+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Декабрь 2016, 13:05

Зөһрә йондоҙҙай балҡыған ил инәһе

Район мәҙәниәт һарайында яҡташыбыҙ, шағирә, композитор, драматург Зөһрә Фәйзуллинаның ижад һәм юбилей кисәһе үтте

«Был донъяға нимә булған?

Тирә-яғым моңға сумған…» — йөрәктәрҙе моңға сорнаған ошо һағышлы һәм тантаналы йыр аҫтында нисәмә быуын сығарылыш уҡыусылары һуңғы ҡыңғырауҙа мәктәп вальсында әйләнде икән?

Ә инде «Хаттар, хаттар… Һарғайғандар.

Аямаған һеҙҙе йылдар.

Тик шулай ҙа юйылмаған

Иң ҡәҙерле, ғәзиз юлдар», — тип яҙылған «Өсмөйөшлө хаттар» йырын тыңлағанда олаталарын, аталарын, туғандарын һуғыш утында юғалтҡан һәр кемдең күҙҙәренә йәш төйөләлер.

Ошо һәм башҡа иҫ киткес сихри моңло, берсә сылтыр шишмәләй, берсә яҙғы даръялай, берсә һил генә иҫкән елдәй арбаған йырҙар авторы — үҙебеҙҙең яҡташыбыҙ, Ҡаҙмаш ауылы ҡыҙы Зөһрә Фәйзуллина икәнлеген белеү күңелдәрҙә айырыуса ғорурлыҡ тойғоһо уята. Ни тиһәң дә, республикала йәшәүселәр яратып тыңлаған, билдәле йырсылар башҡарып дан алған йырҙар тап беҙҙә — Әбйәлил ерлегендә яралған бит!

«Зөһрә апай, йыр яҙыуы ҡыйынмы? Ғөмүмән, нисек, ҡайҙан килеп сыға был моң?» — тип һоҡланып та, ғәжәпләнеп тә һораны юбилярҙан кисәне алып барыусы Рәхимә Мусина.

— Күңелдә моң яралһын өсөн ниндәйҙер үҙенсәлекле мөхит, хәл-торош, матур миҙгел булыуы мотлаҡ түгел, — тине Зөһрә Хәдит ҡыҙы. — Юлдамы һин, йоҡоламы, дәрестәме, әллә эштәме — йыр ишек ҡағып тормай, үҙенән-үҙе килеп сыға. Бына әле лә мин залға йыйылған тамашасыларға, туғандарыма, дуҫтарыма сәхнәнән ҡыуанып ҡарап ултырам, ә ошо тулҡынландырғыс хистәр күкрәктән моң булып урғыла.

Юбилярҙы хөрмәт итеп район мәҙәниәт һарайына йыйылыусылар, ысынлап та, күп ине. Тәүге тәбрик һүҙен, әлбиттә, район хакимиәте башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов алды.

— Һәр район үҙенең талантлы, данлыҡлы шәхестәре менән ғорурлана. Әбйәлил иһә был күҙлектән ҡарағанда айырыуса уңдырышлы төбәк, республиканың йөҙөк ҡашы. Ниндәй генә һоҡланғыс шәхес үҫтермәгән Әбйәлил ере! Советтар Союзы Геройҙары, Ленин ордены кавалерҙары, рәссамдар, фән, сәнғәт, дәүләт эшмәкәрҙәре — барыһын бер көндә һанап та бөтөрлөк түгел, — тине Рим Һатыбал улы. — Зөһрә апай — тап ошо алтын фондҡа ингән шәхес ул. Күптәр уны журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, драматург, композитор булараҡ хөрмәт итһә, беҙ — яҡташтары өсөн ул шәп сценарист та. Әллә күпме район һабантуйы, башҡа мәҙәни саралар юғары кимәлдә үтһен, халыҡтың рухи кимәле күтәрелһен өсөн күп тырышлыҡ һалды һәм бик яҡшы сценарийҙар яҙҙы ул. Шул уҡ мәлдә Зөһрә Хәдит ҡыҙы үтә баҫалҡы, ябай һәм тыйнаҡ ҡатын. «Бына мин шуны йә тегене эшләнем, тейешле баһа йә награда бирегеҙ», — тип йөрөгән кеше түгел ул. Ошо сифаты уны тағы ла йәмләй, бөйөгөрәк итә төҫлө.

Хөрмәтле юбилярҙы ҡотлап һәм тағы дәртле, ижадҡа мул ғүмер юлы теләп, район башлығы телевизор бүләк итте.

Артабан сәхнәгә күтәрелгән һәр кем: район мәҙәниәт бүлеге начальнигы И. Мусин, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе В. Илһамов, мәҙәниәтселәр, клуб мөдирҙәре, китапханасылар, ағинәйҙәр, ауылдаштары, матбуғат йөгөн бергә тартҡан коллегалары, «Йәйғор» ижади берекмәһе ағзалары, һеңле-ҡустылары, туғандары, класташтары, ижадташ дуҫтары, фекерҙәштәре уның төрлө холоҡ сифаттарын асты, юбилярға бәйле йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты.

70 йәшен билдәләгән ил инәһен ҡотларға уҡытыусыһы килеп ултырыуы — үҙе үк һоҡланғыс күренеш. Буласаҡ композиторға ҡасандыр белем биргән абруйлы уҡытыусы Ғәфүрә Махийәнова Зөһрәнең кескәй сағын иҫләп алды.

Туғандары Зөһрә Хәдит ҡыҙының кешелекле, ихлас булыуына рәхмәт белдерҙе. Икенсе ҡанаты, ышаныслы терәге булған тормош иптәше Вәкил ағай менән йәшәгән йорттары бер ҡасан буш тормай икән — унда райондаштарға, студенттарға, шағирҙарға һәм башҡа күптәргә урын табыла, ярҙам ҡулы һуҙыла, кәңәш бирелә.

— Һинең кеүек ҡатын-ҡыҙ республикала һирәк, — тине шағир, Ғ. Сәләм исемендәге республика премияһы лауреаты Әсхәл Әхмәт-Хужа. — «Тәгәрәп китте йөрәгем», «Илекле ҡыр» йырҙарын ғына телгә алыу етә. Гениаль, мәңгелек әҫәрҙәр бит. Һәм улар береһе лә юғалмаясаҡ та, онотолмаясаҡ та, сөнки күптән халыҡ телендә һәм хәтерендә.

Әйткәндәй, кисәлә был йырҙарҙы тағы берҙе рәхәтләнеп тыңларға насип булды: уларҙы Зөһрә апайҙың бер туған ҡустыһы Хәлил Фәттәхов, Марс Сәйетғәлин, Садиҡ Шаһыбалов, район мәҙәниәт йортоноң вокал ансамбле башҡарҙы.

1-се Асҡар урта мәктәбе уҡыусылары пьесаларынан өҙөк сәхнәләштерҙе, мәктәп вальсында әйләнде…

Ҡаҙмаш ауылында һуғыштан һуң тыуған тәүге бала, фронтовик Хәдит Фәттәховтың ҡыҙы Зөһрәне бөтә ауыл тигәндәй тәрбиәләп, һөйөп үҫтерә. Һөйөклө йәрҙәрен яу яланында юғалтҡан тол ҡатындар көләкәс сабыйҙы күкрәгенә ҡыҫып яратҡанда уларҙың эске моң-һағышы бәләкәй ҡыҙыҡайҙың йөрәгенә тулы килеш күскәнмелер, улдарын көтөп ала алмаған өләсәйҙәрҙең нәсихәтен, тылсымлы әкиәттәрен аңына һеңдереп үҫкәнгәмелер — сабыр ҙа, миһырбанлы ла, аҡыллы ла ил инәһенең ижады нурлы, моңло, арбаусы көскә эйә.

Талантығыҙ һис ҡасан һүрелмәһен, йөҙөгөҙ һәр саҡ яҡты булһын, ижад емештәрегеҙгә тағы оҙаҡ йылдар һөйөнөргә насип булһын, хөрмәтле Зөһрә Хәдит ҡыҙы!

Читайте нас: