-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Сентябрь 2018, 10:13

Театр төнөндә

«Йәйғор» халыҡ театры республика буйынса уҙған «Театр төнө» акцияһынан ситтә ҡалманы.

«Йәйғор» халыҡ театры республика буйынса уҙған «Театр төнө» акцияһынан ситтә ҡалманы.

Йәштәр йортонда уҙған сараға килеүселәрҙе әкиәт геройҙары — Мальвина (Әҡлимә Рәжәпова) менән Буратино (Данил Ҡужин) ҡаршыланы. Улар тамаша ҡылырға килгән 1-се Асҡар урта мәктәбе һәм Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡыусыларына театр донъяһына ҡағылышлы конкурстар үткәрҙе, викторина ойошторҙо, театрҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре хаҡында аңлатты. Балаларға пантомимо уйыны бик оҡшаны, улар шулай уҡ театрҙың төрлө жанрҙары — трагедия, комедия, мюзиклда үҙҙәрен һынап ҡараны.

Сараның икенсе өлөшөндә «Йәйғор» халыҡ театры артистары Фәнүзә Илһамова, Мәрғүбә Омор-ҙаҡова һәм Гөлнур Носратова ижади төркөмдөң 2017–2018 йылдарындағы репертуарынан өҙөктәр күрһәтте. Тамашасылар Ф. Бүләковтың «Ҡыҙҙар ниңә илай?» һәм Н. Нәжмиҙең «Гармунсы дуҫ» спектакленән өҙөктәрҙе ҡыҙыҡһынып ҡараны. «Йәйғор» театрының йәш әртисе Лиана Сафиуллина билдәле драматург, шағир Мостай Кәримдең 100 йыллығына арнап «Үлмәҫбай» поэмаһын тасуири һөйләне.

«Театр төнө»н халыҡ театры режиссеры Илүзә Шәйәхмәтова йомғаҡланы. Ул «Йәйғор»ҙар спектаклдәр ҡуйыу менән генә сикләнмәй, йәш быуынды театрға йәлеп итеүгә, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә, тине. Быйылғы һабантуйҙың театрлаштырылған тамашаһында ҡатнашыусы Арслан һәм Искәндәр Илһамовтар, Тимур Рәхимов, Дияз Сирубаев, Ислам Мырҙагилдинға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Л. САФИУЛЛИНА,

Т. Кусимов исемендәге гимназияның 11-се класс уҡыусыһы.


Читайте нас: