

Кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы Айрат Әминев, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев һәм район хакимиәте вәкилдәре, барлыҡ белем биреү учреждениеларынан делегациялар ҡатнашты.
Урал Таһир улы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәритов исеменән район уҡытыусыларын ихлас сәләмләне. Ул республика Башлығының РФ Президенты Указы нигеҙендә уҡытыусының айырым статусы тураһындағы Указға ҡул ҡуйыуын билдәләне. Был документ педагогтар өсөн өҫтөнлөктәрҙе нығыта һәм мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн дәүләт наградаһын булдырыуҙы күҙ уңында тота.
У. Т. Килсенбаев «Хазина» полилингваль мәктәпте өлгөлө һәм заманса мәктәптәр рәтенә индерҙе, бында дөйөм һәм өҫтәмә белем биреү дөрөҫ йүнәлештә алып барылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Урал Таһир улы Әбйәлил уҡытыусыларының тырыш һәм фиҙаҡәр хеҙмәтен баһалап, бер төркөм педагогтарға дәүләт кимәлендәге наградаларҙы һәм шәхсән үҙенең исеменән мәғариф үҫешенә тос өлөш индергәндәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Артабан иһә район хакимиәте башлығы Айрат Зиннәт улы һүҙ алды. Ул мәғариф өлкәһендәге отчет доклады менән сығыш яһаны һәм ҡайһы бер проблемаларға айырым туҡталды.
Төҙөлөш эштәре һәм кадрҙар мәсьәләһе
Райондың 17 мәктәбенең кабинеттарында «Йәштәр һәм балалар» проекты буйынса төҙөлөш эштәре башҡарыла.
Быйылғы йылда «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы буйынса Михайловка һәм Ҡаҙмаш ауылдарында 2 педагог эш башлаясаҡ.
— 640 урынлыҡ «Хазина» мәктәбе, капитал ремонттан һуң ишектәрен асҡан «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһы өсөн республика Хөкүмәтенә айырым рәхмәтемде белдерәм. Бөгөн иһә федераль проект сиктәрендә Таһир Кусимов исемендәге гимназияла ремонт эштәре бара, ремонтҡа 108 миллион һум аҡса бүленгән, — тине ул.
Михайловка мәктәбе янында ҡалҡып сыҡҡан спорт залы тураһында ла телгә алынды. Айрат Зиннәт улы бағыусылыҡ күрһәткән «Салауат» компанияһына рәхмәтен белдерҙе һәм артабан да тығыҙ бәйләнештә эшләргә тәҡдим итте.
Район мәктәптәрендә бөтәһе 45 автобус иҫәпләнә, быйылғы республика август кәңәшмәһендә Хәлил мәктәбенә яңы автобус бүләк иттеләр.
Хакимиәт башлығы төп һәм берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләренә туҡталды, уҡыусыларҙы имтихандарға әҙерләгән уҡытыусыларҙың намыҫлы хеҙмәтен баһаланы.


Проблемалар һәм етешһеҙлектәр
Уңыштарға өлгәшеүгә ҡарамаҫтан, районда иғтибар талап иткән айырым етешһеҙлектәр асыҡлана. Мәҫәлән, бюджет аҡсаһын һөҙөмтәһеҙ тотоноу осраҡтары теркәлгән.
Район әлегә «Пушкин картаһы» программаһы аҡсаһын үҙләштереү буйынса алдынғы урында түгел, уларҙың байтаҡ өлөшө район сиктәренән сығып китә, сөнки балалар Сибайҙа, Өфөлә һәм Магнитогорскиҙа мәҙәниәт учреждениеларына йөрөй.
Бынан тыш «Ирәндек» балалар лагеры базаһы тулыһынса файҙаланылмай, тип белдерҙе А. Әминев.
Шулай уҡ быйылғы йылдан аҙ комплектлы Әлмөхәмәт, Аһылай, Рауил һәм Ишбулды мәктәптәре ябылды.
Үҫеш юлдары
«Ирәндек» лагерын киләсәктә заманса үҫеш үҙәгенә әйләндереү планлаштырыла. План буйынса төрлө предметтар буйынса ике аҙналыҡ профилле сменалар эшләтеп ебәреү, бассейн ҡуйыу, корпустарҙы йылытыу ҡаралған. Был бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн билдәле бер ваҡытҡа, яуаплы кешеләргә һәм финанслау сығанаҡтарына эйә булған аныҡ үҫеш программалары кәрәк.
«Юрға» ат-спорт мәктәбе балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе етәксеһе Ласын Усманов ҡулы аҫтына күсә һәм уны һабантуй майҙанына күсереү ҡаралған.
