Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Сентябрь 2018, 20:55

Өфөлә режиссер Булат Йосопов башҡорт телендә тауыш бирҙе

Өфөлә танылған режиссер Булат Йосопов башҡорт телендә тауыш бирҙе.

Өфөлә танылған режиссер Булат Йосопов башҡорт телендә тауыш бирҙе.
«Бөгөн, 9 сентябрҙә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлау көнөндә үҙебеҙҙең участкала — Өфөләге 21-се лицейҙа тауыш бирҙек. Беҙҙә ғаилә менән һайлауға барыу яҡшы йолаға әүерелде. Участкаға инеү менән шунда уҡ башҡорт телендәге бюллетендәр тәҡдим иттеләр», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына режиссер.
Тәүге тапҡыр һайлауҙа КОИБ-тар эшләне, тип билдәләне Булат Йосопов.
«Яңы саҡырылыш депутаттары Башҡортостаныбыҙ үҫешһен һәм сәскә атһын өсөн лайыҡлы хеҙмәт итерҙәр тип өмөтләнәм», — тип өҫтәне Булат Йосопов.
Әлеге ваҡытта режиссер «Беренсе Республика» тарихи нәфис фильмын тауышлы итеү өҫтөндә әүҙем эшләй.
«Төп музыкаль темаларҙы раҫлау, фильмдың графикаһы өҫтөндә эш бара. «Беренсе Республика» фильмының трейлеры октябрь башында Республика көнө алдынан сыға. Шулай уҡ киләһе аҙнала рус, башҡорт, инглиз һәм төрөк телендәге субтитрҙар менән «Бабич» фильмы интернетҡа һалына», — тип хәбәр итте режиссер.
Читайте нас в