

«Бөгөн мәктәпте тамамлаусыларҙың 66% колледждарға һанлы иҡтисад талаптарына яуап биргән урта һөнәри белем белгеслектәренә уҡырға инә. Улар араһында иң талап ителгәндәре - медицина, ИТ-технологиялар, мәғариф, хеҙмәттәр һәм нефть-газ өлкәләре», тип белдерҙе республиканың мәғариф министры урынбаҫары Наталья Никитина.
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалы мәктәпте тамамлағандан һуң һөнәри белергә алырға теләгән егет-ҡыҙҙарҙы ашнаҡсы-кондитер, иретеп-йәбештереүсе, ауыл хужалығы производствоһы мастеры һөнәрҙәренә уҡырға саҡыра. Ауыл хужалығы производствоһы мастеры сиктәрендә уҡыу йортонда «В», «С», «Е», «F» категориялы тракторсы-машинистар, шулай уҡ «С» категориялы автомобиль водителдәре әҙерләнә. Шулай уҡ филиалда инвалид балалар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн “Кухня эшсеһе” һөнәренә уҡытыу ҡаралған.
Билдәле булыуынса,“Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Профессионалитет” федераль проекты урта һөнәри белем биреү системаһын яңыртыуға, предприятиеларҙың кадрҙар ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә, шулай уҡ иҡтисадтың төп тармаҡтарында талап ителгән квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә йүнәлтелгән