

БАШЛАНҒЫС
Һибәтовтарҙың уҡытыусылар династияһына нигеҙ һалыусы — сырмауҙар араһынан Әғзәм Вәлишин булған. Совет власы урынлашҡанға тиклем улдин аша белем нуры тарата:Рысҡужа мәсетендә һәм мәҙрәсәһендә эшләй, мәзин вазифаһын башҡара. Был яуаплы, әммә маҡтаулы хеҙмәт — ул замандарҙа тап дин әһелдәре грамоталылыҡты һәм мәҙәниәтте халыҡҡа таратыусылар була.
Яңы власть килгәс, Әғзәм Вәлишин мәсеттәге рәсми эшенән ситләтелә, әммә ул үҙенең булмышын ташламай. 1943 йылға тиклем, ғүмеренең аҙағынаса, ауылдаштары өсөн дини йолаларҙы үтәүен
дауам итә. Ул балаларына һәм ейәндәренә педагогия институты дипломын тапшырмаһа ла, иң мөһимен — үҙ артынан әйҙәүсе, уҡытыусы сифаты булған генетик кодты ҡалдыра.
СОВЕТ МӘКТӘБЕ
Династияныңысынбашланғысы — Әғзәмдең ейәне Сәрүәр Ҡауый улы Һибәтов. Уның яҙмышы — совет осоро уҡытыусыһының сағыу классик миҫалы. 1938 йылда тыуған, бик иртә етем ҡалған Сәрүәр, үҙенең тырышлығы, ныҡышмалылығы менән белемгә юлярып, Асҡар ауылында урта мәктәпте тамамлай. Комсомолдың район комитеты йүнәлтмәһе буйынса Сәрүәр Ҡауый улы
педагогик хеҙмәт юлын Тупаҡ һәм Хәмит башланғыс мәктәптәрендә башлай. Һуңынан ул география уҡытыусыһы булып, Амангилде урта мәктәбенә күсә, унда хаҡлы ялға сыҡҡансы
40 йылдан ашыу эшләй. Сәрүәр Һибәтов ауылдаберенселәрҙән булып ике юғары белем алыуға өлгәшә — Магнитогорск һәм Силәбе педагогия институттарын тамамлай. Уның эшкә бирелгәнлеге дәүләт кимәлендә баһалана: йәш быуынды тәрбиәләүҙә һәм уҡытыуҙағы уңыштары өсөн ул «РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы» тигән юғары исемгә лайыҡ була. Тап ул бөгөнгө уҡытыусылар династияһына нигеҙ һала.
УҠЫТЫУСЫ ЮЛЫН ДАУАМ ИТЕҮСЕЛӘР
Сәрүәр Ҡауый улының эшен улдары Айбулат һәм Йәүҙәт Һибәтовтар лайыҡлы дауам итә, улар теүәл һәм гуманитар фәндәрҙе һайлай. Айбулат Сәрүәр улы Амангилде мәктәбен тамамлағандан һуң, Магнитогорск дәүләт педагогияьинститутының физикаматематика факультетына уҡырға инә һәм юғары белемле белгес булып районға ҡайта. Айбулат Сәрүәр улы Ҡаҙмаш урта мәктәбендә
27 йыл математика һәм информатика уҡытыусыһы булып эшләй. Бөгөн ул педагогик хеҙмәтен Таштимер мәктәбендә дауам итә. Ул белем генә биреп ҡалмай, тыуған ауылы Рысҡужаның рәсми сайтының авторы булараҡ район тарихын өйрәнеүгә тос өлөш индерә, шулай итеп ул классик педагогиканы цифрлы донъя менән тоташтырҙы. Кесе улы Йәүҙәт Сәрүәр улы филология юлын
һайлай. Башҡорт дәүләт педагогия институтының урыҫ-башҡорт филологияһы факультетын тамамлап, Салауат, Ҡаҙмаш урта мәктәптәрендә рус теле уҡытыусыһы булып эшләй, ә ҡатыны Шәүрә
Баян ҡыҙы Рысҡужа башланғыс мәктәбенең алдынғы уҡытыусыһы. Үкенескә күрә, оҙаҡ ауырығандан һуң, Йәүҙәт Сәрүәр улы баҡыйлыҡҡа иртә күсте. Уның «Һыуға ҡарап шиғыр яҙам» исемле шиғырҙар шәлкеме иҫтәлек булып ҡалды.
ЯҢЫ БЫУЫН
Бөгөн дә Һибәтовтарҙың педагогик династияһы өҙөлмәй дауам итә. Сәрүәр Һибәтовтың ейәнсәре Минзифа Айбулат ҡыҙы Ҡаҙмаш мәктәбен тамамлағандан һуң, Аҡмулла исемендәге БДПУ-ға уҡырға инә. Ул быуаттар дауамында мәҙрәсәнән алып заманса цифрлы мәктәпкә тиклем һуҙылған сылбырҙың сираттағы быуыны. Йәш белгес Хәлил мәктәбендә физика, информатика уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Тормошиптәшеменән дүрт бала тәрбиәләйҙәр, талантлы балалары үҫеш юлында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү конкурсында еңеү яулайҙар.
ТОҠОМ ТАРМАҠТАРЫ ФӘХРИСЛАМОВТАР ҺӘМ ЗӘЙНУЛЛИНДАР ҒАИЛӘҺЕНДӘ
Сырмауҙарҙың уҡытыусылар һәләте тура ир-ат яғынан ғына күсмәй. Һибәтова (Фәхрисламова) Камила Ҡауый ҡыҙы, Әғзәм Вәлишиндең ейәнсәре, Темәс педагогия училищеһын тамамлай һәм
Үтәгән башланғыс мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Уның ҡыҙы Нәғимә Гусев мәктәбендә эшләп хаҡлы ялға сыҡты, шулай уҡ башҡа ейәнсәрҙәре һәм ейәндәре лә үҙҙәрен мәктәпкә арнаған, райондың төрлө уҡыу йорттарында эшләйҙәр. Әғзәм Вәлишиндың икенсе ейәнсәре Зәйнуллина Рәйлә Хәкимйән ҡыҙы үҙенең бөтә хеҙмәтен Ишбулды урта мәктәбенә бағышлаған, ул Сара Ҡауый ҡыҙының ҡыҙы. Уның һеңлеһе Фирүзә Хәкимйән ҡыҙы ла педагогик белем ала һәм бер аҙ ваҡыт Амангилде урта мәктәбендә һөнәре буйынса эшләп киткән.
ДИНАСТИЯ ДАУАМ ИТӘ
Һибәтовтар династияһытарихында тоҡом ботаҡтары үҙгәргән, әммә асылы үҙгәрмәгән. Мәсет диуарҙарында Ҡөрьән буйынса балаларға белем биргән мәзиндән алып, цифрлы киңлектә дәрес алып барған информатика уҡытыусыһына тиклем етеп, дауам итә. Репрессиялар, һуғыштар, сәйәси режимдар һәм белем биреү стандарттары алмашыныу аша был ғаилә иң мөһимен — белем нурын тарата. Ошо тоҡомға башланғыс һалған сырмауҙар араһы үҙенең вариҫтары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала: улар уҡытыусы — һайлаған һөнәр түгел, ә тыумыштан килгән яҙмыш
икәнлеген бер быуат дауамында иҫбатлап килә.