

Ремонт эштәре «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. 2026 йылда был маҡсатта 15,6 миллион һум, киләһе йылда 105,3 миллион һум аҡса бүлеү планлаштырыла.
Подрядсылар ҡыйыҡтың башын яңыртып япҡан. Белем биреү йортонда шулай уҡ йылытыу системаһын алмаштырыу күҙаллана. Уҡыу кластары балалар өсөн уңайлы һәм заманса итеп үҙгәртеләсәк.
Уҡыу процесы ремонт ваҡытында балалар уңайлы шарттарҙа шөғөлләнә алһын өсөн башҡа белем биреү учреждениеларына күсерелә. Эштәр барышын район башлығы Айрат Әминев шәхси контролдә тота.