Мәғариф
5 Октября , 10:58

Миңнура — нур сәсеүсе уҡытыусы

Һүҙем Ф. Ғ. Хисамитдинова исемендәге Рәхмәт мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Миңнура Әхмәҙиева хаҡында.

Добавить в предпочтительные источники Google

Миңнура Мөхәмәтдин ҡыҙы Өскүл ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫә. Аһылай мәктәбен тамамлағас, Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә.  Диплом алғас, 1996 йылда Рәхмәт төп дөйөм белем биреү мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Утыҙ йылға яҡын ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған уҡытыусы бөгөн дә йәшлек дәрте менән янып эшләй. Ситтән тороп Магнитогорск педагогия институтында юғары белем ала. Бәләкәй сағынан бейеүсе булырға хыялланһа ла, яҙмыш уны уҡытыусылыҡ юлына алып килә.

— Уҡытыусы һөнәренә бәләкәйҙән ҡыҙыҡһынып ҡарай инем. Еңгәйемдең дәфтәр тикшереүенә ярҙам итеп үҫеүем уҡытыусы һөнәренә һөйөү уятҡандыр. Туғыҙынсы кластан һуң, дуҫ ҡыҙҙарым менән училищеға уҡырға инеп, бер бүлмәлә йәшәп, бер һөнәрҙе үҙләштереп, барыбыҙ ҙа ошо һөнәргә тоғро ҡалдыҡ,— ти Миңнура Мөхәмәтдин ҡыҙы.

Уҡытыусы булыу менән бергә, ул күңелендәге бейеүгә һөйөүен һүндермәй. 2010 йылда мәктәптә «Ынйылар» ансамблен төҙөп, уҡыусыларын сәнғәт донъяһына алып килә. Миңнура Мөхәмәтдин ҡыҙы йыр-моңға ла әүәҫ. Ул конкурстарҙа һәр саҡ ҡатнаша, район кимәлендә лайыҡлы урындар яулай. Бейеүсе ҡыҙҙары һәм егеттәре республика кимәлендәге «Байыҡ» һәм «Сыңлы үксә» конкурстарында призлы урындар ала.

— «Ынйылар» ансамблендә йөрөгән ҡыҙҙарым араһында бейеү юлын дауам итеүселәр бар. Улар минең ҙур ғорурлығым, — тип ҡыуаныстары менән бүлешә Миңнура Мөхәмәтдин ҡыҙы.

2022 йылдан тәжрибәле педагог директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе вазифаһын да уңышлы башҡара. Өфөлә үткән семинарҙар, асыҡ дәрестәр уның һөнәри оҫталығын үҫтерә.

М. Әхмәҙиева дәрестәрен төрлөләндереп үткәрә: квест-уйындар, виртуаль сәйәхәттәр формаһында, балаларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттыра. Телмәр үҫтереүгә, халыҡ ижадына һәм туған телгә айырым баҫым яһай. Буш ваҡыттарында йырларға, бейергә, ҡул эштәре менән шөғөлләнергә ярата. Тәжрибәле уҡытыусы бөгөн дә заман менән бергә атлай. Яңы технологияларҙы үҙләштерә һәм Башҡортостандың гүзәл ерҙәрен күрергә, сит илдәргә сәйәхәт итергә хыяллана.

Мәктәптәге һәр сараның уртаһында ҡайнай, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Быйыл уҡытыусы беренсе класты ҡабул итте. Араларында уҡытҡан уҡыусыларының балалары бар. Иң ҙур ҡыуанысы беренсе класс балаһының тиҙ арала уҡырға-яҙырға өйрәнеүе һәм уларҙың уңыштары. Уҡыусылары предмет олимпиадаларында, «Һаумы, һаумы, әкиәт!», «Кесе фәндәр академияһы», «Фәнгә бер аҙым» конкурстарында Гран-при һәм призлы урындар яулап тора. Остаз үҙе лә район кимәлендәге «Иң яҡшы класс етәксеһе – 2023» конкурсы призеры.

Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, бик күп дипломдар һәм грамоталар ала. Барыһы ла хеҙмәтенең баһаһы, тырышлығының емеше.  

Рәхмәт ауылы егетенә кейәүгә сыға, өс бала үҫтерәләр, матур ғаилә ҡоралар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Самат Марат улы фани донъяла. Ҡыҙҙары Гөлназ — сит илдә, кейәүгә сыҡҡан,  улдары Ислам төҙөлөш өлкәһендә,  Сынбулат 8-се класта белем ала.

Миңнура Әхмәҙиеваның тырышлығы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, район хакимиәтенең һәм Башҡортостан Республикаһы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең Почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән юғары баһаланған.

Миңнура апай бөгөн дә үҙенең тормош девизына тоғро ҡала. Күңелендәге белем нуры һүнмәй, сөнки ул һәр ваҡыт — уҡырға һәм тағы уҡырға! — тигән теләк менән йәшәй һәм уҡыусыларҙы ла әйҙәй.  

Гөлсинә Солтанова.

Читайте нас