

Балаларҙы сәнәғәт тармағына ҡыҙыҡ-һындырыу менән бер рәттән төбәк халҡының теле булған башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүҙе лә иғтибар үҙәгендә тотоп, олимпиаданы ойоштороусылар һынауҙарҙы физика, математика, химия һәм башҡорт теле фәндәренән үткәреүҙе маҡсатҡа ярашлы тип тапҡан.
Үткән йылдағы олимпиадала 1600-ҙән ашыу уҡыусы көс һынағайны. Быйыл иһә 2200-ҙән ашыу бала «Ғилем»дең тәүге этабында ҡатнашты. Ул 16 марттан алып 23 мартҡа тиклем мәктәптәрҙә үтте. Икенсе турға иһә онлайн форматта үткән тәүге этапта иң юғары балдар йыйған уҡыусылар саҡырылған. Олимпиада ике көн дауамында барҙы, тәүге көндө уҡыусылар бәйгенең күнегеүҙәрен башҡарһа, икенсе көндө еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
Беренсе көн: һынау тотто уҡыусылар
Район хакимиәте башлығы Айрат Әминев, «Салауат» ЯСЙ-һы директоры Таһир Бәхтегәрәйев, «НефтеПолис» инженерлыҡ мәктәптәрен үҫтереү фонды етәксеһе Фәнүр Йәһүҙин олимпиадаға тантаналы рәүештә старт бирҙе. Тәүгеләрҙән булып һәләтле балаларҙы район хакимиәте бышлығы Айрат Зиннәт улы сәләмләне:
— «Ғилем» районыбыҙҙың иң зирәк һәм отҡор уҡыусыларын бер урынға тупланы. Олимпиада һеҙҙең белемдәрегеҙҙе тикшереү өсөн генә түгел, ә киләсәккә юл ярыу өсөн бирелгән һынау. Киләсәктә кемдер инженер булырға теләр, кемдер уҡытыусы һөнәрен һайлар, иң мөһиме — һеҙ хәл итеү юлдарын эҙләргә һәм маҡсаттарығыҙҙы тормошҡа ашырырға ҡурҡмағыҙ. «Салауат» ЯСЙ-һы компанияһына һәм «НефтеПолис» инженерлыҡ мәктәптәрен үҫтереү фондына айырым рәхмәтемде белдерәм. Улар беҙҙең мәғариф бүлеге менән берлектә киләсәктә уҡымышлы белгестәр тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Һеҙгә еңел һорауҙар, ҙур еңеүҙәр теләйем, — тине ул сәләмләү телмәрендә.
Таһир Тимербай улы ла үҙ сиратында уҡыусыларға уңыштар теләне һәм олимпиаданың ниндәй маҡсатта уҙғарылыуы тураһында бәйән итте.
— Тиҙҙән беҙгә тау-мәғдән сәнәғәте буйынса белгестәр кәрәк буласаҡ. Үҫеп килеүсе быуын араһында тап ошо йүнәлеште ҡыҙыҡһындырыу һәм башҡорт телен һаҡлау йәһәтенән «Ғилем» олимпиадаһын ойошторҙоҡ, сөнки илдә инженерҙар, теүәл фәндәр буйынса белгестәр етешмәй. Киләсәктә урындағы халыҡҡа эш урындары булдырып, йәш, белемле белгестәр менән эшләргә ниәт итәбеҙ. Әйтергә кәрәк, беҙҙең ойошма балаларға һәм кескәйҙәргә етди иғтибар бүлә, уҡыусылар уңайлы шарттарҙа белем алһын өсөн даими ярҙам күрһәтә. Был беҙҙең мөһим бурыстарҙың береһе. Компания тарафынан ойошторолған олимпиадала уҙған йыл дауамында уҡытыусыларға премиялар, уҡыусыларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Быйыл да еңеүселәргә күстәнәстәребеҙ мул, — тине Т. Бәхтегәрәйев.
Фәнүр Тайып улы химиктар, математиктар, физиктарҙың һәр заманда ла кәрәкле һөнәр эйәләре булып ҡаласағын билдәләне.
Олимпиада рәсми рәүештә асылғандан һуң, уҡыусылар кабинеттар буйлап ултыртылды һәм уларға күнегеүҙәр таратылды.
Олимпиаданың икенсе турында 315 уҡыусы ҡатнашты, уларҙың һәр береһенә «Салауат» ЯСЙ-һы тарафынан бүләктәр тапшырылды. Олимпиада 90 минут дауам итте.
Икенсе көн: еңеүселәр бүләкләнде
«Ғилем» олимпиадаһында еңеүгә өлгәшкән уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы тәбрикләнеләр. Ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ринат Ғирфанов, «Нефте-Полис» инженерлыҡ мәктәптәрен үҫтереү фонды етәксеһе Фәнүр Йәһүҙин, район мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Хәкимов һәм «Салауат» ЯСЙ-һы директоры Таһир Бәхтегәрәйев сәләмләне һәм еңеүселәргә ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
— Йәш быуынды үҫтереүҙә күрһәткән ярҙамығыҙ, уҡыусыларҙы аң-белемгә әйҙәгәнегеҙ өсөн мәғариф бүлеге һәм бөтә район уҡытыусылары исеменән «Салауат» ЯСЙ-һы һәм «НефтеПолис» инженерлыҡ мәктәптәрен үҫтереү фондына рәхмәт. Шулай уҡ балаларҙы олимпиадаға әйҙәүсе уҡытыусыларҙы ла билдәләп китеү зарур. Үҙ теләктәрен белдереп, олимпиаданың масштабын киңәйткән район уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләренә лә рәхмәтем ҙур! Киләсәктә лә тығыҙ бәйләнештә хеҙмәттәшлек итербеҙ тип ышанам, — тине Айҙар Салауат улы олимпиаданы йомғаҡлап.
Иң тәүҙә физика, химия, математика һәм башҡорт теленән еңеүсе булған һәм призлы урындар яулаған уҡыусыларҙы сәхнәгә саҡырҙылар. Йөҙҙәре шатлыҡтан балҡыған ҡыҙҙар һәм малайҙарға бүләккә «Яндекс» колонкаһы, «Huawey» смарт-сәғәттәре, JBL ҡолаҡсындары тапшырылды.
Таһир Кусимов исемендәге гимназия уҡыусыларының башҡорт теленән уңыштары тос. 7-се класс уҡыусыһы Айгүзәл Аллаярова беренсе, 8-се класс уҡыусыһы Гөлиә Иғдисамова өсөнсө, 9-сы класс уҡыусыһы Айгизә Мәғәфүрова икенсе урындарҙы яулаған. Уларҙың етәксеһе — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Муллахмәтова.
— Быйылғы йылда үрҙә һанап кителгән уҡыусыларым «Ғилем»дә тәүге тапҡыр ҡатнашты. Уҡыусыларым һәләтле, тырыш, төрлө конкурстарҙа, бәйгеләрҙә алдынғы урындарҙы бирмәйҙәр. Беҙ колледждар өсөн тәғәйенләнгән китаптан әҙерләндек, муниципаль һәм республика этабында бирелгән олимпиада һорауҙары буйынса эшләнек. Бөтә булған белемдәрен иҫкә төшөрөп, лайыҡлы сығыш яһанылар. Уҡыусыларға киләсәккә юл асыусы, уҡытыусыларға артабан дәртләнеп эшләргә көс биреүсе олимпиада артабан да йәшәһен, — тине Альбина Ринат ҡыҙы.
Артабан бер-бер артлы уҡыусыларҙы олимпиадаға әҙерләгән остаздар сәхнәгә күтәрелде. Уҡытыусылар ойоштороусылар тарафынан планшеттар менән бүләкләнде.
Быйыл олимпиадала әүҙем ҡатнашҡан белем усаҡтарын айырым билдә-ләнеләр. Хәмит, Әбделмәмбәт һәм Яңы Балапан мәктәптәре олимпиадаға иң күп уҡыусылар йәлеп иткән, улар принтерҙар менән тәбрикләнде. Мәҫәлән, Яңы Балапан мәктәбенән 15 уҡыусы ҡатнашты, шуларҙың етәүһе призлы урындар яуланы. Шамил Ишмөхәмәтов химиянан беренсе, Рәмзилә Фәррәхова өсөнсө урын алды, уларҙы Резеда Ҡорманаева әҙерләгән. Рәмзилә икенсе тапҡыр был олимпиаданың призеры булды. Айзилә Дуланова математиканан беренселекте бирмәне, уҡытыусыһы — Ғәшүрә Йомағужина. Алтынай Бүләкбаева физиканан беренселәр рәтендә, уҡытыусыһы — Юлиә Ғайсина. Гөлсибәр Байғәҙәмова икенсе йыл рәттән башҡорт теленән еңеүсе, етәксеһе — Лилиә Зәйтүнова.
Олимпиада иң зирәк уҡыусыларҙы билдәләне, балаларҙа үҙҙәренә ҡарата ышаныс, сәм уятты.
Уҡытыусылар иһә уҡыусыларының ҡаҙаныштарына ифрат шат, ойоштороусылар тарафынан иғтибар, хеҙмәтеңә лайыҡлы баһа, һәр төрлө олимпиадалар булдырылыуы артабан да тырышып эшләргә дәртләндереүен билдәләй.
«Ғилем» артабан да йәшәһен, уҡыусыларҙы яңы үрҙәргә әйҙәһен!
Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.