«Пушкин картаһы» программаһы район иҫәбенә аҡса килтерһен өсөн мәҙәниәт үҙәктәрен бер урынға туплау ҡаралған. Планда китапхана һәм музейҙы бер бинаға күсереү һәм унда төрлө йүнәлештәге квестар, экскурсиялар, интерактив саралар үткәреләсәк.
Ябылған белем усаҡтарының биналары буш тормаясаҡ, улар спорт секциялары, төрлө саралар уҙғарыу өсөн майҙансыҡ итеп тотоноласаҡ, тип белдерҙе район хакимиәте башлығы.
Киләсәктә мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн раҫланған критерийҙарға һәм хеҙмәт һөҙөмтәләренә нигеҙләнгән асыҡ премия биреү системаһын булдырыу планлаштырыла.
Отчет аҙағында Айрат Зиннәт улы республика Хөкүмәтенең Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Таһир улына райондың бөтә үҫеш йүнәлештәрендә күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәтен белдерҙе.
Тантаналы өлөш бүләкләүҙәргә бай булды. А. Әминев район мәнфәғәтенә арымай-талмай хеҙмәт иткән бер төркөм педагогтарҙы республика кимәлендәге дәүләт наградалары һәм район хакимиәте исеменән маҡтау ҡағыҙҙары менән тәбрикләне.
Демографик хәл йоғонто яһамай ҡалмай
Районда 45 урта белем биреү, 6 филиалы менән 10 балалар баҡсаһы, 24 мәктәпкәсә төркөм, 4 өҫ-тәмә белем биреү учреждениеһы уңышлы эшләп килә. Белем усаҡтарында 6646 уҡыусы, мәктәпкәсә төркөмдәрҙә 2189 бала тәрбиәләнә. Бөтәһе 637 уҡытыусы, 194 тәрбиәсе район мәнфәғәтенә арымай-талмай хеҙмәт итә.
Мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Хәкимов һәр тармаҡ буйынса уҙған уҡыу йылына йомғаҡ яһаны.
2026 йыл Рәсәй мәғариф министрлығы тарафынан мәктәпкәсә белем биреү йылы тип иғлан ителде. Ошо йүнәлештә районда ярайһы уҡ ҙур эштәр башҡарылды. 2025 йылда капитал ремонттан һуң Асҡар үҙәгендә «Ҡайынҡай» һәм Көнсығыш-1 биҫтәһендә өр-яңы «Хазина» балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты. Киләсәктә Йәнгел, Красная Башкирия һәм Ташбулат балалар баҡсаларына капитал ремонт яһау планлаштырыла.
Илдәге демографик хәл киҫкен булыу сәбәпле, ҡайһы бер балалар баҡсалары эшен туҡтатты. Быйылғы йылда Әүнәш, Әлмөхәмәт, Ҡужан, Дауыт ауылдары балалар баҡсалары ябылды.
Имтихандар күрһәткесе — мәктәп йөҙө
2026 йылда берҙәм дәүләт имтиханын 231 уҡыусы тапшырған. Рус теле һәм әҙәбиәте, профилле математика, физика, химия, биология, география, йәмғиәтте өйрәнеү һәм информатика фәндәренән уҡыусыларҙың белемдәре күтәрелеүе күҙәтелә. 2025 йылда 48 уҡыусы БДИ буйынса юғары һөҙөмтәләр күрһәтһә, быйылғы йылда 77 уҡыусы имтихандарҙы 81 балдан юғарыраҡҡа тапшырған.
Борсолорға ла урын бар. Хәмит һәм Амангилде мәктәптәренән өс уҡыусы математика фәненән БДИ-нын тапшыра алмаған һәм аттестатһыҙ ҡалған. Сентябрь айында уларға тағы ла мөмкинлек биреләсәк.
37 уҡыусы мәктәпте алтын, 25 уҡыусы көмөш миҙалға тамамлаған.
2026 йылда төп дәүләт имтиханын 752 уҡыусы тапшырған. Шуларҙан 711 бала өлгөргәнлек аттестаттары ҡулына алған, 41 уҡыусы имтихандарын көҙгөһөн тапшырасаҡ.
Уҡыусыларҙың олимпиадалағы уңыштары
Уҙған уҡыу йылында төбәк-ара кимәлдә 11 предмет буйынса 54 уҡыусы көсөн һынаған, шуларҙың 18-е призер булған. Асҡар мәктәбенән 9, гимназия — 3, Дәүләт һәм Байымдан 2-шәр, Красная Башкирия һәм Михайловканан 1-шәр уҡыусы еңеүгә өлгәшкән. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән йылдағыса уңыштар тос. Гимназиянан 5, Хәмит, Асҡар, Буранғол мәктәптәренән 1-шәр уҡыусы призер исемен яулаған.
Һәләтле балаларҙың остаздары тәбрикләнде
Педконференцияла традицияға ярашлы һәләтле балаларҙы әҙерләгән уҡытыусыларҙы бүләкләнеләр. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары — Хәмиттән Илһөйәр Абдуллина, Буранғолдан Гөлшат Ғәбитова, Асҡарҙан Зиниә Ғәлләмова, гимназиянан Альбина Муллахмәтова һәм Айгөл Шәрәфетдинова, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусылары — Красная Башкириянан Мәҙинә Усманова менән гимназиянан Ольга Ямалова район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән тәбрикләнде.
Тәбрикләүҙәр
Сараның тантаналы өлөшө бүләкләүҙәргә бай булды. Мәғариф өлкәһендәге күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн бер нисә төркөм уҡытыусылар сираттағы наградаларын алып ҡыуанды.
Ә инде яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса комиссия ағзалары түбәндәге мәғариф учреждениеларын иң лайыҡлылары тип тапты, уларға маҡтау ҡағыҙҙары һәм сертификаттар тапшырылды. «Яңы уҡыу йылына яҡшы әҙерлек өсөн» номинацияһында «Шатлыҡ» (Ташбулат, мөдире А. Р. Ишкилдина), «Ҡояшҡай» (Әбйәлил, Ә. А. Ҡустыбаева) балалар баҡсалары; «Аҙ комплектлы балалар баҡсаһын яҡшы әҙерләгән өсөн» — «Аҡсарлаҡ» (Геологоразведка, Р. Н. Латипова); «Тәрбиә эшен яҡшы ойошторған өсөн» номинацияһында «Миләш» (Асҡар, Ә. И. Низамова) һәм «Тирмәкәй» (Асҡар, З. С. Мельникова) балалар баҡсалары еңеүсе булды.
Башланғыс мәктәптәр араһында яңы уҡыу йылына яҡшы әҙерлек өсөн Айыуһаҙы (А. Р. Ҡараҡаева), тәрбиә эшен яҡшы ойошторған өсөн Йәлембәт (Г. З. Нөғәмәнова), «Иң яҡшы башланғыс мәктәп» номинацияһында Рысҡужа (А. И. Мөхәмәтова) еңеүсе тип табылды.
Урта мәктәптәр араһында белем усағы базаһында көндөҙгө ял үҙәктәрен яҡшы ойошторған өсөн Г. Васев исемендәге Михайловка (Е. Р. Ғилманова), Дәүләт (И. И. Сәлихов), Рәхмәт (Д. Р. Дәүләтбаева) мәктәптәре билдәләнде.
«Иң яҡшы мәктәп яны баҡсаһы» номинацияһында Таштимер (Д. Ғ. Тайыпова), Ишҡол (А. Р. Махийәнов), Амангилде (З. З. Ғайсина) еңеүсе тип табылды.
Яңы уҡыу йылына яҡшы әҙерлек өсөн Әбделмәмбәт (Г. Х. Моратшина) һәм Салауат (М. З. Шәйәхмәтова) мәктәптәренең хеҙмәттәре баһаланды.
«Әүҙем мәктәп» тип Ҡырҙас (Л. В. Йомағужина), Ташбулат (Б. Ш. Зәйтүнов), Байым (З. Ш. Зарипова) урта мәктәптәре танылды.
«Грамоталы мәктәп» номинацияһында Таһир Кусимов исемендәге гимназия (Т. Р. Фәттәхов), Красная Башкирия (Н. М. Абдуллина) һәм Йәнгел (А. У. Ғәлиуллин) урта мәктәптәре бүләкләнде.


Йыл һайын уҡыу йылы дауамында туғыҙ спорт төрө буйынса уҡыусылар спартакиадаһы уҙа. XXVIII район мәктәп уҡыусылары спартакиадаһында 50 ярышта 6500-гә яҡын уҡыусы ҡатнашҡан. Еңеүсе мәктәптәр район хакимиәтенең грамотаһы һәм кубоктар менән хөрмәтләнде.
Өсөнсө урында Таһир Кусимов исемендәге гимназия (Т. Р. Фәттәхов) һәм Ҡаҙмаш (З. В. Атауллин), икенсе урында Асҡар (М. Й. Ямалова), беренсе урында Красная Башкирия (Н. М. Абдуллина) мәктәптәре тәбрикләнде.
Бөтә яҡтан да яҡшы күрһәткестәре менән алдынғы булған Асҡар мәктәбе беренсе исемен аҡланы, ул быйыл да «Иң яҡшы мәктәп» номинацияһында еңеүсе тип билдәләнде.
Шулай итеп, педагогик кәңәшмәлә уңыштар барланды, проблемалар әйтелде, осоштар тикшерелде, алға бурыстар ҡуйылды — төклө аяғың менән, яңы уҡыу йылы!
Гөлфиә Ниғмәтуллина.