Мәғариф
3 Апреля , 01:05

"Ғилем" яңы исемдәр асты

”Нефтеполис” инженерҙар әҙерләү фонды райондың мәғариф бүлеге менән берлектә һәм “Салауат” ЯСЙ-һы ярҙамында  ойошторған “Ғилем” олимпиадаһында һәләтле малайҙар һәм ҡыҙҙарҙы асыҡланды. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

"Ғилем" яңы исемдәр асты"Ғилем" яңы исемдәр асты
"Ғилем" яңы исемдәр асты

Икенсе йыл үткәрелгән олимпиадала физика,   химия , математика һәм башҡорт теленән үҙ белемдәрен һынаны. Сараның бағымсыһы булып сығыш яһаған "Салауат" ЯСЙ-һы олимпиаданың икенсе утырна үткән бөтә уҡыусыларҙы ла бүләкләп, уларға рюкзактар тапшырҙы. “ инде еңеү яулағандар ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды.

Балаларҙы олимпиадаға ентекле әҙерләп, удларҙың еңеүгә өлгәшеүен тәьмин иткән уҡытыусыларға планшеттар менән бүләкләне. Иң күп олимпиада еңеүселәрен биргән мәктәптәр ҙә билдәләнде бағымсы тарафынан.

Был исемлектә Яңы Балапан мәктәбе лә бар.

"Ғилем" олимпиадаһында был белем усағынан15 уҡыусы ҡатнашты, шуларҙың етәүһе призлы урындар яуланы. Шамил Ишмөхәмәтов химиянан беренсе, Рәмзилә Фәррәхова өсөнсө урын яуланылар, уларҙы Резеда Ғәли ҡыҙы Ҡорманаева әҙерләне. Рәмзилә икенсе тапҡыр был олимпиаданың призеры булды.

Айзилә Буланова математиканан беренселекте алды, уҡытыусыһы Ғәшүрә Мөждәбә ҡыҙы Йомағужина.

Алтынай Бүләкбаева физиканан еңеү яуланы, укытыусыһы Юлиә Рәис ҡыҙы Ғайсина.

Афариндар, артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Бындай олипиадалар ойошторо,  һәләтле балаларҙы асыҡлау “Йәштәр һәм балалар”милли проекты үтәлешенә лә булышлыҡ итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас