Беҙҙең яҡтарҙың матурлығы әсир иттеме, әллә әбйәлилдәрҙең ҡунаҡсылығы йоғонто яһанымы — быйыл «Ҡош юлы» башҡорт бард фестивале йәнә беҙҙә үтте. Уҙған йыл Экология һәм яҡташ шағир, бик йәшләй был донъянан киткән Рәмил Ҡолдәүләттең ижадына бағышланған фестиваль Тирмән янындағы матур аҡланда уҙғайны. Йыр һәм шиғыр бәйгеһенең юғары кимәлдә үтеүе хаҡында конкурсанттар ҙа, ҡунаҡтар ҙа байтаҡ ваҡыт онотмай, шул күтәренке рух аҫтында булды. Тимәк, фестивалдең ҡабаттан беҙҙә ойошторолоуы һис юҡҡа түгел...
Быйыл бард фестивале яңы һабантуй урыны — Айғырбатҡанда уҙҙы. Йырлайым тигәндәргә, бынамын тигән ҙур сәхнә, тамашасыларға ел-ямғырҙан ышыҡлаусы (әйткәндәй, былтыр ҙа «Ҡош юлы» ҡойма ямғырҙар мәленә тура килгәйне, быйыл да болоттар Әбйәлил өҫтөндә генә өйөрөлдө) трибуналар, спортсыларға иркен ялан, палаткалар лагеры ҡороу өсөн Иҙәш йылғаһы буйындағы матур аҡлан бик йәтеш булды.
Өс көн буйы дауам иткән «Ҡош юлы» фестиваленең тәүге кисендә республиканың төрлө тарафтарынан, хатта Силәбе, Ырымбур яҡтарынан ҡунаҡтар килеп урынлашты, танышты, аралашты, ҙур усаҡ янында төнө буйы гитара тауышы тынманы.
Икенсе көндә ижади бәйгенең төп саралары уҙҙы. Көн оҙоно дауам иткән спорт ярыштары бик ҡыҙыу барҙы. Бер команда ла бирешергә теләмәне. Футбол буйынса ярышта 15 команда ҡатнашһа, волейболда 5 команда көс һынашты. Сәмле ярыш иң таһылдарҙы асыҡланы. Футболда Әлмөхәмәт ауылы биләмәһе йәштәрен берләштергән «Аҡбуҙат» һәм «Северный» командалары алдынғылыҡты бирмәй, ярашлы рәүештә, беренсе һәм икенсе урындарҙы яуланы. Силәбенең башҡорт йәштәре ойошмаһы өсөнсө урын алды. Волейбол буйынса «Амангилде» (Әбйәлил) командаһы беренсе урынға лайыҡ булды. Икенселә — Ҡырмыҫҡалы һәм Баймаҡ райондары йәштәренән торған «Ҡармаҡ» командаһы. Беҙҙең райондың «Иҙәш» командаһы был ярышта өсөнсө урынға сыҡты.
«Түңәрәк өҫтәл»дәрҙә ҡатнашыусылар үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап эҙләне. Уларҙың тәүгеһе «Башҡорт телендә аралашыуҙы үҫтереүҙә һәм һаҡлауҙа «Ҡош юлы» хәрәкәтенең роле» темаһына арналды. Уны фестивалде ойоштороусылар Артур Батыршин, Тимур Йосопов һәм Тимур Ямалов алып барҙы. Егеттәр үҙҙәренең өлгөһөндә нисек башҡорт теленә килеүҙәрен, туған телдә аралаша башлауҙарын һөйләне. Күңел-торошоңа яҡын телдә йырлау, йырҙар ижад итеү ни тиклем яҡшы, шәп икәнлеген йәштәргә аңлаттылар. Тап шуның өсөн дә был фестивалдең төп шарты башҡорт телендә аралашыу, башҡортса йырлау һәм әлбиттә, үҙеңдең авторлыҡ емештәрен башҡарыу. Йыр-моң аша телгә һөйөү тәрбиәләү һөҙөмтәлерәк булыуын иҫбат итергә тырышты улар. «Башҡортостанда автор йырҙарының үҫеше» темаһына арналған һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар бөгөнгө эстраданы баҫып алған мәғәнәһеҙ әйберҙәр күп булыуына әсенделәр. Йәшерен-батырын түгел, хәҙер һәр икенсе йырсы үҙем ижад иткән йыр тип сәхнәгә сыға. Ул тамашасы зауығына, йыр сәнғәте талаптарына тура киләме-юҡмы, был хаҡта уйланыусылар һирәк. Бер-береһенә игеҙәктәй оҡшаған, һүҙҙәре лә, көйө лә бер иш тигәндәй йырҙар аҙмы ни? Әлбиттә, йыр яҙырға тырышыу маҡтаулы күренеш, әммә ярты-йорто йырҙың популярлыҡ яулап, хит булып китмәйәсәге көн кеүек асыҡ. Йыр аша асылыңа ҡайтыу еңелерәк, башҡортса йырҙар ижад итеү фекерләүҙе үҫтерәсәк тигән теләктәрен еткереп, «Ҡош юлы» хәрәкәте еңел-елпе түгел, ә мәғәнәле йырҙарға өҫтөнлөк бирәсәген, милли үҙаңды күтәреү өҫтөндә эшләйәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алдылар.
«Ижад сере» шиғриәт семинар-практикумында ҡәләм тибрәтеүселәр үҙҙәрен борсоған проблемаларға туҡталды. Йәш ижадсылар танылған шағирә Фирүзә Абдуллинаның һәм Айгөл Йәмилеваның шиғыр яҙыу нескәлектәре хаҡында оҫталыҡ дәресен йотлоғоп тыңланы. Өмөтлө, йәш шағирә А. Йәмилева 2014 йылда «Ҡош юлы» сиктәрендә үткән шиғриәт конкурсында еңеү яулауы уға ҡанат ҡуйыуы хаҡында һөйләне һәм йырҙар өсөн текстарҙы йәш таланттарҙың шиғриәте араһынан да эҙләү яҙыҡ булмаясаҡ тигән фекерҙе еткерҙе.
Саф һауала квест, төрлө уйындар менән кис еткәнлеге лә һиҙелмәне. Киске сәғәт етелә фестивалде асыу тантанаһы һәм гала-концерт башланды. Бы-йылғы бәйге талантлы шағир Рәйес Түләктең яҡты иҫтәлегенә арналды. «Ҡош юлы»нда ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Б. Фәттәхов тәбрикләне. Йәштәрҙе берләштереү, яңы исемдәр асыу йәһәтенән бик әһәмиәтле булған фестивалде ойоштороусыларға Раян Баян улы рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Алина Ғәлиева менән Марсель Мөхәмәтйәнов алып барған тамаша бик күңелле, йәштәрсә позитив аҫтында үтте. Һыуыҡ ел дә, ямғыр ҙа йыр-моң һөйөүселәрҙе өркөтмәне, ҡушылып йырланылар ҙа, дәртле музыкаға бейенеләр ҙә. Етенсе фестиваль бер сәхнәгә утыҙлаған автор-башҡарыусыны йыйҙы. Улар менән бер рәттән тамашасы һөйөүен яулаған Тимур Ямалов, Тимур Йосопов, яҡташыбыҙ Ришат Сөләймәнов сәхнәгә сыҡты, хиттарға әйләнгән йырҙарын йәштәр күтәреп алды. «Ҡош юлы» балалар проектында ҡатнашҡан Асҡар ҡыҙы Нәркәс Баймырҙинаның сығышы концертты йәмләне. Жюри йомғаҡты ярты төн ауғас ҡына билдәләһә лә, сәхнә янынан бер кем китмәне. Шулай итеп, «Ҡош юлы — 2018» VII Башҡорт бард фестиваленең Гран-приһын Учалы егете Сәмиғулла Лоҡманов яуланы. Беренсе урынға Илнар Ғәниев лайыҡ булды, икенселә — Нә-ғим Шәрипов, өсөнсө урынды Таһир Мирсәйетов алды. Нәфис Зәйнуллин, Наргөл Килдейәрова, Рәмил Йыһаншин, Данил Сафиуллин, Нияз Аҫылбаев, Ислам Рафиҡов һәм яҡташыбыҙ, Ринат Амурзин (һүрәттә) номинацияларҙа билдәләнде. Илмир Хызыров, Лилиә Яҡшыдәүләтова, Айгөл Мәжитова, Илнар Вәлиев, Руслан Ҡунаҡасов фестивалдең махсус бүләге — тауыш яҙҙырыу студияһына 5 мең һумлыҡ сертификаттар алды. Бөтә ҡатнашыусылар һәм лауреаттар ойоштороусыларҙың дипломдарына һәм бүләктәренә эйә булды.
«Ҡош юлы» фестивале сиктәрендә уҙған шиғриәт бәйгеһендә үҙенең ижад емешен бик аһәңле итеп тамашасыларға еткергән «Юлдаш» радиоһының алып барыусыһы Ғәзиз Әбделмәнов еңде. Әйткәндәй, уның шиғриәте Рәйес Түләктеке менән ауаздаш булыуы ла үҙенсәлекле ине. Беренсе урынды Лилиә Ҡаһарманова алды, икенселә Ләйсән Сәлимова, Илһам Аслаев, Гүзәл Батталова билдәләнде, өсөнсө урынды Миләүшә Һатыбалова, Раушания Һаҙыева бүлеште. Нәркәс Ҡәйепҡолова «Өмөт» номинацияһына лайыҡ булды. Балалар араһында уҙған шиғри бәйгелә беренсе урынды Зилиә Буранбаева, икенсене Руфина Лоҡманова, өсөнсө урынды Гөлназ Ишемғужина алды.
Район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Шайморат Нәбиуллин фестивалде ойоштороуға индергән өлөшө өсөн Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
«Ҡош юлы — 2018» фестиваленә йомғаҡ яһалһа ла, Айғырбатҡан яланында башҡорт йырҙары, гитара моңо таңға тиклем тынманы. Иртәгәһенә күмәкләп туҡталҡа урындарын сүп-сарҙан таҙартҡандан һуң, фестивалгә килеүселәр яңы дуҫтар табып, бер-береһе менән аралашыуҙан рухтары, күңелдәре күтәрелеп, яңынан «Ҡош юлы»нда осрашҡанға тиклем хушлашты.