Илебеҙҙең баш ҡалаһында, «Коломенское» музей-заповеднигы биләмәһендә «Һабантуй — 2018» байрамы ойошторолдо. Сәсеү эштәрен йомғаҡлаған һабан байрамын уҙғарыуға быйыл тағы Башҡортостандан ҙур делегация, шул иҫәптән Әбйәлил мәҙәниәтселәре йәлеп ителде.
Ҡунаҡтар йылдағыса башҡорт ауылын, тирмәләрен, ҡул эштәрен, милли йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йыр-бейеүҙәрен ҡарау мөмкинлегенә эйә булды. Милли сувенирҙар, көрәш, башҡа аттракциондар ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Баш ҡала вәкилдәре яҡташтарыбыҙ әҙерләгән йыуаса, сәк-сәк, ҡымыҙ-буҙанан ауыҙ итте. Башҡортостандың данлыҡлы сәхнә йондоҙҙары менән бер рәттән концерт программаһын Әбйәлил таланттары — Римма Амангилдина, Рөстәм Шаһыбаловтарҙың сығышы байытты.