Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Март , 14:50

Хәмиттәр быйыл да еңеүгә өмөт итә

Былтыр "Ғилем" олимпиадаһында хәмиттәр ҙә мул уңыш йыйҙы. Бына улар: (һулдан уңға) математика уҡытыусыһы Наилә Арслан ҡыҙы Ғафарова –, Гөлсиә Мөхәмәҙиева башҡорт теленән олимпиадала икенсе, Лиана Ғәҙелшина математиканан беренсе , Яҙгөл Абдуллина башҡорт теленән беренсе урын яулаусылар, башҡорт теле уҡытыусыһы Илһөйәр Рифғәт ҡыҙы Абдуллина.

Хәмиттәр быйыл да еңеүгә өмөт итә
Хәмиттәр быйыл да еңеүгә өмөт итә

Лиана быйыл 11-се класта уҡығас, олимпиадала ҡатнаша алмағанына үкенес белдерҙе.

 –Мин былтыр математика буйынса “Ғилем” олимпиадаһында ҡатнашып, беренсе урын алдым. Миңә был һынау бик оҡшаны, файҙалы булды. Уҡыусыларға әйтер теләгем шул: һәр предметтан ҡатнашып ҡараһындар, үҙҙәрен һынаһындар, бәлки, еңеүсе булырҙар. Олимпиадалағы еңеүем үҙ көсөмә ышаныс булдырҙы һәм мин берҙәм дәүләт имтиханында профилле математиканы һайланым, иҡтисад буйынса уҡырға инергә йыйынам, – тип пландары менән уртаҡлашты Лиана Ғәҙелшина.

– Беҙҙең остаздарыбыҙ булған уҡытыусыларыбыҙға рәхмәтлебеҙ. Башҡорт теле менән ҡыҙыҡһыныуым тағы ла арта төштө. ОГЭ-нан мин башҡорт телен һайланым, һөҙөмтәләр киләсәктә кәрәк буласаҡ. Быйыл да "Ғилем”дә ҡатнашасаҡмын, тәүге турҙы уңышлы үттем, һуңғыһы ла һөҙөмтәле булыр тип ышанам, – ти Гөлсиә Мөхәмәҙиева.

–"Ғилем" олимпиадаһында ҡатнашып, былтыр башҡорт теленән еңеүсе булғаныма бик шатмын. Бигерәк тә бүләктәре ныҡ оҡшаны, йыл һайын бик күп район, республика буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашам, һәр ваҡыт еңеүсе, йәки призер булам, әммә бындай шәп бүләктәр алғаным булманы. Ошо файҙалы олимпиаданы ойоштороусыларға ҙур рәхмәт,- ти Яҙгөл Абдуллина.

Билдәле булыуынса, “Ғилем” олимпиадаһында ҡатнашып, еңеү яулаған уҡыусыларға бүләктәрҙе “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте әҙерләне, ошо уҡ предприятие ярҙамында призер булған уҡыусыларҙы әҙерләгән уҡытыусылар премиялар тапшырылды.

–"Ғилем" олимпиадаһы икенсе тапҡыр үҙ ишектәрен аса, һәм беҙ тулҡынланыу һәм ғорурлыҡ менән был мөһим интеллектуаль ярышта ҡатнашасаҡбыҙ. Былтыр беҙ ныҡышмалылыҡ һәм тәрән белем күрһәтеп, райондың иң яҡшы уҡыусылары иҫәбендә булыу бәхетенә ирештек. Был ҡиммәтле ҡаҙаныш беҙҙе рухландырҙы һәм үҙ көсөбөҙгә тағы ла нығыраҡ ышанырға мөмкинлек бирҙе. Бөгөн беҙ тупланған белемде һәм тәжрибәне ҡулланып, үҙебеҙҙе тағы һынап ҡарарға әҙербеҙ. Был ваҡиғаның яуаплылығын һәм әһәмиәтен аңлап, беҙ лайыҡлы һөҙөмтә күрһәтеү өсөн бөтә көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ, – ти  Хәмит мәктәбенең алдынғы уҡыусылары.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас