Мәғариф
29 Мая , 06:20

Матур традицияға - 25 йыл!

2001 йылда Әбйәлил районы хакимиәте уҡыу алдынғыларына, республика олимпиадалары һәм конкурстары призерҙарына стипендия булдыра. Һәм бына 25 йыл дауамында иң һәләтле, маҡсатлы, талантлы, тырыш уҡыусылар тәбрикләнеп килә.

Матур традицияға - 25 йыл!Матур традицияға - 25 йыл!
Матур традицияға - 25 йыл!

Район хакимиәтендә уҙған юбилейлы ХХV Отличниктар слетында ағымдағы уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса 45 мәктәп уҡыусыһы район башлығы премияһына лайыҡ булды.
– Һеҙ – беҙҙең ғорурлыҡ! Һеҙгә ҡарап Әбйәлилдең киләсәге өмөтлө ҡулдарҙа, тип ышаныслы әйтә алабыҙ, – тип өндәште уларға хакимиәт башлығы Айрат Әминев ҡотлау телмәрендә.
Айрат Зиннәт улы уҡыуҙағы уңыштары өсөн балаларҙы махсус премия менән бүләкләүҙе, улар өлгөһөндә башҡаларҙы ла дәртләндереүҙе маҡсат иткән район етәксеһе Владимир Павлюковичтың изге башланғысын хуплап: “Уҡыусыларыбыҙҙың хеҙмәтен беҙ ҙә күрәбеҙ һәм хакимиәт яғынан үҫешеү өсөн һәр саҡ булышлыҡ итәсәкбеҙ”, – тип матур традицияның өҙөлмәйәсәгенә ышандырҙы, көн геройҙары булған һәләтле балаларҙың уҡытыусыларына һәм ата-әсәләренә рәхмәт белдерҙе.
Отличниктар слеты бик тантаналы һәм тулҡынландырғыс шарттарҙа уҙҙы. Райондың белем усаҡтарынан 23 уҡыусы республика олимпиадаларындағы ҡаҙаныштары өсөн хөрмәтләнде. Йылдағыса Әбйәлил уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк-ара этабында һөҙөмтәле сығыштары менән һөйөндөргән. Бөтәһе – 8 призер! Телһөйәр уҡыусыларҙың бишәүһе – Диана Аҡназарова, Әлфиә Ғәлимйәнова, Азалия Ғәлиуллина, Наҙгөл Илһамова, Камилла Моратова Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡыусылары! Яҙгөл Абдуллина Хәмиттән, Фирүзә Ғәбитова Буранғолдан, Сәлиә Исрафилова 1-се Асҡар урта мәктәбенән.
Республика олимпиадаларында икешәр призлы урын алған уҡыусыларға премия күләме икеләтә арттырып бирелде. Улар 1-се Асҡар урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусылары: Милена Кулинчик (йәмғиәтте өйрәнеү, рус әҙәбиәте), Руслана Нишанова (иҡтисад, рус теле), Данияр Эльбиков (тарих, хоҡуҡ). 1-се мәктәптән шулай уҡ Анастасия Безбородова – география, Лиана Динисламова – хоҡуҡ, Диана Рамаҙанова инглиз теле, Т. Кусимов исемендәге гимназиянан Айсар Әхмәтшин – химия, Илгизәр Дауытов – иҡтисад, Динир Камилов – хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау, Дәүләт мәктәбенән Альберт Ғәлиуллин һәм Алина Ҡарасурина – география, Байым мәктәбенән Илһам Рамаҙанов, Регина Юнысова, Красная Башкириянан Степан Макашов – физкультура, Михайловканан Дарья Чурикова рус әҙәбиәтенән призер булған. Афариндар!
Талантлы һәм һәләтле уҡыусыларҙың портфолио конкурсы һөҙөмтәләре буйынса биш номинацияла премиялар тапшырылды. “Аҡыллылар” номинацияһында уҡыуҙағы айырым ҡаҙаныштары өсөн Гусевтан Илһам Атанғолов, Озерныйҙан Сәфинә Заһретдинова, 1-се Асҡар урта мәктәбенән Олеся Зайцева, Рәхмәттән Гөлназ Зарипова, Т. Кусимов исемендәге гимназиянан Ләйсән Рәхмәтуллина һәм Динә Йосопова билдәләнде. Спорт өлкәһендә уңыштар яулаған уҡыусылар – Ҡаҙмаштан Динислам Абдуллин, Рәхмәттән Гүзәлиә Әхмәҙиева, Т. Кусимов исемендәге гимназиянан Вадим Сабитов, 1-се Асҡар урта мәктәбенән Роберт Шәғәлин, Амангилденән Аделина Йәһүҙина “Олимпиада өмөтө” номинацияһында еңеүсе булды. Мәктәп һәм район тормошонда ҡайнап йәшәгән активистар – Красная Башкириянан Данилина Ҡуҙыйәхмәтова һәм 1-се Асҡар мәктәбенән Светлана Мельникова “Йәштәр лидеры” номинацияһында билдәләнде. Фән менән ҡыҙыҡһыныусылар – Т. Кусимов исемендәге гимназиянан Арслан Ғәлишин, Әминә Теләүғолова, Таштимерҙән Мансур Латипов “Йәш эҙләнеүселәр” номинацияһына лайыҡ булды. Сағыу таланттары менән балҡыусылар – Ҡырҙастан Нурия Ғарипова, 1-се Асҡар урта мәктәбенән Алһыу Нияҙғолова һәм Әлиә Фәтхуллина “Йәш таланттар” номинацияһында бүләкләнде.
Байрамға саҡырылған ата-әсәләр балалары өсөн оло ғорурлыҡ хисе кисерҙе. Улар ҙа яҡшы тәрбиә өлгөһө өсөн район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән билдәләнде. Таштимерҙән Роза Йосопова ата-әсәйҙәр исеменән район етәкселегенә, мәғариф бүлегенә һәм конкурсты ойоштороуҙан башлап слетты уҙғарыуға тиклем яуаплы булған балалар ижады йорто хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе.
Отличниктар исеменән яуап һүҙен 1-се Асҡар урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Лиана Динисламова тотто.
– Хеҙмәтебеҙҙе юғары баһалауығыҙ беҙҙең өсөн бик мөһим. Был көс бирә һәм яңы башланғыстарға илһамландыра. Районыбыҙҙы артабан да данға күмеп, тағы ла еңеүҙәр яуларбыҙ, – тине ул.
Байрамды музыкаль яҡтан йәш таланттар үҙҙәре үк биҙәне. Динә Йосопова саксафонда, Әлиә Фәтхуллина һәм Алһыу Нияҙғолова скрипкала уйнаны. Ташбулат мәктәбенән уҙған йылғы лауреат Рания Билалова йыр бүләк итте, Амелия Мәхмүтова менән алып барыусы ролен дә оҫта башҡарҙылар. Киләсәктә райондың лайыҡлы уҡыусылары рәтендә тағы ла бик күп һәләтле балаларҙы күрергә насип булһын. Тырышығыҙ!

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас