҡытыусыға интернет менән эшләү мөмкинселеге тыуҙырылған.
Йыл һайын уҡыусылар үҙҙәренең уңыштары менән ҡыуандыра. Мәҫәлән, быйылғы уҡыу йылында район кимәлендәге олимпиадала ике уҡыусы призер булған: башҡорт теленән Нурия Усманова (етәксеһе Г. Замалитдинова) һәм инглиз теленән Рифат Сәлихов (Ю. Ласынова). Районда мини-футбол буйынса үткән ярышта атауҙылар беренсе урынды яулаған (Р. Замалитдинова). Римма Ғабдулхай ҡыҙы етәкләгән «Дуҫлыҡ» ансамбле иһә районда уҙғарылған вокал конкурстарында гел алдынғы урындарҙа билдәләнә.
Яңыраҡ Сибай ҡалаһында уҙғарылған КВН уйынында Атауҙы мәктәбенән «Быймабаштар» командаһы өсөнсө урынға сыҡҡан һәм апрель айында Өфөлә үтәсәк КВН уйынында ҡатна-шасаҡ.
Еҙ ҡыңғырау моңо йыйҙы ҡошсоҡтарын
Юбилей менән бер рәттән 1991, 1996, 2001, 2006, 2011, 2016, 2021 йылғы сығарылыш уҡыусылары өсөн осрашыу кисәһе лә уҙҙы. Улар араһында уҡытыусылар, табиптар, бейеүселәр, дәүләт эшмәкәрҙәре, техник белемгә эйә белгестәр...
Төрлө һөнәр эйәләренең тыуған мәктәбе тупһаһын, ҡәҙерле уҡытыусыларын һағынып ҡайтыусылар күп булды сарала. Улар белем усағына ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы, мәктәптең элекке уҡыусылары ауыҙынан бихисап ҡотлауҙар яңғыраны, матур концерт номерҙары менән сығыш яһанылар.
Үҫеп еткән уҡыусыларың уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ булып, һинең юлыңды дауам итһә ҡыуаныслы. Әгәр ҙә ул тыуған мәктәбенә ҡайтып, остаздарынан үрнәк алып ең һыҙғанып хеҙмәт итһә — икеләтә бәхет, тиҙәр уҡытыусылар. Бөгөнгө коллективта Атауҙы мәктәбенең сығарылыш уҡыусылары — Әлиә Ғәбитова, Әлфирә Ҡаҙаҡаева, Гөлдәр Әбсәләмова тыуған мәктәбендә эшләп йөрөй.
Кисәлә сығыш яһаусылар күп булды. Уларҙың барыһының да бер теләк: ауылда мәктәп бөтмәһен. Мәктәп — ауылдың киләсәге, йөрәге тигән һүҙҙәр йыш яңғыраны сарала, сөнки ауылда йәштәр әллә ни ҡалмай, балалар һаны ла йылдан-йыл кәмей бара.
Сараны Римма һәм Гөлнара Зама-литдиновалар матур итеп алып барҙы. Һәр кемдең осрашыуҙан йөрәге елкенде, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Был көндө әйтелгән матур теләктәр тормошҡа ашһын, мәктәп артабан да йәшәүен һәм сәскә атыуын дауам итһен!