«Уральские зори» балалар ял итеү-уҡытыу үҙәгендә 17 июлдән 6 авгусҡа тиклем «Этнодонъя» тип аталған этнографик смена уҙҙы. Балалар ял дауамында төрлө милләттәрҙең тарихы, сәнғәте, мәҙәниәт, көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм кәсептәре менән танышты. «Башҡорт мәҙәниәте көндәре» сиктәрендә балалар һабантуйы уҙҙы.
Башҡорт халҡының боронғо байрамында ҡатнашыу өсөн лагерҙа ял итеүсе балалар ғына түгел, төрлө тарафтарҙан абруйлы ҡунаҡтар ҙа килгәйне. Урал федераль округында Башҡортостан Республикаһының вәкиле Амур Хәбибуллин, Силәбе өлкәһенең мәҙәниәт министры урынбаҫары Ирина Анфалова-Шишкина, Магнитогорск ҡалаһы депутаттары йыйылышы рәйесе Александр Морозов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Раян Фәттәхов, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Вил Илһамов, Магнитогорск ҡалаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Татьяна Брагина, Г. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университеты идаралығы һәм иҡтисад институты директоры Наталья Балынская, «Металлург-Магнитогорск» спорт комплексы директоры Дмитрий Шохов, «Яҡты-Күл» шифаханаһы директоры Илдар Нафиҡов һабантуй майҙанына йыйылған балаларҙы сәләмләне. Байрамды тантаналы асҡандан һуң беҙҙең илдә татыу, дуҫ йәшәгән төрлө милләт вәкилдәрен сағылдырып, башҡорт, рус, татар, ҡаҙаҡ, әрмән кейемдәрендәге балалар шул халыҡтарҙың бейеү һәм йырҙарын башҡарҙы. Беҙҙең райондың Ләлә Йәнекәйева етәкселегендәге «Йондоҙ» өлгөлө ансамбле бейеүҙәре концерттың йәме булды.
Балалар сәләмәтләндереү-белем биреү комплексы директоры Олег Закиров етәкселегендә ҙур делегация байрам үтәсәк оло майҙанға күсте. Башҡорт тирмәһе янында һабантуй ҡунаҡтарын йыр-моң, икмәк-тоҙ менән ҡаршыланылар. Халыҡ кәсептәре әйбер-ҙәре, милли аш-һыу ҡуйылған, ҡул эштәре менән биҙәлгән тирмә башҡорттарҙың боронғо көнкүрешен асыҡ сағылдырҙы. Буранғол клубы директоры Гөлназ Мәғәфүрова менән кейеҙ йорто директоры Зөлфирә Махийәнова ҡуйған бай күргәҙмә, уларҙың быйма баҫыу, йөндән башҡа әйберҙәр эшләү буйынса уҙғарған оҫталыҡ дәресен һәр кем ҡыҙыҡһынып ҡараны. Амангилденән билдәле ҡурайсы Дәүләт Ҡадиров ҡурай эшләү серҙәре менән уртаҡлашты. Әле генә ҡыу үлән булған көпшәнән иҫ киткес моң сығарырлыҡ музыка ҡоралы яһауына ышанып етмәгән өлкәндәр ҙә, бәләкәстәр ҙә ҡурайҙы үҙҙәре һыҙғыртып, әйләндереп-тотҡолап ҡараны, ҡайҙа үҫеүе менән ҡыҙыҡһынды. Рәхмәттән Идия Ғәлимова менән Рәйдә Мөхәмәтҡужина башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәре —түшелдерек, яға, ҡашмауҙы нисек эшләгәндәрен күрһәтте. Күҙҙең яуын алып торған мәрйенле-тәңкәле селтәрҙәрҙе кейеп ҡараусылар ҙа булды. Ниндәй башҡорт һабантуйы көрәшһеҙ үтһен? Гусевтан тренер Фәтих Сафиуллин етәкселегендә ҡыҙ-егеттәр милли көрәш буйынса таһыллыҡтарын күрһәтте. Лагерҙа ял итеүсе балаларға бигерәк тә бүрәнә өҫтөндә тоҡ менән һуғышыу, тоҡ кейеп ярышыу оҡшаны.
Этноһабантуйҙа балалар башҡа милләттәрҙең боронғоһо, традициялары менән таныша алды. Татар ихатаһында милли уйындарҙың ҡыҙған мәле: көйәнтә менән йүгерергә, «аттарҙа» сабышырға мөмкин ине. Бында түбәтәйҙе тегеү, сигеү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәттеләр.
Рус ыҙбаһында ҡунаҡтарҙы дәртле йырҙар менән ҡаршыланылар. Балсыҡ-тан көршәктәр, уйынсыҡтар әүәләү, тал сыбығынан кәрзиндәр үреү, йомортҡа буяу буйынса оҫталыҡ дәрестәрен ҡарар-ға мөмкин булды.
Ҡаҙаҡ халҡының ҡунаҡ ҡаршылау һәм оҙатыу йолаһы күрһәтелде, милли уйындары үткәрелде.
Байрамда спорт ярыштарына ла ҙур иғтибар бүленде. Уҡтан атыу, конкур, армреслинг, воркаут, мини-футбол — һәр кем күңеленә ятҡан шөғөлдө ҡарай алды.
Төрлө халыҡтар ҡунаҡсыллығын, йомартлылығын күрһәткән аш-һыу күргәҙмәһендә өҫтәлдәр төрлө һыйҙан һығылып торҙо. Ҡунаҡтар айырыуса башҡорт милли ризыҡтарын хуш күрҙе: бишбармаҡ, ҡаҙы, тултырма, йыуаса, сәк-сәкте маҡтай-маҡтай ауыҙ итте.
Был лагерҙа балалар ял итеп, күңел асып ҡына йөрөмәй, каникулдарын файҙалы уҙғара, сит телдәр өйрәнә. Ҡытай, Италия, Франция, Испания, Греция, Бөйөк Британиянан килгән уҡытыусылар ҡыҙҙар-малайҙарға тел өйрәтә. Балалар өлкәндәр алдында төрлө телдәрҙә иркен аралаша, хатта йырҙар башҡара алыуын күрһәтте.
Башҡорт һабантуйы ғына түгел, халыҡ-ара дуҫлыҡты, берҙәмлекте сағылдырған оло байрам тәьҫораттары балалар күңелендә оҙаҡ һаҡланыр, киләсәктә башҡа милләттәрҙең үткәндәре, ғөрөф-ғәҙәттәре менән ҡыҙыҡһынырға, уларҙы хөрмәт итергә этәргес бирер.