Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Март , 17:06

Көслөләрҙе асыҡлай һынау

Сиҙәм урта мәктәбе уҡыусыһы Руслан Мөстәҡимов былтыр үткән «Ғилем» олимпиадаһында физика фәненән белемен һынай һәм яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, призлы урын яулай, бүләккә «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Яндекс колонкаһы ала, призерҙы әҙерләгән уҡытыусыһы Айһылыу Өмөтбаева иһә 120 мең һумлыҡ аҡсалата сертификат менән бүләкләнә.

— Уҡыусыларым быйыл да «Ғилем»де түҙемһеҙлек менән көтөп алды, сөнки улар былтыр олимпиаданың форматын оҡшатты,  белемдәрен баһалап бирелгән бүләктәр менән дә бик риза ҡалдылар. Район уҡыусылары араһында бик көслө физиктар барлығын белгәс, уҙған йылда ҡурҡыңҡырап ҡатнашҡайныҡ. Шулай ҙа уҡыусым Руслан Мөстәҡимовтың икенсе урын алыуы балаларға быйылғы олимпиадала үҙ көстәрен һынап ҡарарға этәргес бирҙе. Әле онлайн рәүештә барған «Ғилем-2026» олимпиадаһының тәүге этабында бирелгән эштәрҙе уҡыусылар үтәне лә инде, — тип ҡыуа-нысы менән уртаҡлаша мәктәптең физика һәм информатика уҡытыусыһы А-һылыу Өмөтбаева. 

Айһылыу Илдус ҡыҙы Баймаҡ районының Өмөтбай ауылында тыуып үҫкән. Тыуған ауылында урта мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, Сибай институтының «Технология һәм эшҡыуарлыҡ» факультетында көндөҙгө бүлектә һәм ситтән тороп «Математика һәм информатика» факультетында уҡый. 2008 йылда Әлфир исемле егет менән ғаилә ҡоралар. 2010 йылда институтты тамамлағас, Магнитогорск ҡалаһының 146-сы һанлы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эш башлай. 2017 йылдан Сиҙәм ауылының «Чебурашка» балалар баҡсаһында тәрбиәсе була. 2018 йылда район кимәлендә уҙғарылған «Йыл тәрбиәсеһе-2018» конкурсында еңеп, Өфөлә республика конкурсында район данын яҡлай.

Һуңғы биш йылда Сиҙәм урта мәктәбендә балаларға физика, информатика фәндәренән белем бирә. Мәк-тәптә эшләүенең икенсе йылында уҡ «Йәш уҡытыусы» программаһының грантын алыуға өлгәшә.

— «Нефтеполис» инженерҙар әҙерләү фонды райондың мәғариф бүлеге менән берлектә һәм «Салауат» ЯСЙ-һы ярҙамында үткәргән муниципаль олимпиада балаларҙа теүәл фәндәргә ҡыҙыҡһыныу уятып, киләсәктәрен сәнәғәт тармағына кәрәкле белгестәр — инженер, геолог һәм башҡа заман талап иткән һөнәрҙәр менән бәйләүгә булышлыҡ итә, минеңсә. Ауыл мәктәптәрендә көслө белемле ҡыҙҙар һәм малайҙар бик күп, «Ғилем» олимпиадаһында ҡатнашыу — уҡыусыларҙың белемен тикшереп кенә ҡалмай, ышанысын арттыра, — тигән фекерҙә А. И. Өмөтбаева.

Гөлнара НУРҒӘЛИЕВА.

Читайте нас