+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Август 2018, 10:26

Мәскәү һабантуйында дүртенсе тапҡыр

Йыл һайын Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург кеүек ҡалаларҙа һабантуйҙар уҙа. Был милли байрамдарҙа Башҡортостан исеменән сығыш яһап, республиканың данын яҡлау һуңғы тиҫтә йылда даими рәүештә әбйәлилдәргә ышанып тапшырылыуы юҡҡа түгел.

Йыл һайын Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург кеүек ҡалаларҙа һабантуйҙар уҙа. Был милли байрамдарҙа Башҡортостан исеменән сығыш яһап, республиканың данын яҡлау һуңғы тиҫтә йылда даими рәүештә әбйәлилдәргә ышанып тапшырылыуы юҡҡа түгел. Сөнки республиканың башҡа район вәкилдәре, Өфө халҡы «Әбйәлил — башҡорт халҡының кәсептәрен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап килгән төбәк» тигән фекерҙә. Әбйәлилдәр Мәскәү һабантуйында ғына быйыл дүртенсе тапҡыр ҡатнашҡан, бынан тыш Питер, Екатеринбург ҡалаларында ла бер тапҡыр ғына булмауы ошо һүҙҙәрҙе раҫлай. Быйыл да район хакимиәте башлығы Р. Һ. Сың-ғыҙов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы И. Ә. Мусин етәкселегендәге делегация баш ҡала халҡын милли ҡомартҡыларыбыҙ, халҡыбыҙҙың боронғо йәшәйеше менән таныштырыу бурысын юғары кимәлдә атҡарып ҡайтты. Методик үҙәк мөдире Гөлшат Рафиҡ ҡыҙы Шәйәхмәтованан был сәфәр хаҡындағы тәьҫораттарын гәзит уҡыусыларыбыҙ менән уртаҡлашыуын һораныҡ.


— Быйыл, уҙған йылдарҙан айырмалы, Рәсәй кимәлендәге һабантуйға тик район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән торған делегация барҙы. Ғәҙәттәгесә, кәрәкле бөтә әйберҙәрҙе алдан тейәп, оҙатып, үҙебеҙ автобустарҙа юлға сыҡтыҡ. Барып етеү менән тирмә-ҡыуыш ҡороу, сыуал сығарыу, экспонаттарҙы урынлаштырыу кеүек эштәрҙе тиҙ арала бергәләп атҡарып та ҡуйҙыҡ.

Һабантуй «Коломенское» музей-заповеднигы биләмәһендә уҙҙы. Әбйәлилдәр баш ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына башҡорттарҙың боронғо йәшәйешен һәм мәҙәниәтен сағылдырған этник ихата ҡуйыуҙы бурыс итеп алды.

Ихатаға килеп инеү менән Әбйәлилдән алып барылған ҡарағайҙарҙан урман хасил булды. Унда беҙҙең төбәкте төйәк иткән ҡоштар, йәнлек һындары ҡуйылды, бында Данил Хужин яуаплы булды.

Унан инде һунарсылыҡ кәсебенә арналған экспонаттар (Илмир Үҙәнбаев, Вадим Папанин) урын алды. Һунарсы ҡыуышын төрлө йәнлектәр тиреһе биҙәне.

Артабан тырансанан эшләнеп, кейеҙ менән ҡапланған боронғоса мунса ҡоролдо, уның янында миндектәр ҙә эленде. Был бүлек өсөн яуаплы булған Хәйҙәр Әхтәмов ҡунаҡтарҙы шул тиклем ҡыҙыҡһындыра алды, хатта инеп сабынып сығыусылар ҙа табылды.

Арыраҡ ҡуйылған боронғо таҡта ярыу, утын бысыу станогында эшләп ҡарарға теләүселәр ҙә аҙ булманы. Теләгәндәргә был эштә Алмас Дәүләтбаев менән Мир Сафиуллин ярҙам итте.

Ат арбаһы янында күбә торорға тейеш ине. Тик ямғыр яуып торғанлыҡтан бесәнде күбәләп булманы. Ат сбруйҙары ла һәр кемдә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Бында шулай уҡ районыбыҙҙа үҫтерелгән бойҙай, һоло, арпа менән тулы батмандар торҙо.

Кейеҙ тирмә, әлбиттә, бер кемдең дә иғтибарынан ситтә ҡалманы. Һабантуй үткән көн ныҡ эҫе торҙо, тирмәгә ингәндәр, эстә һалҡын булыуына ғәжәпләнде, уларға кейеҙҙең йылыны ла, һалҡынды тотоуын аңлатырға тура килде. Тирмә шулай уҡ үҙенең эске биҙәлеше менән әсир итте. Тирмә эсе ҡатын-ҡыҙ, ир-егеттәр өлөшөнә шаршау менән бүленеп, боронғоса йыһазландырылды. Бында шулай уҡ Әбйәлил оҫталарының ағастан һырлап эшләгән сувенирҙар, һындар, һауыттар урын алды. Тирмәлә Ләйсән Ғиләжева (Михайловка) ҡунаҡтарҙы ҡаршыланы.

Билдәле ҡул эштәре оҫтаһы Рәсилә апай Вәлиеваның балаҫ һуғыу станогында ҡыҙы Ләйсән Йәһүҙина оҫталыҡ дәресе бирҙе. Уның һуғылған, баҫылған тула әйберҙәре күҙ яуын алырлыҡ ине. Бөгөн бит ҡулдан эшләнгән әйберҙәр юғары һорау менән файҙалана, шуға ла хаҡына ҡарамай һатып алыусылар табылды.

