Мәғариф
17 Июля , 03:35

Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы төҙөкләндерелә

  Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының (УТЭК)  лаборатория корпусы капиталь ремонтлана. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы төҙөкләндереләӨфө яғыулыҡ-энергетика колледжы төҙөкләндерелә
Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы төҙөкләндерелә

 Был эштәр “Йәштәр һәм балалар” милли проектының (национальный проект “Молодежь и дети”) «Профессионалитет» федераль проектына ярашлы алып барыла.

 Эш менән тәьмин итеүсе-партнерҙар һәм федераль бюджет иҫәбенә матди-техник базаны тулыһынса яңыртыу, шул иҫәптән белем алыусыларға эш күнекмәләренә өйрәнергә мөмкинлек биргән заманса тренажерҙар һәм ҡорамалдар һатып алыу ҡаралған.

Оҫтаханаларҙа, холда, ингән ерҙә ремонт, шулай уҡ фасадты яңыртыу эштәре республика бюджеты һәм колледждың индустриаль партнерҙарының берлектәге финанслауы иҫәбенә башҡарыла.

Иҫкергән аудиториялар урынына эш биреүселәрҙең ихтыяждарына ярашлы йыһазландырылған заманса лабораториялар булдырыла. Хәүефһеҙлеккә айырым иғтибар бүленә: янғынды иҫкәртеү сигнализацияһы, видеокүҙәтеү һәм инеү контроле системалары ҡуйыла, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикле студенттар өсөн ҡаршылыҡһыҙ зона булдырыла.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас