Мәҙәни-ял үҙәгенең «Йәйғор» халыҡ театры үҙ тамашасыларын өр-яңы спектакль менән ҡыуандырҙы. Театрҙың режиссеры Илүзә Шәйәхмәтова күренекле драматург, шағир Назар Нәжмиҙең 100 йыллығына арнап «Гармунсы дуҫ» драмаһын сәхнәләштерҙе.
Күп йылдар театрҙар репертуарынан төшмәгән был әҫәр бөгөн дә халыҡ күңеленә танһыҡ, яҡын. Ҡәһәрле, күҙ-йәш түктергән һуғыш тамамланып, иҫән ҡалған һалдаттарҙың тыуған яҡтарына ҡайтҡан, тыныс тормош башлаған сағы. Тереләр ҡайтыу шатлығын кисерһә, һу-ғыш ҡырында ятып ҡалғандарҙың әсәләре, ҡатындары ҡайғы яңырта. Айбикәнең дә (Мәрғүбә Оморҙаҡова) ире, ҡустыһы әйләнеп ҡайтмаған, ҡыҙы Гөлъямал (Зәлиә Фәттәхова) менән икәүләп ыҙа-ғазаптарҙы күтәрәләр. Күршеләре Бибикамал (Гөлнур Носратова) менән көңгөр-ҡаңғыр ғүмер итәләр. Уның улы Билал (Марат Фәттәхов) дуҫы арҡаһында үлемдән ҡотолоп, имен-аман ҡайтып төшкән һәм урмансы булып эш башлаған. Яратып йөрөгән күрше ҡыҙы Гөлъямалға өйләнеп, йорт һалырға, балалар үҫтерергә ниәтләнә. Көтмәгәндә ауылға Билалды ҡотҡарған Афзал (Айҙар Шакиров) килеп төшә. Тик дуҫы менән күрешеү шатлығы Билал өсөн ҡайғыға әйләнә. Гөлъямал менән Афзал хат аша танышып, бер-береһен күптән яратҡан булған. Йөрәк серен ҡыҙ әхирәте Гөлнурға (Фәнүзә Илһамова) һәм әсәһенә генә сисә. Бибикамалдың улына яҙған хаттары аша танышып киткән йәштәрҙең дуҫлығы оло һөйөүгә әйләнә. Ҙур пландар менән йәшәгән Билал был яңылыҡты бик ауыр ҡабул итә. Етмәһә, Ғимран Ҡәҙимов (Зөлфир Илһамов) күңеленә ут өҫтәй, дуҫын юҡ итергә өгөтләй. Сөнки Афзалдың килеүе уның өсөн дә көтөлмәгән хәл була: Ғимрандың үҙ ҡулына үҙе атҡанын ул ғына белә, хәҙер бөтә ауылға фаш итәсәк тип ҡурҡа. Ауылдың һылыу ҡыҙы — Гөлъямалға ла әллә ҡасандан күҙ атып йөрөй. Хат ташыусы Әнисә (Динара Сафиуллина) аша Гөлъямал менән Афзалдың бөтә хаттарын уҡып торған Ғимран мәкерле уй ҡора. Яуыз уйын Билал ҡулы менән атҡара алмағас, мылтыҡты Афзалға үҙе тоҫҡай...
Дуҫлыҡ, мөхәббәт, намыҫ — бына ошо мәңгелек төшөнсәләр хаҡында был драма. Театрҙа күптән уйнаған әртистәр менән бер рәттән тәүгә сәхнәгә сыҡҡандар ҙа ролдәрен килештереп башҡарҙы. Һуғыштан ҡайтҡан ике дуҫтың гармун уйнап йырлауы, ғашиҡ йәндәрҙең көтөп алынған осрашыуы, дуҫлыҡ хаҡына мөхәббәттән баш тартыу — тәрән кисерешле, хис-тойғоло сәхнәләрҙе тамашасы йотлоғоп, тын да алмай ҡараны. Ә өмөт, хыял, һөйөү тулы өсмөйөшлө һалдат хаттары һуң?!
«Йәйғор» театры режиссеры Илүзә Шәйәхмәтова актер-ҙарҙың уйынына ғына түгел, декорацияға, музыкаль яҡтан оҙатыуға ла ҙур иғтибар биргән, тәрән мәғәнә һалған.
Ошо көндәрҙә «Йәйғор» театры республика халыҡ ижады үҙәгенең театр жанры буйынса баш белгесе Т. С. Ҡалмырҙина алдында үҙенең халыҡ исемен яҡлап сығыш яһаны. Тәнзилә Сәғит ҡыҙы «Гармунсы дуҫ» спектаклен ҡарап, актерҙарҙың һәм режиссерҙың эшен бик юғары баһаланы һәм «Йәйғор» театрының халыҡ исемен йөрөтөүгә лайыҡлы икәнлеген билдәләне.