Буранғол кейеҙ йорто етәксеһе Зөлфирә Махийәнованың йөндән әүәләнгән әйберҙәренә лә ихтыяж ҙур, ул халыҡ иғтибарына өр-яңы күргәҙмә тәҡдим итте: картиналар, теүәтәйҙәр, сигелгән быймалар, мунса кәрәк-ярағы һ.б.

Район тыуған яҡты өйрәнеү музейының эскпонаттары айырым мөйөш биләне. Бында музей директоры Рәмилә Лотфуллина тотош көмөш менән биҙәлгән һаҡал, ҡоштабаҡ, туҫтаҡ, урҙа кеүек бик боронғо көнкүреш әйберҙәрҙе ҡуйғайны.

Ситән менән уратылған утлыҡсала ике мейес сығарылды. Бында Нәзифә Солтанова (Дәүләт) менән медик булараҡ делегацияны оҙатып барған, «Әхирәттәр» фольклор төркөмө ағзаһы Резеда Ишҡолова «хужалыҡ» итте. Улар шунда ҡорот ҡайнатты, уны ыҫланы, ҡамырын баҫып, йыуасаһын да бешерҙеләр. Әйткәндәй, Мәскәү халҡы беҙҙең йыуаса менән ҡоротто айырыуса ярата, шуға ла әбйәлилдәрҙе көтөп алалар.

Хәмит китапханаһы хеҙмәткәре Ғәҙилә Баһауетдинованың ҡортсолоҡ продукцияһы ла мәскәүҙәргә күптән таныш. Уның шифалы балын тәмләү өсөн генә түгел, һатып алыу өсөн дә ҙур сират торҙолар. Хеҙмәттәшебеҙ балдың шифаһы тураһында ентекләп һөйләне.

Гөлнара Мостафина иһә ҡурмас тартып, талҡан эшләп, милли ризыҡ менән һыйланы Мәскәү халҡын. Бында өс тирмән торҙо: таш тирмән, музейҙа һаҡланған тирмән һәм әле халыҡта ҡулланышта булғаны.

Гөлназ Мәғәфүрованың (Буранғол) күпереп торған буҙаһын тәмләп ҡарарға теләүселәр ҙә аҙ булманы. Шәрип клубы мөдире Лилиә Яныбаева иһә май, эремсек кеүек, һөттән яһалған ризыҡтар менән рәттән, шунда уҡ һөттө сепараттан үткәреп, ҡаймаҡ та тәҡдим итте.

Тирмәлә генә йәшәмәгән бит башҡорт халҡы, уның ҡыштауҙа йорто ла булған борон. Шуға беҙ элекке йортто ла күрһәттек. Ҡорама юрғандар, балаҫтар йәйелгән урындыҡҡа түшәлгән ашъяулыҡта милли аштар теҙелде. Фәриҙә Уйылданова менән Йәзилә Тайыпова ҡунаҡтарҙы боһорап ҡайнап ултырған самауырҙан шифалы үләндәр сәйе менән һыйланы.

Беҙҙең биләмәгә ингән ҡунаҡтар Азамат Итекәев менән Ильяс Дәминдаровтың дәртле ҡурай-баян моңдарына рәхәтләнеп бейенеләр.

Этноихатала почетлы ҡунаҡтарҙы бауырһаҡ, ҡымыҙ менән Фәйзи Ғәсҡәров ансамбле ҡаршы алды. Шулай уҡ билдәле яҡташтарыбыҙ Марсель Ҡотоев, Римма Амангилдина, Рөстәм Шаһыбалов, Заһир Зәйнетдинов, «Арғымаҡ» этнотөркөмө сәләмләне.

Ихатабыҙҙа булған һәр кем күргәҙмәбеҙ менән танышты, милли ризыҡтарыбыҙҙан ауыҙ итте, экспонаттар янында фотоға төштө һәм боронғоно һаҡлап, бөгөнгө быуындарға еткерә алғаныбыҙ өсөн сикһеҙ рәхмәттәрен еткерҙе. Ә, беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, күргәҙмәне боронғо әйберҙәр менән тулыландырыуҙа ярҙам иткән бөтә биләмә башлыҡтарына, экспонаттарын беҙгә ышанып биреп ебәргән мәктәп музейҙары етәкселәренә, «Урал-тау» кафеһы етәкселегенә, шулай уҡ Рәшиҙа Хисмәтоваға, Сәйҙә Муллағәлләмоваға, Рәсилә Һибәтоваға, Сания Шәриповаға, Сәүиә Нарынбаеваға, Айрат Хәлисовҡа, Нәдир Сабитовҡа, Өлфәт Хәлисовҡа, Рәйсә Мансуроваға, Зөлфирә Моратшинаға, Фирүҙә Хөсәйеноваға, Мәликә Биктимероваға, Фәүҡинур Сафинаға, Зифа Амангилдинаға, Милләт Килдейәровҡа һәм башҡа күптәргә рәхмәт белдерәбеҙ.

Был сәйәхәттә делегацияны тәмле аштары менән «Тамъян» ҡулланыусылар йәмғиәте ашнаҡсылары Гөлсөм Хөбөтдинова, Нәзиға Мусина, Флорида Сафуанова туҡландырҙы. Уларға һәм алыҫ юлға имен-аман алып барып ҡайтҡан водителдәргә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА яҙып алды.
Читайте нас: