+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Май 2018, 14:02

Йәш бейеүселәр Төркиәне яуланы

Күптән түгел Асҡар сәнғәт мәктәбенең «Йондоҙ» һәм 1-се Асҡар мәктәбенең «Алтынай» өлгөлө балалар бейеү ансамблдәренең йыйылма төркөмө (етәксеһе Л. Д. Йәнекәйева) Төркиәлә үткән Халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашып, республикабыҙ данын яҡлап ҡайтты. Бай тарихлы был сарала Башҡортостан тәүге тапҡыр ҡатнашты.

Күптән түгел Асҡар сәнғәт мәктәбенең «Йондоҙ» һәм 1-се Асҡар мәктәбенең «Алтынай» өлгөлө балалар бейеү ансамблдәренең йыйылма төркөмө (етәксеһе

Л. Д. Йәнекәйева) Төркиәлә үткән Халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашып, республикабыҙ данын яҡлап ҡайтты. Бай тарихлы был сарала Башҡортостан тәүге тапҡыр ҡатнашты.

Төркиә еренә килеп төшөү менән ундағы ихласлыҡ, ҡунаҡсыллыҡ Башҡортостан вәкилдәрен хайран ҡалдыра. Әйтергә кәрәк, быйыл фестиваль донъяның 40-тан ашыу иленән йәш таланттарҙы бергә йыйған. Килгән һәр баланы бер төрөк ғаиләһе үҙендә ҡунаҡ иткән. Төрөктәр йәшенән алып ҡартынаса фестиваль дауамында әлеге ҡунағын үҙ илдәренең тарихы, мәҙәниәте, ғөмүмән, йәшәйеше менән таныштырған. Көндөҙ ойошторолған сараларға баланы тотош ғаилә оҙатып йөрөгән, ҡунаҡсыллыҡ кимәленә иҫ китерлек.

Фестиваль Измит ҡалаһында үткәрелһә лә, уның сиктәрендәге башҡа саралар төрлө ерҙәрҙә ойошторолған. Мәҫәлән, бер көндө барлыҡ балаларҙы Мәрмәр диңгеҙе буйында ҡунаҡ иткәндәр. Әйтеп үтелгәнсә, тотош ғаиләләр менән сығып фестиваль ҡунаҡтарын саф һауала төрөк милли аш-һыуҙары, уйындары менән таныштырғандар, бер һүҙ менән әйткәндә, үҙ-ара йылы аралашыу булдырылған. Аралашыу тигәндән, күптәр бер-береһен тәржемәсеһеҙ ҙә яҡшы аңлай икән, сөнки телдәр башҡа булыуҙан бигерәк ҡунаҡтарҙың маҡсаттары берҙәм бит. Тотош донъя буйлап һибелгән халыҡтарҙың үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәттә булыуын, милли-мәҙәни кимәлдә ғилем арттырыуын, ерҙә татыулыҡ нурҙарын һибеү ниәтен алған был фестиваль.

«Фестивалдә ҡатнашыусылар ғына түгел, төрөктәр ҙә беҙҙең милли кейемдәрҙе ныҡ оҡшаттылар. Айырыуса, малайҙарҙың бүректәрен кейеп фотоға төшөүселәр күп булды», — тип һөйләй Ләлә Дамир ҡыҙы.

Ваҡиғаларға, сағыу тәьҫораттарға бай бер аҙна күҙ асып йомғансы үтеп тә китә. Оҙатҡанда үҙҙәрендә ҡунаҡ иткән ғаилә ағзаларының да күҙҙәре йәшләнә, Әбйәлил балаларына ла туғанлашҡан дуҫтары менән хушлашыуы ауыр була.

«Район тарихында тәүге тапҡыр булған балалар ансамблдәре ағзаларының сит илгә сәфәргә сығып, башҡа илдәр вәкилдәрен Башҡортостан, уның мәҙәниәте менән таныштыра алыуыбыҙҙа бағымсыларыбыҙҙың өлөшө ҙур. Балалар исеменән беҙгә ярҙам күрһәткән КФХ башлыҡтары Сергей Страцев һәм Светлана Грудцинаға, ветстанция етәксеһе Рәсих Ҡарабәндинға, «Тамъян» ҡулланыусылар йәмғиәте ашнаҡсыларына (етәксеһе Наил Рәхмәтуллин), сәнғәт һәм Асҡар мәктәбе директорҙары Гүзәл Нияҙғолова менән Миләүшә Ямаловаға, ата-әсәләр Аблаевтар һәм Сабитовтарға, шулай уҡ беҙҙең делегацияны ҡаршы алып, Төркиә буйлап оҙатып йөрөгән элекке уҡыусым, Коджаэли университеты студенты Рәфҡәт Ғәбитовҡа рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Уларҙың ярҙамы менән йәш әбйәлилдәр тотош республиканы халыҡ-ара фестивалдә лайыҡлы кимәлдә күрһәтте», — ти Л. Д. Йәнекәйева.

Р. ИТАЛМАСОВА.
Читайте нас: