

“Демография” милли проекты “Йәмәғәт һаулығын нығытыу” федераль проектын үҙ эсенә ала.
Уның сиктәрендә сәләмәт туҡланыуға, сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыуға булышлыҡ итеүсе мөхит булдырыуға, шулай уҡ халыҡтың төрлө төркөмдәренең, шул иҫәптән балаларҙың туҡланыу торошон күҙәтеүгә йүнәлтелгән «Сәләмәт туҡланыу» проекты тормошҡа ашырыла. Нәҡ ошо проект сиктәрендә уҡыусыларҙың рационын тикшереү үткәрелә, балалар һәм өлкәндәр өсөн сәләмәт туҡланыу мәсьәләләре буйынса уҡыу программалары һәм саралар әҙерләнә.
Комиссия составына район йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Таңһылыу Шакирйән Ҡыҙы Ирғәлина, йәмәғәт палатаһы ағзаһы Людмила Александровна Итикеева, мәғариф бүлеге вәкиле, технолог Гөлсинә Хәйрулла ҡыҙы Ибраһимова район үҙәгендәге 3 мәктәпте һәм 5 балалар баҡсаһын тикшерҙе.
Дөйөм алғанда, бөтә мәктәптәр һәм балалар баҡсалары үҙ эшен лайыҡлы башҡара һәм мәктәп уҡыусыларын һәм балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәрен тәмле, сифатлы ашата, тигән фекерҙә комиссия ағзалары. Бөтә белем усаҡтарында ла МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн туҡланыу, бракераж комиссияһы, тәүлеклек пробаһы һәм контроль өҫтәл ҡаралған.
Райондың Йәмәғәт палатаһы ағзалары Асҡар ауылы мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында туҡланыу торошо менән ҡәнәғәт ҡалды һәм хеҙмәткәрҙәргә ауыр эштәрендә артабан да уңыштар теләне.