

Башҡортостандан быйыл мәктәпте тамамлаған 210 уҡыусы берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырҙы, был былтырғыға ҡарағанда күпкә күберәк – уҙған йыл улар 159 ине, ә 2023 йылда ни бары 82 кеше булды.
2026 йылдың 1 авгусынан башлап БДИ-ны 100 балға тапшырыусыларҙан Башҡортостан Башлығы премияһына ғаризалар бирә ала. Түләм 150 мең һум тәшкил итә. Тик уны алыр өсөн 100 балсы Евразия фәнни-белем биреү үҙәге ҡатнашыусыһы булған төбәк юғары уҡыу йортона уҡырға ингән булырға тейеш. Премия күләме нисә фәндән 100 балл алыуға бәйле түгел.
Иң юғары һөҙөмтәле уҡыусыларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға 50 мең һум премия ҡаралған.
Премияны алыу өсөн түбәндәге документтар талап ителә:
- ғариза
- персональ бирелмәләрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ
- паспорт, ИНН, СНИЛС күсермәләре
- банк иҫәбе реквизиттары
- вуздан уҡырға инеү тураһында белешмә.
Ҡағыҙ документтар БР Мәғариф министрлығының 105-се кабинетында 2026 йылдың 20 авгусына тиклем ҡабул ителә.
Был яңылыө "Мәғариф" милла проекты үтәлешенә булышлыҡ итә.