Өфөлә Конгресс-холда «Мин яратам һине, тормош!» республика фестивале үтте.
Оло йәштәгеләр араһында етенсе тапҡыр ойошторолған был фестиваль урындарҙа, һуңынан район буйынса иң сағыу сығыш яһаған коллективтарҙы асыҡланы. Иң яҡшы тип табылған ансамблдәр Архангель районында үткән төбәк турында билдәле йырсы Нәзифә Ҡадирова етәкселегендәге абруйлы жюри алдында «имтихан тотто».
Унда ла, һәр ваҡыттағыса, әбйәлилдәрҙең сығыштары юғары баһа алды. Шулай ҙа Өфөгә иң-иңдәр һайлап алынып, гала-концертта ҡатнашыу бәхете беҙҙең райондан биш коллективҡа тәтене. Байымдарҙың бер юлы ике ансамбле — ир-егеттәрҙең «Илһам» вокал һәм «Күбәләк биҙәктәре» фольклор коллективтары, Хәлилдән «Ынйылар» ҡатын-ҡыҙҙар вокал, Гусевтан ҡатнаш вокал, «Йәнгүзәл» (Буранғол) фольклор ансамблдәре үҙҙәренең дәртле сығыштары менән жюри ағзаларын арбай алды.
Өфөгә фестивалгә барыуҙы түҙемһеҙлек менән көтөп алды был коллективтар. Әлбиттә, һәр ҡайһыһы ышанысты аҡлап, башҡала тамашасыһы алдында юғары кимәлдә сығыш яһар өсөн етди әҙерләнде, репетициялар туҡтаманы.
Район ветерандар советы рәйесе А. Ғ. Төлкөбаев менән район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре В. Ғ. Камалов етәкләгән Әбйәлил делегацияһы автобустарҙа иртәнге сәғәт 6-нан юлға сығып, тәғәйен урынға ваҡытында килеп тә еттеләр.
Конгресс-холл сәхнәһе делегация барып етеүгә төрлө сығыштарҙан гөрләп тора ине. Әбйәлилдәр алыҫ юлдан арып килдек тип торманылар, шунда уҡ сәхнәгә күтәрелеп, репетицияға ҡушылдылар. Көн оҙоно сығыштарҙы бер нисә тапҡыр ҡабатлап, кискә «Черемушки» ял базаһына урынлаштылар. Үҙҙәре кеүек оло йәштәгеләр фестивалендә ҡатнашыусылар менән аралашып, ял итеп алып, икенсе көн иртәнге сәғәт 10-дан тағы Конгресс-холда инеләр. Концерт башланғанса ҡабат-ҡабат оҫталыҡтарын шымарттылар.
«Мин яратам һине, тормош!» фестиваленең йомғаҡлау сараһын БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Л. Х. Иванова асып, Ололар көнө уңайынан барыһына ла изге теләктәрен еткерҙе.
— Фестиваль күгендә йылдың-йылы яңы йондоҙҙар балҡыуы ҡыуаныслы. Бөгөн сәхнәлә йыр-бейеүҙә республика буйынса иң шәп тип табылғандарҙың сығыштарын күреү бәхетенә ирешәһегеҙ. Оло йәшкә етһәләр ҙә, күңелдәре һәр саҡ йәш булған дәртле әртистәребеҙҙең һәр ҡайһыһының сығышы һоҡланғыс. Киләсәктә фестивалдең офоҡтары киңәйтеләсәк, ул асыҡ буласаҡ, йәғни республикабыҙҙа башланғыс алған был ижади бәйгелә Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә оло йәштәгеләр үҙ һөнәрен күрһәтә аласаҡ, — тине Ленара Хәким ҡыҙы.
Тәбрикләү һүҙенән һуң министр еңеүселәргә дипломдар һәм бүләктәр тапшырҙы. Күп халыҡты йәлеп итеп, концерт номерҙарын юғары кимәлдә башҡарған Әбйәлил районы «Иң яҡшы концерт программаһы» номинацияһында гран-приға лайыҡ булды!
Еңеүсе дипломы һәм кубок район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Б. Фәттәховҡа тапшырылды. Әйткәндәй, оло йәштәгеләр араһында фестиваль ойошторолғандан алып әбйәлилдәр йыл һайын юғары кимәлдә сығыш яһауҙары менән айырылып тора. Етенсе тапҡыр ойошторолған был фестивалдә беҙҙең райондың өс тапҡыр — беренсе, дүртенсе тапҡыр гран-при яулауы шуны раҫлай ҙа инде.
Тағы шуныһы ҡыуаныслы: Байым мәҙәниәт йорто директоры Марс Сәйетғәлин иң яҡшы алып барыусы булараҡ фестивалдең дипломы менән бүләкләнде.
Фестивалдең еңеүсеһе булған әбйәлилдәр — беренсе дәрәжә дипломға эйә булған Буранғолдың «Йәнгүзәл» фольклор төркөмө (етәксеһе Г. М. Мәғәфүрова) һәм икенсе урында билдәләнгән Гусев ауылының ҡатнаш вокал ансамбле (А. Х. Кәримова) сығыштары гала-концертты башлап ебәрҙе.
Артабан республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән йыйылған оҫталар үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте. Башҡорт, мари, мордва, сыуаш, рус һәм башҡа халыҡ вәкилдәренең береһенән-береһе дәртлерәк, сағыуыраҡ сығыштары һәр кемдең күңеленә хуш килде. «Илһам» ир-егеттәр вокаль ансамбле (Байым) беренсе, «Күбәләк биҙәктәре» фольклор ансамбле (Байым) өсөнсө урында билдәләнде.
Финалда сығыш яһау хоҡуғы ла һәр яҡтан иң-иңдәр тип табылған әбйәлилдәргә бирелде. Ансамблдәр араһында беренсе урын алған Байым ауылының «Илһам» ир-егеттәр вокал (етәксеһе И. А. Илһамов) һәм икенсе дәрәжә дипломға лайыҡ булған «Ынйылар» ҡатын-ҡыҙҙар вокал (Хәлил, Н. Ш. Күсәрбаева) һәм фольклор коллективтар араһында өсөнсө урын бирелгән «Күбәләк биҙәктәре» (М. М. Сәйетғәлин) ансамблдәре сығыштарын тамашасылар көслө ҡул сабыуҙар менән оҙатты. Үҙ аҡсаларына сәхнә кейемдәре тектергән, юл сығымдарын үҙҙәре күтәргән Әбйәлилдең пенсия йәшендәге йырсы-бейеүселәре оло хөрмәткә, ихтирамға лайыҡ.
Ғөмүмән, фестивалдә сығыш яһаған ветерандар ижадҡа, йыр-бейеүгә маһирлыҡтары менән өлкән йәштәгеләргә ҡарата «ҡарттар, ололар» тигән ҡарашты юҡҡа сығарҙы. Улар үҙ өлгөләрендә йәштәргә тормошто нисек яратырға, нисек йәшәргә кәрәклеген күрһәтте.