-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Ғинуар 2018, 13:16

«Ғаилә — туған тел һаҡсыһы»

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы яңы интернет-конкурс иғлан итә

Ярыштарҙа балаларын милли рухта тәрбиәләгән, туған телдә иркен аралашҡан һәр башҡорт ғаиләһе ҡатнаша ала. Илһөйәр, телһөйәр милләттәштәребеҙҙе, өлгөлө ғаиләләрҙе матур бүләктәр көтә.

Конкурсҡа рәхим итегеҙ!

Интернет-конкурс Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми төркөмөндә һәм 1 март — Башҡорт ғаиләһе көнө тип махсус асылған биттә бара. Конкусҡа тәҡдим ителгән эштәрҙе «1 март — Башҡорт ғаиләһе көнө төркөмөнә» инеп, диуарға беркетергә кәрәк.

Ярыштар 3 төрҙә үтә:

1. «Фотоһүрәттәрҙә тарих сағыла» конкурсы. Йәш сикләүҙәре юҡ. Унда ҡатнашырға теләүселәр ғаиләләрендә һаҡ-ланған боронғо фотоны «1 март — Башҡорт ғаиләһе көнө» тип аталған махсус биткә (https://vk.com/bash_gaile) ебәрә. Автор ошо фото тураһында ҡыҫҡаса белешмә бирә, унда һүрәтләнгән ғаилә кешеләренең нәҫеле, традициялары әлеге көндә кемдәр тарафынан һаҡланыуы тураһында яҙа (текст башҡорт телендә, 14-се шрифт менән 1 биттән артмаҫҡа тейеш).

2. «Милли мираҫҡа тоғролоҡ» видеоконкурсы.

Йәш сикләүҙәре юҡ. Ғаилә менән концерттарҙа, төрлө конкурстарҙа сығыш яһау, бөтә ғаилә менән бергә туристик сәйәхәттә булыу мәлдәрен, спорт ярыштарында ҡатнашыу-ҙарын, өләсәйҙәр һабағы күренешен (ҡул эштәренә өйрәтеү, әкиәт һөйләү, аш-һыу әҙерләү һабаҡтары), шул иҫәптән башҡорт телен пропагандалаусы флешмобтар һәм акциялар-ҙы төшөрөп ебәрергә кәрәк.

3. «Өләсәйемдән отоп алдым» конкурсы:

3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала.

Балалар халыҡ ижады өлгөләрен: боронғо йырҙар, мөнәжәттәр, бәйеттәр, әйтештәр, көйлө әкиәттәр, таҡмаҡтар, һамаҡлауҙар башҡара.

Интернет-конкурстарҙың еңеүселәре 1 мартта Өфөлә үтәсәк «Ғаилә — туған тел һаҡсыһы» фестиваленең йомғаҡлау сараһына саҡырыласаҡ, иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнәсәк.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты.

Һорауҙар булһа, баш белгес Марат Әнис улы Ғилмановҡа мөрәжәғәт итергә.

Телефон: 8-987-138-92-25, 8 (347) 246-30-42.
Читайте нас: