Мәғариф
29 Мая , 09:06

Быуат ярымлыҡ тарихы бар

1-се Асҡар урта мәктәбенә – 150 йыл. Белем усағы бай тарихы, арҙаҡлы уҡыусылары һәм бөгөнгө ҡаҙаныштары менән дан тота.

Быуат ярымлыҡ тарихы барБыуат ярымлыҡ тарихы бар
Быуат ярымлыҡ тарихы бар

Мәктәптең юбилейы киң билдәләнде. Ғәҙәттә һәр сығарылыш мәктәп менән вальста өйөрөлөп хушлашһа, был сарала, киреһенсә, парлы бейеү осрашыуға саҡырҙы. Асҡарҙың үҙәк майҙанында ағымдағы уҡыу йылының сығарылыш уҡыусылары – 4-се, 9-сы һәм 11-се класты тамамлаусы 150-ләп бала мәктәп вальсын бейене.

Тарихҡа күҙ һалһаҡ...

150 йыл – ваҡыт ағышында ла, ваҡиғалар солғанышында бик ҙур арауыҡ. Үҙәк майҙан сәхнәһендә ҡуйылған тамаша-пролог сал тарих һөйләне. Өләсәй бәйәне аша быуат ярымлыҡ дәүерҙә мәктәп тормошонда булып уҙған мөһим хәл-ваҡиғаларға байҡау яһалды, ролдәрҙе уҡыусылар оҫта башҡарҙы.
1876 йылда Ырымбур губернаһы Тамъян-Түңгәүер улусының Верхнеурал өйәҙе земство идаралығы тарафынан Асҡар ауылында (хәҙерге Совет урамында) тәүге мәктәп асыла. Бай балалары менән бер рәттән бында ярлыларҙың балалары ла уҡый. 1917 йылдан ике класлыға әүерелә, йәдитсә уҡытыуға күсәләр. Был осорҙа донъяуи фәндәрҙе: иҫәп, грамматика, тарих, география, рус телен өйрәнеү киңәйә. Мәктәп директоры итеп Троицкиҙа белем алған Фәсхетдин хәлфә Исмәғилев тәғәйенләнә.
1919 йылдан 1-се баҫҡыс мәктәбе булараҡ эшен дауам итә. 1928 йылдан алты йыллыҡҡа әйләнә. 1930 йылдан балалар мәктәптең яңы бинаһында (хәҙерге хәрби комиссариат урынында) уҡый башлай, ул крәҫтиән йәштәре мәктәбе булараҡ билдәлелек ала. 1936 йылда ете йыллыҡ мәктәп урта белем усағы итеп үҙгәртелә, 1939 йылда беренсе сығарылыш 10-сы класты тамамлай. 650 урынға иҫәпләнгән хәҙерге бина 1969 йылда асыла, 1986 йылда уға төкөтмә төҙөлә.
Мәктәп данлыҡлы уҡыусылары менән билдәле. Халыҡ рәссәмы Әхмәт Лотфулллин, академик Марат Илһамов – һанай китһәң ғорурланырлыҡ шәхестәре бик күп. Бөгөн дә ул беренсе тигән исемен аҡлап һәр яҡтан алдынғылыҡты бирмәй. Уҡыусылар олимпиадаларҙа, уҡыуҙа, ярыш-конкурстарҙа ал бирмәй. Киләсәктә ил ҡеүәте булырҙай быуын тәрбиәләнә.

Тыуған көнөң менән, туған мәктәп!

Байрамдың рәсми өлөшө район мәҙәниәт йортонда уҙҙы. Ветеран уҡытыусылар, төрлө йылдарҙа мәктәп тамамлаусы һабаҡташтар осрашты. Республика Мәғариф министрлығынан, район хакимиәтенән, мәғариф бүлегенән мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашыуы сараның бәҫен арттырҙы. Директор Миләүшә Ямалованың: “Район хакимиәтендә лә, мәғариф бүлегендә лә, хатта министрлыҡта ла үҙебеҙҙекеләр!” – тип ғорурлыҡ менән әйтеүендә, һис шикһеҙ, хаҡлыҡ бар. Район башлығы Айрат Әминев, мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Хәкимов, министрлыҡ вәкиле Салауат Түлебаев – Асҡар урта мәктәбенең элекке сығарылыш уҡыусылары.
1-се мәктәп байрамға ентекле әҙерләнгән. Әҙәби-музыкаль композицияға, флешмобҡа бик күп кластар йәлеп ителһә, уҡытыусылар үҙҙәрен һәр яҡтан талантлы­ – йырсы, бейеүсе, креатив һәм юморға бай берҙәм коллектив булыуын күрһәтте. Сараны шулай уҡ мәктәптең “Алтынай” өлгөлө балалар ансамбле дәртле бейеүҙәре менән биҙәне.
Сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаусы Миләүшә Йәғәфәр ҡыҙы мәктәптең дәүерҙәр, ун йыллыҡтар аша иң изге традицияларын һаҡлап ҡала алыуына баҫым яһаны. “Юғиһә, ошондай йылы осрашыуҙар булмаҫ ине”, – тине ул һәм бөтә донъя буйлап таралған, юғары һөҙөмтәләргә ирешкән сығарылыш уҡыусыларына күңелдәрендә 1-се Асҡар мәктәбе тигән сатҡыны һүндермәй алып йөрөтөүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Әбйәлил башлығы А. З. Әминев райондың иң оло һәм абруйлы белем усағын олуғ байрамы менән тәбрикләгәндә тулҡынланыу хистәре кисереүен йәшермәне. 1972-1982 йылдарҙа район етәксеһе ошо диуарҙарҙа белем алған. Ул ваҡытта “беренсе” тигән һаны булмаһа ла, әйләнә-тирәләге иң яҡшы мәктәптә белем алыуыбыҙ менән ғорурлана инек, тине ул. Айрат Зиннәт улы сығышында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла мәктәптә уҡытыу туҡтатылмауын, һуғыштан һуң бында фронтовик уҡытыусылар эшләүен, тиҫтәләгән тирә-яҡ ауылдарҙан балалар белем алыуын, был дәүерҙә Асҡар урта мәктәбен 3500-ҙән ашыу уҡыусы тамамлауын һәм улар араһынан йөҙәрләгән арҙаҡлы шәхестәр үҫеп сығыуын билдәләне. “Мәктәп һөнәр ҙә бирҙе, – тине башлыҡ. ­– Беҙ, малайҙар, оҫтаханала ағас эше нескәлектәренә өйрәндек. 70-се йылдарҙан мәктәп базаһында эшләп килгән автомәктәптә уҡыусы нисәмә быуын уҡыусылар аттестат менән бергә водитель таныҡлығы алып сыҡты”.
Байрам айҡанлы Айрат Әминев ҡулынан оҙаҡ йылдар мәғариф өлкәһендә хеҙмәт итеүсе тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Ләлә Мансур ҡыҙы Тимерханова “Әбйәлил районының атҡаҙанған хеҙмәткәре” билдәһен алды. Ошондай уҡ почетлы билдә Асҡар мәктәбенең элекке уҡыусыһы, юлдар һалыуҙа фиҙаҡәр эшләгән Ринат Марат улы Дәминдаровҡа бирелде. Педагогик хеҙмәт ветераны Любовь Григорьевна Павлюкович һәм хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлап етәксе вазифаларға күтәрелгән Сәләх Салауат улы Йомағужин “Әбйәлил районының атҡаҙанған ветераны” исеменә лайыҡ булдылар.

Мәғариф минстрлығы вәкиле С. А. Түлебаев та буш ҡул менән килмәгәйне. Физика уҡытыусыһы Эльмира Ғәлимйән ҡыҙы Ишҡолова, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Гүзәлиә Әшираф ҡыҙы Сафиуллина (һүрәттә), рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фая Ғилметдин ҡыҙы Мортазина “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” күкрәк билдәһе менән наградланды. Уҡытыусылар Әлиә Хажмөхәмәт ҡыҙы Вафина һәм Эсмиральда Фәхри ҡыҙы Орлова БР Мәғариф министрлығы Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Район мәғариф бүлеге начальнигы А. С. Хәкимов ил иңенә төшкән һынылышлы осорҙарҙы, ауырлыҡтарҙы, мәғариф системаһындағы реформаларҙы лайыҡлы күтәргән мәктәп хәҙерге көндә лә йөҙәрләгән малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн төплө белем биреү усағы булып хеҙмәт итә тине. Асҡар урта мәктәбенең һәр ваҡыт үҙ эшен яратып башҡарған уҡытыусылар менән дан тотоуын, илгә бынамын тигән белгестәр – фән докторҙары, академиктар, инженерҙар, уҡытыусылар, табиптар, офицерҙар, юристар, сәнғәт һәм мәҙәниәт әһелдәре, төрлө етәкселәр әҙерләп сығарыуын билдәләне. Педагогик хеҙмәт ветерандарына, бөгөнгө уҡытыусыларға, балаларға уҡыу өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырған хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт белдерҙе. Юбилей тантанаһы айҡанлы Айҙар Салауат улы мәктәпкә 30 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы, йәш быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләүҙәге юғары күрһәткестәре өсөн директор кәңәшсеһе Л. В. Уйылданованы, уҡытыусылар ­– Ю. Р. Гурентьева, Д. Т. Хәйретдинова, Ә. Ә. Муллайәрова һәм Р. Р. Усманованы мәғариф бүлегенең Почет грамотаһы менән бүләкләне.
Мәктәпкә, яратҡан педагогтарына бәйле баласаҡ хәтирәләрен Батыр Хисмәтуллин, Сергей Морозов, 1982, 1997 йылғы сығарылыш уҡыусылары тағатты. Береһе уҡытыусы, икенсеһе мәктәптең шеф ойошмаһы етәксеһе булған ғаилә пары Любовь һәм Владимир Павлюковичтар, педагогик хәҙмәт юлын ошонда башлаған атҡаҙанған уҡытыусы Фәүҡинур Сафина йылы иҫтәлектәре менән бүлеште. Райондың эшҡыуарҙар советы вәкилдәре бүләк менән килгәйне. Асҡар мәктәбенең ғорурлығы булған Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Руслан Ниғмәтов йыр-бүләк менән сығыш яһаны.

Беренсе тигән исеменә тап төшөрмәй

Әлбиттә, 1-се мәктәп буйлап экскурсия ойошторолмай ҡалманы. Мәктәп умарта кеүек ҡайнап торған тормошо менән ҡаршы алды. Ҡунаҡтар уҡыусыларҙың һәләттәрен сағылдырған күргәҙмәгә тамаша ҡылды, “Үҫеш нөктәһе” үҙәгенең лаборатор мөмкинлектәренә тамаша ҡылды, “Йәшел урман” мәктәп урмансылығының, “Үҫеш биләмәһе”, “Беҙ” ирекмәндәр ойошмаларының, “Яугир” хәрби-патриотик клубының эшмәкәрлеге менән танышты, музейҙы ҡараны, 1-се мәктәптең бар яҡтан беренсе булыуына шаһит булды.
Мәктәп ашханаһындағы төшкө аш артында ла телмәр тотоусылар байтаҡ булды. Баласаҡ эҙҙәренән ҡабаттан уҙған элекке уҡыусылар – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, режиссер Рөстәм Хәкимов, “Атайсал” проектында ҡатнашыусы йәмәғәт эшмәкәре Таһир Фәттәхов, тормоштарын хәрби хеҙмәткә бағышлаусылар Вадим Сәйәхов, Максим Гребенщиков, хеҙмәт юлын тыуған мәктәбендә уҡытыусы булып үткән Сөйөмбикә Әғзәмова, Асҡар урта мәктәбен бынан 70 йыл элек тамамлаған Ғәйфулла Хәйруллин һәм башҡалар хыялдарға ҡанат ҡуйып ҙур тормошҡа оҙатҡан белем усағына рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. Күпме йылдар уҙһа ла, мәктәп үҙенә тартып торған изге урын ул.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас