

Республика хөкүмәте вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итеүенсә, ғаризалар 2026 йылдың 29 майына тиклем ҡабул ителә.
Радий Хәбировтың башланғысы буйынса Башҡортостанда әҙерләнгән һәм ғәмәлгә ашырылған «Ауыл тренеры» проекты «Земство тренеры» федераль программаһына нигеҙ булды. 2020 йылдан башлап республиканың төрлө райондарынан 200-ҙән ашыу тренерғааҡсалата сертификат тапшырылды.
«Яңы федераль программа республика ярҙам саралары менән бер үк ваҡытта көсөндә була. Федераль программаның әле ғәмәлгә ашырылғандарҙан айырмаһы шунда: түләү алыусы уны тотоноу йүнәлешен үҙе билдәләй. Шулай уҡ ошо түләүҙе алыусылар исемлеге киңәйтелде», — тип билдәләне Руслан Хәбибов.
Ауыл ерендә йәшәгән тренерҙарға бындай ярҙам "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә башҡарыла.