

Был уҡытыусыларҙың һөнәри үҫеше өсөн уңайлы эш шарттары “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы (национальный проект “Молодежь и дети”) башҡарыла.
“Будь учителем.рф” порталы колледж йәки юғары уҡыу йортон һайларға, һөнәри үҫеш мөмкинлектәре тураһында белергә, шулай уҡ педагогия берләшмәһе вәкилдәренең уңышлы өлгөләрен күрергә мөмкинлек бирә. Ошо рәүешле илдә педагогик белем биреүгә ҡыҙыҡһыныу арта.
Рәсәй мәктәптәрендә бөгөн 39 йәшкә тиклемге 346 мең уҡытыусы эшләй. Был дөйөм педагогтар һанының 32,5 процентын тәшкил итә.
-Уҡытыусыларға планлы рәүештә күрһәтелгән ярҙам саралары арҡаһында, шул иҫәптән “Йәштәр һәм балалар” милли проекты булышлығында һөҙөмтәләргә өлгәшәбеҙ. Мәктәптәргә яҡшы әҙерлекле, мотивациялы белгестәр килә. Улар заманса технологияларға идара итә, һанлы инструменттар ҡуллана, уҡытыуға яңы алымдар индереүгә әҙерҙәр, - тине Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры Сергей Кравцов.
Педагогтар өсөн "Ауыл уҡытыусыһы” тигән программа эшләп килә. Ул бәләкәй ҡалаларға һәм ауылдарға белгестәрҙе йәлеп итергә булышлыҡ итә.
2025 йылдан “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ингән “Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы” Бөтә Рәсәй конкурсы ла талантлы педагогтарҙы асыҡлауға, бүләкләүгә йүнәлтелгән.