Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Апрель , 10:56

Яңы Балапан мәктәбенән "Ғилем" олимпиадаһында ҡатнашыусылар бүләкләнде

Олимпиадала 15 уҡыусы ҡатнашты, шуларҙың етәүһе призлы урындар яуланы.

Яңы Балапан мәктәбе "Ғилем" олимпиадаһында иң әүҙем ҡатнашыусылар иҫәбендә "Салауат" ЯСЙ-һы тарафынан бүләкләнде.

Ишмөхәмәтов Шамил химиянан беренсе, Рәмзилә Фәррәхова өсөнсө урын яуланылар, уларҙы Резеда Ғәли ҡыҙы Ҡорманаева әҙерләгән. Рәмзилә икенсе тапҡыр был олимпиаданың призеры булды. Дуланова Айзилә математиканан беренселекте алды, уҡытыусыһы Ғәшүрә Мөждәбә ҡыҙы Йомағужина. Бүләкбаева Алтынай физиканан еңеү яуланы, уҡытыусыһы Юлиә Рауил ҡыҙы Ғайсина. Байғәҙәмова Гөлсибәр икенсе йыл рәттән башҡорт теленән еңеүсе, етәксеһе Зәйтүнова Лилиә Мөхәмәт ҡыҙы.

Афариндар, артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Читайте нас